Экология
20 Июля , 16:20

Рәхәтләнеп һыу инер көндәр килә

Был аҙнаға бәйле һөйөнөслө хәбәр бар. Фаразланыуынса...

Рәхәтләнеп һыу инер көндәр киләРәхәтләнеп һыу инер көндәр килә
Рәхәтләнеп һыу инер көндәр килә

Быйылғы йәй ямғырлы, йонсоу көндәре менән иҫтә ҡалыр инде. Шулай ҙа был аҙнала синоптиктар ике-өс аяҙ, йылы көн вәғәҙә итә.

Алдағы өс көндә республикала аяҙлы-болотло, бер аҙ ямғырлы һауа торошо һаҡлана. Көндөҙгө һауа температураһы +26...29 градус йылы, төндә +15-16 градус.

Кесаҙнанан аяҙ, яуым-төшөмһөҙ көндәр вәғәҙәләйҙәр. Көндөҙ +30...32 градус эҫе, төндә +17...19 градус йылы буласаҡ. Артабан инде синоптиктар һауа торошоноң рәтләнеүен, ҡороға тартыуын күҙаллай.

Республиканың төньяҡ-көнсығыш һәм төньяҡ-көнбайыш төбәктәрендә аҙна аҙағына тиклем ямғырлы көндәр һаҡланып, шәмбенән – 25 июлдән генә аяҙытасаҡ.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас