Экология
9 Марта , 13:15

Ошо аҙна аҙағында уҡ "плюс"ҡа күтәрелә

"Башгидрометүҙәк" башланып торған аҙнаға һауа торошо менән таныштырҙы...

Ошо аҙна аҙағында уҡ "плюс"ҡа күтәреләОшо аҙна аҙағында уҡ "плюс"ҡа күтәрелә
Ошо аҙна аҙағында уҡ "плюс"ҡа күтәрелә

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамында тәбиғәт буранлы, һалҡын көндәр бүләк итте. 8-9 мартта республиканың ҡайһы бер төбәктәрендә төндә - 25...30 градусҡаса һыуытты. Көндөҙ ҙә артыҡ йылытманы: -17...-19 градус. Әммә һыуыҡтар оҙаҡҡа килмәне, шаршамбынан - 11 марттан тағы йылыта башлай, ә аҙна аҙағына ҡарай көндөҙгө һауа температураһы "плюсҡа" күтәрелә, тип хәбәр итте "Башгидрометүҙәк". 

12 мартта Өфөлә көндөҙ +3,  ә 15 мартта +5 градус йылы буласаҡ. Төндә лә артыҡ һыуытмай: -3...-2 градус. Ошондай уҡ һауа торошо республиканың барлыҡ төбәктәрендә лә урынлашасаҡ. 

Рөстәм Йәғәфәров фотоһы. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!    

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас