

Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, алдағы ике көндә республикала һауа торошо шәптән булмаясаҡ.
Бөгөн, 11 июндә, көндөҙ Башҡортостанда ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуҙы, төньяҡ-көнсығышта көслө йәшен йәшнәне.
Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +18, +23 градус тәшкил итте.
Иртәгә, 12 июндә, төндә урыны менән, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, ҡайһы бер райондарҙа йәшен йәшнәүе көтөлә.
Ел төньяҡтан талғын, көндөҙ йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +9, +14°, көндөҙ +18, +23°.
Бындай һауа торошо юлдарҙа хәүеф тыуҙыра, шуға күрә водителдәрҙе айырыуса иғтибарлы булырға, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырабыҙ. Шулай уҡ тәбиғәттә ял итеүселәргә лә һаҡланыу сараһын алдан күрергә кәңәш ителә.
Рәмилә МУСИНА фотоһы.