Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре бөтә Рәсәйҙә иғлан ителгән “Бумбатл” акцияһын күтәреп алды. Улар 1330 килограмм макулатура йыйып, эшкәртеүгә ебәрҙе. Был акция “Экология именлеге” милли проектына ярашлы (национальный проект “Экологическое благополучие”) башҡарыла. Был сара тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүгә йүнәлтелгән.
Сараның төп маҡсаты – халыҡты, айырыуса йәштәрҙе ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу тәртибенә йәлеп итеү, икенсе сеймалды ҡулланыуҙы популярлаштырыу. Йыйылған ҡағыҙ эшкәртеүгә оҙатыла, был тәбиғәт ресурстарын һаҡларға булышлыҡ итәсәк, поигонда ҡалдыҡтар күләмен дә кәметергә ярҙам итә.
-Министрлыҡ ошондай акцияларҙы ойоштороп, ҡатнашып ҡына ҡалмай, экология йүнәлешендәге проекттарҙы ла даими рәүештә хуплай, күтәрә. Бәләкәйҙән ҡалдыҡтар менән дөрөҫ эш итеү ғәҙәтен һеңдереү мөһим. “Бумбатл” – был йәһәттән бик яҡшы сара, - тинеләр Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында.
Яңыртылған милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, 2025 йылдан алып тормошҡа ашырыла.
Фото: Башҡортостандың Экология министрлығынан.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!