Бөтә яңылыҡтар
Экология
14 Октябрь 2025, 18:45

Сүп-сар ташыуҙа ауырлыҡтар тыуҙы

Сүп-сар ташыу графигы үтәлмәгән осраҡта уны башҡарырға тейешле операторға штраф һалына. 

Сүп-сар ташыуҙа ауырлыҡтар тыуҙы
Сүп-сар ташыуҙа ауырлыҡтар тыуҙы

Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында контейнер майҙансыҡтарынан сүп-сарҙы алып китеүҙәге өҙөклөктәр транспорт өсөн түләү хаҡының түбән булыуына бәйле.

Шул сәбәпле “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” Благовар, Кушнаренко, Ҡырмыҫҡалы һәм Өфө райондарында коммуналь ҡалдыҡтарҙы ваҡытында ташып алыуҙы тәьмин итә алманы, тип хәбәр итә республиканың Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы.

Министрлыҡ был эште “ТКО-Башҡортостан 2.0” системаһы буйынса күҙәтеп бара. Сүп-сар ташыу графигы үтәлмәгән осраҡта уны башҡарырға тейешле операторға штраф һалына. Йыл башынан алып уларға 40 талап ебәрелгән, штрафтың дөйөм суммаһы 3,6 миллион һум тәшкил итә. Әммә операторҙар эҙләү буйынса иғлан ителгән конкурстар йыш ҡына башҡарылмай, сөнки был эш, министрлыҡ белдереүенсә, түбән рентабелле булып тора.

Фото: социаль селтәрҙән.

Автор: Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас