2025 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәй политологтары Башҡортостан иҡтисадын – Рәсәйҙә иң үҫешкәндәрҙең береһе, ә республика Башлығы Радий Хәбиров һәм уның командаһын ил төбәктәре араһында иң һөҙөмтәле идара итеү командаларының береһе тип билдәләне. Был баһаны алыуға экологияны һаҡлау йәһәтенән башҡарылған эштәр ҙә өлөш индерә.
2025 йылда республика аграрийҙары 2,3 миллиард һумдан ашыу суммаға ауыл хужалығы предприятиеларын, шул иҫәптән яңыртылған “Раевсахар”ҙы, яңы һыйыр аҙбарҙарын һәм фермаларҙы сафҡа индерҙе. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ селтәрҙәре төҙөү буйынса ла республика алдынғы, илдә икенсе урынды биләй. Был күрһәткес 270 саҡрымға тиң.
– Уҙған йылда 94 йәмәғәт урыны төҙөкләндерелде, Ағиҙел күперен реконструкциялау тамамланды һәм Ыҡ йылғаһы аша яңы күпер асылды, – ти эксперттар. – Ә «Көнсығыш» М-12 трассаһының республика биләмәһендәге яңы участкаһы буйлап хәрәкәтте видеобәйләнеш аша РФ Президенты Владимир Путин асты.
Бынан тыш, былтыр республикала алты яңы поликлиника төҙөлдө, шуға өҫтәп, туғыҙ һаулыҡ һаҡлау объекты йүнәтелде, биш мең берәмек ҡорамал яңыртылды.
– Ете йыл инде республика ҡалаларының һәм райондарының алыҫ урындарында йәшәүселәрҙе ҡабул итеү өсөн юғары квалификациялы белгестәр командаһы тейәлгән “Сәләмәтлек поездары” – мобиль медицина комплекстары йөрөй, – ти табиптар.
Маршрутта – 2500-ҙән ашыу ауыл. Тағы ла Өфөләге ветерандар госпитале – медицина реабилитацияһы буйынса Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип, ә Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының бала табыу йорто Волга буйы федераль округында иң яҡшы учреждение тип танылды.
Башҡортостан шулай уҡ икенсе йыл рәттән илдең экология рейтингында тәүге урындарҙы биләй, уны Дәүләт Думаһы төҙөй. Рейтинг авторҙары өс йүнәлеште – һауаны һәм ағынты һыуҙы таҙартыу, экология хәүефен кәметеү һәм ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өлкәһендә тәртип булдырыуҙы билдәләй.
2030 йылға тиклем Башҡортостанда тәбиғәтте һаҡлау маҡсаттарына ҡаралған инвестиция күләмен 14 миллиард һумға еткереү ҡарала.
– Сүплектәрҙең 96,6 проценты бөтөрөлгән дә инде, – тип хәбәр итә эксперттар. – 2025 йылда республикала сорттарға айырыуға йүнәлтелгән ҡалдыҡтар өлөшө – 46,8 процент, ә ергә күмеп ҡуйылғаны 88,1 процент тәшкил иткән. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу майҙансыҡтары булдырылған, 90 меңгә яҡын контейнер ҡуйылған.
Әйткәндәй, быйылғы Рәсәй экология форумы һәм X “Экология һәм технологиялар” күргәҙмәһен үткәреү урыны итеп тә тап Өфө һайланған.
– Башҡортостан киң таралған файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға бирелгән лицензиялар һаны буйынса ПФО-ла алдынғы урындарҙы биләй, – тип асыҡлайҙар Башҡортостан Хөкүмәтендә. – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың федераль органдар менән конструктив эш алып барыуы өлгө булып тора. Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссияла хеҙмәттәшлек итеү эше был өлкәлә тәртип урынлаштырырға мөмкинлек бирҙе, был Урал аръяғындағы ризаһыҙлыҡтың һиҙелерлек кәмеүенә килтерҙе. Тәбиғәтте һаҡлау буйынса ҡаҙаныштар араһында алтын сығарыуға мораторий индереүҙе атарға була.
Мәғлүмәт, фото: sobkor02.ru/news/region/64732/
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!