

Ҡайһы берҙә тауыҡтар ошондай бәләкәй генә йомортҡа һалып ҡуя. Уны төрлө яҡта төрлөсә атайҙар: берәүҙәр - ҡот йомортҡаһы, икенселәр бәхет күкәйе, ти.
Бындай йомортҡаға ҡағылышлы төрлө яҡта төрлө ырым-ышаныуҙар йәшәй. Мәҫәлән, ҡайһы бер урындарҙа уны нигеҙгә, йортҡа ҡот килтерә тип, нигеҙ буйына күмәләр. Икенселәр гөл төбөнә һалып ҡуя. Күгәрсен районы яҡтарында бындай йомортҡаны еп менән бәйләп, өрлөккә аҫып ҡуйыу йолаһы бар икән... Әлбиттә, былар барыһы ла ырым, уға ышаныу-ышанмау – һәр кемдең үҙ иркендә. Тауыҡтар йомортҡаны бер урынға ғына һалһын өсөн мая итеп ояла ҡалдырыусылар ҙа бар.
Бындай йомортҡаны ҡамыр баҫҡанда ҡулланыусылар ҙа, һытып, тауыҡтарҙың еменә ҡушып биреүселәр ҙә бар. Улай итеүҙең бер зыяны ла юҡ, сөнки ул тулыһынса аҡһымдан тора, бары тик һарыһы ғына булмай.
Ҡошсолоҡ тармағы белгестәре был күренешкә фәнни нигеҙҙә аңлатма бирә: иң төп сәбәп – тауыҡтарҙы дөрөҫ туҡландырмауҙа. Йәй етеү менән ҡош-ҡорт күберәк иркенлектә йөрөй, үлән ашай. Шуға өҫтәп, баҡсала үҫкән, үҙебеҙҙән артып ҡалған ҡыяр, ҡабаҡ кеүек йәшелсәне лә ҡош-ҡортҡа биреү яйын күрәбеҙ. Йәшел үләнгә, йәшелсәгә нигеҙләнгән рацион кәрәкле туҡлыҡлы матдәләр етешмәүгә һәм йомортҡаның бәләкәйләнеүенә килтерә.
Фото: https://vk.com/hopay3ap (“Яуап бар...Файҙалы кәңәштәр” төркөмө)