Бөтә яңылыҡтар
Экология
23 Ғинуар , 11:45

Ҡыш ҡышлығын итә... Ә ҡасан йылытыр?

Бөгөн һеҙҙең термометрҙар нисә градус күрһәтте? 

Ҡыш ҡышлығын итә... Ә ҡасан йылытыр?
Ҡыш ҡышлығын итә... Ә ҡасан йылытыр?

Бөгөн төндә Өфөлә термометр бағаналары –29...31 градус күрһәтте. Әлеге ваҡытта – 21...24 градус арауығында. Башҡортостандың төньяҡ һәм таулы райондарында төндә – 36...39 градус теркәлгән урындар булған.

Алдағы ял көндәрендә лә ошондай һауа торошо һаҡланасаҡ, ти синоптиктар.

Шишәмбенән, 27 ғинуарҙан, бер аҙ йылыта: көндөҙ –13...16, төндә –18+..20 градус.  

Һыуыҡ көндәрҙә электр ҡорамалдары менән һаҡ эш итегеҙ, мейестәрҙе ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ!

Фото: Розалия Хисаева.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!   

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас