Яңы йыл байрамы көндәрендә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу график буйынса ойошторолдо. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов хәбәр итте. Министр һүҙҙәренсә, ведомство 12 көн буйына төбәк операторҙары менән кәңәшмәләр үткәргән.
Көн һайын республикала ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу өсөн 357 берәмек техника эшләгән. Яңы йыл байрамдарында йәмғеһе 30,8 тонна сүп-сар сығарылған. Шул уҡ ваҡытта таҙартылмаған ҡар өйөмдәре арҡаһында техника үтә алмаған һәм ошо сәбәпле ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу графигынан тайпылыштар теркәлгән. “Башҡортостан ГИС ТКО” мәғлүмәттәре буйынса, бындай 4591 осраҡ булған. Уҙған йылдың ошо уҡ осоронда бындай теркәүҙәр ике тапҡырға тиерлек күберәк булған — 7372.
"Төбәк операторҙарының ҡыҙыу линияһына 160 мөрәжәғәт килгән. Уларҙың барыһы ла эшкәртелгән”, — тине Нияз Фазылов.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, Яңы йыл байрамдары осоронда сүп-сарҙы сығарыу буйынса мөрәжәғәттәрҙең күбеһе Өфөнән, Стәрлетамаҡтан һәм Күмертауҙан килгән.
– Дөйөм алғанда, сүп-сарҙың ҡот осҡос тупланып ятыуы булманы. Төбәк операторҙарына рәхмәт әйтегеҙ. "Дүртөйлөмелиоводстрой“ҙы республиканан ҡыуып сығарғандан һуң, беҙҙә үҙгәрештәр булды, — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Фото: ufa.mk.ru
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!