Башҡортостанда айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә инеү хаҡы арттырыласаҡ. Был хаҡта республика Хөкүмәте ултырышында Премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе.
Һуңғы тапҡыр был хаҡты ҡайтанан ҡарау 2021 йылда булған. Республиканың Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда 217 айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәһе бар, уларҙың бишәүһе – тәбиғәт паркы, 27-һе – заказниктар һәм 179-ҙы – тәбиғәт ҡомартҡылары.
Быйыл уларҙы 260 мең турист ҡараны. Хөкүмәттә аңлатыуҙарынса, уларға ингән өсөн хаҡ арттырыласаҡ, ә йыйылған керем был тәбиғәт объекттарының инфраструктураһын яҡшыртыуға йүнәлтеләсәк.
Фото: социаль селтәрҙән.