

Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институтында үткән “Таҙа Талҡаҫ” белем биреү семинар-форумы Башҡортостандың төрлө төбәктәренән 150-нән ашыу эколог-әүҙемселәрҙе бергә тупланы. Ул йәмәғәт башланғысындағы эколог-инспекторҙарҙы уҡытыу маҡсатын күҙ уңында тотто.
Сара “Таҙа Талҡаҫ” проектына ярашлы һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды, “Башҡортостан Республикаһының ир-егеттәр ҡоро”, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы һәм башҡа ведомстволар булышлығында үткәрелә.
Проекттың башында тороусы Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров был белем биреү сараһын тәбиғәтте һаҡлау менән шөғөлләнгән ведомстволар өсөн “күҙҙәр һәм ҡолаҡтар” булдырыу тип атаны. Ул Башҡортостандың ил күләмендә тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса йәмәғәт инспекторҙары тураһында закон ҡабул иткән беренсе төбәк булыуын айырып билдәләне. Бындай инспекторҙар тәбиғәткә ҡаршы тәртип боҙоуҙарҙы теркәү, уларҙы контроль органдарына тапшырыу хоҡуғына эйә.
Һуңғы йылдарҙа Талҡаҫ күле экология йәһәтенән етди проблемаларға юлыҡты: ярҙары бысранды, һыуы һайыҡты, тәбиғи балансы боҙолдо. 2021 йылдан Зариф Байғусҡаровтың башланғысына ярашлы уны таҙартыу буйынса ҙур эштәр башҡарыла: 8 акция барышында 600-ҙән ашыу тоҡ сүп-сар йыйылған, 4 шишмә яны төҙөкләндерелгән, 400 самаһы ҡарағай үҫентеһе ултыртылған. Был сараларҙа Баймаҡ, Йылайыр, Әбйәлил райондары, Сибай ҡалаһы халҡы әүҙем ҡатнашҡан.
Форум-семинар барышында тәбиғәтте һаҡлау өлкәһе белгестәре төрлө көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышты. Мәҫәлән, йылға-күл буйҙарына транспортты яҡын килтереү, автомобилде һыу ятҡылығында йыуыу, рөхсәт ителмәгән урындарҙа сүп-сар түгеү кеүек һорауҙар күтәрелде. Сығыш яһаусылар ошо һорауҙар һәм Талҡаҫ күлен артабан да һаҡлау һәм тергеҙеү буйынса фекерҙәрен, тәҡдимдәрен еткерҙе.
Форум-семинар барышында тағы ла бер иҫтәлекле ваҡиға үтте: Сибай институтында профессор Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтов исемендәге Ғилми совет залы тантаналы шарттарҙа асылды.
Максим Наздрачев фотолары.
Сығанаҡ: https://sib-worker.ru
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!