Бөтә яңылыҡтар
Экология
2 Декабрь 2025, 21:30

Ҡасанға тиклем "плюс" булыр?

Кешеләр яңынан сәскә атҡан үҫентеләре, баш ҡалҡытҡан бәшмәктәр фотолары менән уртаҡлаша, әммә һауа торошоноң "минус"ҡа төшөрөнә күп ҡалманы...

Ҡасанға тиклем "плюс" булыр?
Ҡасанға тиклем "плюс" булыр?

Социаль селтәрҙәрҙә кешеләр баҡсаһында сәскә атҡан үҫемлектәр, әлегәсә өҙөп ашаған йәшел тәмләткестәрҙең фотолары менән уртаҡлаша. Ысынлап та, бындай йылы, ҡарһыҙ ҡышты күптән күргәнебеҙ юҡ. Мәҫәлән, Баймаҡ районынан Зөлфиә апай Рахманғолова, Әбйәлилдән Миләүшә Ялмырҙина, Гөлсәсәк Теләғолова - баҡса сәскәләре, Сибайҙан Гөлкәй Сәмерханова - ҡала урамында сәскә атҡан бәпембә, Илүзә Зөлҡәрнәева яңы баш ҡалҡытҡан бәшмәктәр фотолары менән уртаҡлашҡан. Бөрөләнеп ултырған сирень, ҡарағат ҡыуаҡтарын фотоға төшөрөүселәр ҙә күп. 

Әле Башҡортостан биләмәһендә башлыса йылы һауа температураһы өҫтөнлөк итә, әммә "минус"ҡа төшөргә күп ҡаклманы. Йомаға тиклем 0...+3 градус тирәһе торасаҡ, артабан әкренләп һыуыта башлай. Мәҫәлән, дүшәмбелә (8 декабрҙә) синоптиктар -2...-5 градус буласаҡ, тигән күҙаллау менән уртаҡлашты. 

Фото авторҙары: Зөлфиә Рахманғолова, Миләүшә Ялмырҙина, Гөлсәсәк Теләғолова, Гөлкәй Сәмерханова, Илүзә Зөлҡәрнәева.

Сығанаҡ: https://vk.com/club36676061?from=groups ("Башҡорт ҡатын-ҡыҙы" төркөмө). 

Ҡасанға тиклем "плюс" булыр?
Ҡасанға тиклем "плюс" булыр?
Ҡасанға тиклем "плюс" булыр?
Ҡасанға тиклем "плюс" булыр?
Ҡасанға тиклем "плюс" булыр?
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас