Бөтә яңылыҡтар
Экология
28 Ноябрь 2025, 10:45

Ҡоротҡос ҡурҡыныс, уны бер нимә лә туҡтата алмай

Ул Көньяҡ Урал дәүләт ҡурсаулығынан килгән...

Ҡоротҡос ҡурҡыныс, уны бер нимә лә туҡтата алмай
Ҡоротҡос ҡурҡыныс, уны бер нимә лә туҡтата алмай

Өфө ҡала хакимәтендә уҙған брифингта баш ҡала биләмәһендә урмандарҙы һаҡлап ҡалыу маҡсатында ҡайһы участкаларҙа үҫентеләр санитар ҡырҡыуға дусар буласағын һөйләнеләр.

"Горзеленхоз" учреждениеһының баш урмансыһы Максим Щербаков белдереүенсә, Халыҡтар дуҫлығы проспекты буйлап урманды санитар ҡырҡыу планлаштырылған, унда ағастар "ҡабыҡ ҡуңыҙы - типограф"  менән зарарланған. Бындағы ҡарағайҙар урынына ҡайын ултыртыласаҡ. Белгестәр әйтеүенсә, был ағастар тиҙ үҫә һәм ҡыҫҡа ваҡытта урындағы экологияны тергеҙәсәк. 

Өфөлә аҡ шыршы ла санитар ҡырҡыуға дусар, сөнки был – ошо тоҡомло ағасты зарарлаған "уссури полиграфы" менән көрәшеүҙең берҙән-бер ысулы. Мәғлүм булыуынса, әлегә ике зарарланыу нөктәһе – С. Агиш һәм Менделеев урамдары сатында һәм М. Ғафури исемендәге паркта күҙәтеү тәгәрмәсе янында асыҡланған. Белгестәр билдәләүенсә, Өфөлә аҡ шыршы аҙ, әммә уларҙы ҡоротҡостан химик матдәләр менән дауалау мөмкин түгел. Һәм улар мотлаҡ зарарланасаҡ һәм ҡороясаҡ, шуға күрә ағастарҙы алырға тура килә.

– Ҡоротҡос ҡурҡыныс, уны бер нимә лә туҡтата алмай. Ул Көньяҡ Урал дәүләт ҡурсаулығынан килде, унда шыршы күп һәм зарарланыу 50 процент тәшкил итә, – тип аңлатты “Рәсәй урман һағы үҙәге”нең республикалағы филиалы директоры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Әлфиә Йосопова.

Белгестәр Өфөлә күрелгән был сараларҙы аңлап ҡабул итеүҙәрен һораны.

- Урмандарҙы санитар таҙартыу мөһим сараларҙың береһе булып тора. Был эштәр ҡала именлеге өсөн уҙғарыла, шуға күрә лә аңлап ҡабул итһендәр, - тине Максим Щербаков.

Рәмилә МУСИНА фотолары.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Ҡоротҡос ҡурҡыныс, уны бер нимә лә туҡтата алмай
Ҡоротҡос ҡурҡыныс, уны бер нимә лә туҡтата алмай
Ҡоротҡос ҡурҡыныс, уны бер нимә лә туҡтата алмай
Ҡоротҡос ҡурҡыныс, уны бер нимә лә туҡтата алмай
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас