Экология
16 Апреля , 13:25

Талҡаҫ күле буйында 2000 ҡарағай ултыртыласаҡ

Талҡаҫ күлен һаҡлауға һәм төҙөкләндереүгә шәхси өлөш индерергә теләгән һәр кем саҡырыла.

Талҡаҫ күле буйында 2000 ҡарағай ултыртыласаҡТалҡаҫ күле буйында 2000 ҡарағай ултыртыласаҡ
Талҡаҫ күле буйында 2000 ҡарағай ултыртыласаҡ

25 апрелдә Баймаҡ районында сираттағы “Таҙа Талҡаҫ” экологик акцияһы үтәсәк. Уның барышында Талҡаҫ күле янында 2000 ҡарағай ултыртыласаҡ.

Сараны Башҡортостан Республикаһы Башлығы Гранттары фонды булышлығында Баймаҡ районы хакимиәте, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы һәм Урман хужалығы министрлығы менән берлектә Башҡортостан Республикаһының “Ирҙәр ҡоро” атайлыҡ ролен күтәреү буйынса төбәк йәмәғәт ойошмаһы ойоштора.

– Талҡаҫ күле янында экологик өмәләр 2020 йылдан алып йылына ике тапҡыр үткәрелә. Был ваҡыт эсендә бөтәһе һигеҙ сара үткәрелде, уларҙа бөтәһе 679 тоҡ сүп-сар йыйылды. Һыу кимәлен һаҡлап ҡалыу һәм күлдең аҡтарылыуын булдырмау өсөн 2024 һәм 2025 йылдарҙа һыу ятҡылығының төньяҡ өлөшөндә 400 ҡарағай ултырттыҡ һәм кәртәләп ҡуйҙыҡ, – тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһының “Ирҙәр ҡоро” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров.

Биләмәне һаҡлауҙы тәьмин итеү һәм экологик өмә үткәрелгән көндә хайуандарҙың һәм автомашиналарҙың инеүен булдырмау өсөн аллея ултыртыласаҡ участка тирәләй ҡойма ҡуйыу, шулай уҡ Талҡаҫ күле буйында сүп-сар йыйыуҙы ойоштороу планлаштырыла.

Сарала ҡатнашыу өсөн Баймаҡ һәм Әбйәлил райондары, Сибай ҡалаһы халҡы һәм тыуған ерен яратҡан һәм Талҡаҫ күлен һаҡлауға һәм төҙөкләндереүгә шәхси өлөш индерергә теләгән һәр кем саҡырыла. Һеҙҙең ҡатнашыуығыҙ был тәбиғәт объектын киләсәк быуындар өсөн таҙа һәм матур итергә ярҙам итәсәк.

Өмәгә йыйылыу ваҡыты – иртәнге сәғәт 10-дан 11-гә тиклем.

Фото: Зариф Байғусҡаровтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Талҡаҫ күле буйында 2000 ҡарағай ултыртыласаҡ
Талҡаҫ күле буйында 2000 ҡарағай ултыртыласаҡ
Талҡаҫ күле буйында 2000 ҡарағай ултыртыласаҡ
Талҡаҫ күле буйында 2000 ҡарағай ултыртыласаҡ
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас