Экология
2 Август , 14:30

Был көндәге ямғыр һыуы күҙ тейеүҙән һаҡлай, тиҙәр

2 авгусҡа ҡарап көҙҙөң һәм ҡыштың нисек килерен билдәләгәндәр.

Был көндәге ямғыр һыуы күҙ тейеүҙән һаҡлай, тиҙәрБыл көндәге ямғыр һыуы күҙ тейеүҙән һаҡлай, тиҙәр
Был көндәге ямғыр һыуы күҙ тейеүҙән һаҡлай, тиҙәр

2 август рус халҡында Илья көнө булараҡ билдәле. Улар был көнгә айырыуса ҙур иғтибар биргән. “Илья көнөндә төшкә тиклем – йәй, төштән һуң – көҙ” тигәндәр. Ул үҙенә күрә бер сикте белдерә тип һанағандар: йәйге көндәр ҡыҫҡара, һауа торошо көҙгә тартыла башлай, төндәр оҙая һәм һыуығыраҡ була бара.

Әгәр 2 августа ямғыр яуһа, ай ярым самаһы туҡтамай яуасаҡ һәм көҙ ҙә ямғырлы буласаҡ, тигән һынамыш бар. Икенсе юрай буйынса был көндәге ямғыр – мул уңыш билдәһе. Шулай уҡ рус халҡы 2 августағы ямғырҙа сыланыу бер йылға етерлек һаулыҡ бирә, “Илья ямғыры” күҙ тейеүҙән һаҡлай, тип ышанған.

Илья көнөнән һуң серәкәй-себен тешләмәй башлаһа, яҡын арала көндәр һалҡынайыр. Ә инде, киреһенсә, серәкәйҙәр әүҙем булһа, тимәк, йылы көндәр торасаҡ әле.

Әгәр 2 августа ямғыр яумаһа, тағы алты аҙна аяҙ, ҡоро торор. Көн ныҡ эҫе булһа, ҡыш һыуыҡ һәм ҡаты булыр.

2 августан һуң йылға-күлдәрҙә һыу инеүҙе тыйғандар. Был көндән һуң һыу һыуына башлай, тип ышанғандар. Ә ҡайһы бер ырым-юрауҙар буйынса һыу ятҡылыҡтарында төрлө ҡара көстәр уяна, улар сир-зәхмәт тарата, тигәндәр.

Ырымдарға, һынамыштарға ышаныу-ышанмау – һәр кемдең үҙ эше. Әммә борон-борондан тәбиғәт күренештәренә иғтибарлы булып, уларҙы күҙәтеп, үҙенсә һығымта яһауҙан тыуған халыҡ һынамыштары барыбер иғтибарҙы йәлеп итә.

Автор фотоһы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас