Экология
26 Мая , 04:00

Һигеҙ мең шыршы ултыртылды

“Һәр ултыртылған үҫенте ябай ағас ҡына түгел. Ул – геройҙарға рәхмәт символы, батырлыҡтары тураһында тере иҫтәлек һәм планетабыҙҙың киләсәге тураһында хәстәрлек тә”.

Һигеҙ мең шыршы ултыртылдыҺигеҙ мең шыршы ултыртылды
Һигеҙ мең шыршы ултыртылды

“Ҡандракүл” тәбиғәт паркы биләмәһендә “Экологик именлек” милли проекты бурыстарына ярашлы, киң ҡоласлы экология акцияһы үтте. 100-ҙән ашыу кеше һигеҙ мең Себер шыршыһы үҫентеһен ултыртты.  

Сараны “Еңеүҙең йәшел иҫтәлеге” программаһы барышында ойошторҙолар. Акцияға Октябрьский, Туймазы, Өфө ҡалалары, Ҡандра, Ҡандракүл, Николаевка ауылдары һәм Бүздәк районы халҡы ҡатнашты. Ирекмәндәр өсөн ялан кухняһы эшләне.

“Һәр ултыртылған үҫенте ябай ағас ҡына түгел. Ул - геройҙарға рәхмәт символы, батырлыҡтары тураһында тере иҫтәлек һәм планетабыҙҙың киләсәге тураһында хәстәрлек тә”, – тип билдәләне “Ҡандракүл” тәбиғәт паркы методисы Ирина Сабирова.  

“Экологик именлек” милли проекты (нацпроект “Экологическое благополучие”) тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрә һәм кешеләрҙең тормошо өсөн уңайлыраҡ итә. Эш бер нисә йүнәлеш буйынса бара: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура төҙөү, сүп-сар өйөмдәрен бөтөрөү һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераны ҡалдыҡтар менән бысратыуҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү, биологик төрлөлөктө һаҡлау.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары менән 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

 

 Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы сайтынан. 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас