

Салауат ҡалаһына ингән ерҙә “Промоводоканал” компанияһының километрға һуҙылған ҡоймаһын рәссамдар сағыу һүрәттәр менән биҙәүҙе үҙ өҫтөнә алған. Былтыр сентябрҙә резервуарҙарҙың береһендә рәссам Эльвира Хәлимова океанда йөҙөүсе аҡ айыуҙы һүрәтләһә, яңыраҡ тағы бер резервуарҙа тайыш табандарҙың өс айыу балаһынан торған ишле ғаиләһе хасил булған. Авторҙар әйтеүенсә, улар һүрәттәрҙе төшөргәндә Бөрйән айыуҙары образын алған.
Ҡаланың төньяҡ ҡапҡаһы артабан да йәмләнә барасаҡ.
– Беҙ яңы проекттарға әҙерләнәбеҙ. Тағы бер резервуарҙы сағыу һүрәттәр менән биҙәйәсәкбеҙ. Әле эскиздар эшләнә, һүрәт предприятие етәкселеге тарафынан раҫланған, – ти рәссам Екатерина Волкова.
“Авторҙарҙың планында – өсөнсө резервуарҙы Алыҫ Көнсығыш пандалары һүрәттәре менән биҙәү. Панда Ҡытай символы һаналһа ла, уның мәғәнәһе беҙҙә киңерәк. Беҙ уны көнсығыш күршеләребеҙгә хөрмәт билдәһе тип ҡарайбыҙ, ул - дуҫлыҡ, берҙәмлек символы ла. Шулай уҡ дөйөм йортобоҙҙоң бер өлөшө булған Алыҫ Көнсығыштың үҙенсәлекле тәбиғәтен иҫкә төшөргөбөҙ килә”, – ти “Промоводоканал”дың тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса белгесе Александр Карповский.
Фото: “Выбор” гәзите сайты.