Экология
21 Апрель , 16:30

Республика таҙарыуын дауам итә

Башҡортостанда өмәләрҙә ҡатнашыусылар 38 мең кубометрҙан ашыу сүп-сар йыйған. 

Республика таҙарыуын дауам итәРеспублика таҙарыуын дауам итә
Республика таҙарыуын дауам итә

26 марттан алып Башҡортостанда үткән өмәләрҙә 38,2 мең кубометр сүп-сар йыйылған һәм сығарылған. Уларҙа 123 меңдән ашыу кеше, шулай уҡ 1,8 мең берәмек махсус техника йәлеп итеп, 19 мең ойошма ҡатнашҡан. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова хәбәр итте.

Өфө, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Күмертау һәм Шишмә райондары халыҡтың ҡатнашыуы йәһәтенән иң әүҙем муниципалитеттар булған.

Өмәләр сиктәрендә ҡарҙы әйләндереү, сүп-сарҙы йыйыу һәм сығарыу, юл буйлап көҙҙән ҡалған сүпте таҙартыу, борт таштарын һәм ҡойма конструкцияларын буяу, территорияларҙы төҙөкләндереү буйынса эштәр башҡарылған.

Муниципалитеттар был эште аҙналыҡ таҙалыҡ көндәре сиктәрендә дауам итәсәк. Ә 25 апрелдә Башҡортостан бөтә Рәсәй өмәһенә ҡушыла.

Бынан тыш, 18 апрелдә республикала “Йәшел Башҡортостан” акцияһының берҙәм көнө үтте, унда ҡатнашыусылар 2 меңдән ашыу ҙур, шулай уҡ 84 мең башҡа йәшеллектәр ултыртҡан.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас