

28 мартта Өфөлә йәнә һауа температураһының абсолют максимумы теркәлде. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, Өфө – Дим метеостанцияһында +15,9 градус теркәлгән.
Быға тиклемге рекорд +12,3 градус 1951 йылдан алып һаҡлана. 29 мартта иһә Башҡортостандың баш ҡалаһында ла 18 йыл дауам иткән абсолют юғары һауа температураһы күҙәтелде – һауа +18,2 градусҡа тиклем йылынды.
23 мартта термометр бағанаһы +9,5 градус күрһәтте. Элек был йылылыҡ 2007 йылда булған, ул саҡта һауа температураһы +9,3 градус тәшкил иткән.
30 һәм 31 мартта яуым-төшөмһөҙ. Ел көнсығыштан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Төндә термометр бағанаһы -3, +2 градус күрһәтәсәк, урыны менән +7 градус тиклем көндөҙ һауа температураһы +10, +15 градус тәшкил итәсәк.
Рәмилә МУСИНА фотоһы.