Экология
28 Марта , 05:00

Боҙ китә башланы

Ә һеҙҙә хәлдәр нисек?

Боҙ китә башланыБоҙ китә башланы
Боҙ китә башланы

Көндәрҙең йылы тороуы һөҙөмтәһендә йылғаларҙа боҙ китә башланы.

Тәүге ошондай осраҡтарҙың береһе Ғафури районында теркәлде - Ташаҫты кешеләре ауыл эргәһенән аҡҡан Еҙем йылғаһындағы боҙ китеүе тураһында видеояҙманы социаль селтәргә һалды.

Әлбиттә, боҙ ҡуҙғалыуын күҙәтеүе күңелле һәм мауыҡтығыс, әммә хәүефһеҙлек тураһында онотмайыҡ. Айырыуса бала-сағаның йылға-күлдәргә йөрөүенә юл ҡуймағыҙ.

Фото: скриншот.

Боҙ китә башланы
Боҙ китә башланы
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас