Аҙна аҙағына ҡарай ҡапыл ғына һыуытып, республиканың күп төбәктәрендә термометр бағанаһы төндә -24...-30 градусҡаса төштө. Әммә һыуыҡтар оҙаҡҡа һуҙылмай: мәҫәлән, 7 февралдө (шәмбелә) Өфөлә көндөҙ -7, төндә -9 градус вәғәҙәләйҙәр. Республика төбәктәрендә лә алдағы ял көндәрендә -8...-10 градустан артмаясаҡ.
Уның ҡарауы, артабан тағы һыуыта: 9 февралдән һуң төндәрен -20...-23 градусҡаса етәсәк, ти синоптиктар. Көндөҙ, уртаса алғанда - 12...-15 градус. Ошондай һауа торошо киләһе аҙнаның шаршамбыһына тиклем һаҡланасаҡ.
Һауа температураһының киҫкен үҙгәреше күптәрҙең сәләмәтлек торошона кире йоғонто яһай. Шуға күрә был көндәрҙә һаулығығыҙға айырыуса иғтибарлы булығыҙ.
Г. Ҡоҙашева фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!