Стәрлетамаҡ ҡалаһы урамдарында саҡырылмаған ҡунаҡты күреп, күптәр һағайған, кемдер аптырашта ҡалған. Һәр нәмә менән ҡыҙыҡһыныусан шаһиттар хатта ҡырағай йәнлекте фотоға төшөрөп алырға өлгөргән.
Урман ҡунағы ҡаланың “Нур” сауҙа үҙәге районында Хоҙайбирҙин урамында бик тыныс ҡына йөрөп ятҡан. Шаһиттар хәйләкәр ҡунаҡтың йәйәүлеләрҙән дә, үтеп-һүтеүсе машиналарҙан да ҡурҡмауын билдәләй. Әйтерһең дә, үҙ биләмәһендә. Шулай ҙа ҡапыл ниндәйҙер эшен иҫенә төшөрөп, ашығып китеп тә барған, ти, урман хужабикәһе. Ҡайҙан килеп сығыуын, ни өсөн кешеләргә яҡын килеүен бер кем дә аңлата алмаған.
Фото: VK.com
Зөлфиә Сидорова.