

Йәй етһә, бар халыҡ һыу буйына ҡыҙынырға, ял итергә ашыға. Беҙҙә диңгеҙ юҡлығына бер кем ҡайғырмайҙыр ҙа, был етешһеҙлекте республикалағы ике меңдән ашыу күл, 1100-ҙән ашыу йылға артығы менән ҡаплай. Ә шифалы шишмәләребеҙ күпме! Райондарға командировкаларға сыҡҡан һайын халыҡтың изге һыу сығанаҡтарын таҙартып, тирә-яғын төҙөкләндереп, йәмле ял урынына әүерелдереүен күреп шатланаһың, хеҙмәттәре өсөн рәхмәт әйтәһең. Тәтешлеләге Күрҙем, Асҡындағы Изге шишмә, Нуримандағы Ҡыҙыл шишмә, Учалылағы Әүлиә, Миәкәләге Изге Ғәли кеүек тиҫтәләгән һыу сығанаҡтары юлсыларҙың саф һыуҙы тәмләп, ял итә торған урындарына әүерелде.
Республикала тәбиғәт матурлыҡтарынан, ял итеү шарттарынан файҙаланыу мөмкинлектәре күбәйеү менән бергә уларҙы һаҡлауға иғтибар ҙа арта бара. Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы туризм өлкәһендәге федераль һәм төбәк блогерҙары менән осрашыуҙа туристик инфраструктураны үҫтереүҙең тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәт талап итеүен билдәләне. Төбәктә сәнәғәт туризмы ла үҫешә. 18-се быуаттың тау заводы цивилизацияһы объекттары һаҡлана һәм туристик маршруттарҙың бер өлөшөнә әүерелә бара. “Тыуған илен эскерһеҙ яратҡан һәм шул хаҡта һөйләгән кешеләр ни тиклем күберәк булһа, шунса яҡшыраҡ. Беҙ бындай башланғыстарҙы хупларға һәм ярҙам күрһәтергә һәр саҡ әҙер”, – тип билдәләне республика етәксеһе осрашыуҙа.
Башҡортостанда һыу ресурстарын һаҡлауға ҙур иғтибар бирелеүе яҡшы билдәле. Кешеләрҙе лайыҡлы эш хаҡы, иҡтисад, инвестиция проекттарынан тыш, көн дә күҙгә-күҙ осрашҡан, борсоған проблемалар нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра. Шуларҙың береһе – таҙа, тулы һыулы йылға-күлдәребеҙҙең яҙмышы. Тәбиғәт байлыҡтарын һаҡлай һәм тотона белеү власть органдары тарафынан да, ошо ерҙә йәшәгән халыҡ тарафынан да үтәлгәндә генә тормошҡа ашасаҡ. Башҡортостан Башлығы 2024 йылдың июнендә республика Хөкүмәтенә һыу ресурстарын һаҡлау концепцияһын эшләргә ҡушып, киләсәкте күҙаллаясаҡ оҙайлы йылдарға иҫәпләнгән документ әҙерләү маҡсатын ҡуйҙы. Белгестәр ошо кәңәшмәлә көн ҡаҙағындағы бурыстарҙы билдәләне, һыу үҙәнен таҙартыу, һайығыуға ҡаршы көрәш, ҡом-таш сығарыуҙы оптималләштереү, сәнәғәттең кире йоғонтоһон кәметеү кеүек мәсьәләләр менән бер рәттән, һыу транспортын үҫтереүҙе лә күҙ уңында тотто. Былтырғы тура бәйләнештә республика етәксеһе Радий Хәбиров тәбиғәтебеҙҙең һоҡланғыс биҙәге – Ағиҙел йылғаһының киләсәге оҙайлы, уйланылған ҡарарҙар ҡабул итеүҙе көтөүен билдәләне.
Халыҡтың артыуы һәм сәнәғәттең үҫеше йылға һайығыуына өлөш индереүе билдәле. Республикабыҙҙағы үҙенсәлекле Асылыкүл һәм Ҡандракүлдең яҙмышы ла етәкселектең даими иғтибар үҙәгендә. Былтыр һыу ятҡылыҡтары тирәләй махсус һаҡлау зоналары булдырыу кеше эшмәкәрлегенең кире йоғонтоһонан үҙенсәлекле экосистемаларҙы ҡурсалаясаҡ. Ҡыҫҡаса әйткәндә, иҡтисадтың үҫеше менән халыҡ ихтыяжы араһындағы тигеҙлекте табырға кәрәк. Эре компанияларҙың һыу объекттарына көсөргәнеште кәметеүсе технологиялар индереүе, таҙартыу ҡоролмаларын яңыртыу, йылғаларҙың биоресурстарын тергеҙеү тап ошо маҡсатҡа эшләйәсәк. Был йәһәттән ирекмәндәрҙең, тыуған төбәгенең йәмен һаҡларға, ишәйтергә ынтылыусы кешеләрҙең яр биләмәләрен таҙартыуҙа әүҙем ҡатнашыуын күрәбеҙ. “Рәсәй һыуы”, “Балыҡты тонсоғоуҙан ҡотҡарабыҙ”, пластик ҡапҡастар йыйып тапшырыу акциялары күптәрҙе үҙенә йәлеп итә. Эсәр һыуҙарыбыҙҙы һаҡлау – берлектәге тырышлыҡты талап итеүсе оло бурыс. Был тәңгәлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡарары ҡәтғи: “Беҙ ниндәйҙер бөйөк нәмәләр тураһында хыялланабыҙ, нимәлер төҙөйбөҙ – мәҙәниәт йорттары, мөһабәт спорт һарайҙары, ә кешеләрҙең һыуы юҡ. Был беҙҙең өсөн иң ҙур проблема булырға тейеш. Ҡайҙа һыу юҡ, шунда бөтә тырышлыҡты һалырға кәрәк. Тик шунан һуң ғына, һыу менән мәсьәләне хәл иткәс кенә, башҡалары менән шөғөлләнә башлайбыҙ”, – тип эсәр һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһенең көн үҙәгендә торасағын белдерҙе.
Һуңғы осорҙа балалар һәм үҫмерҙәргә йүнәлтелгән, тәбиғәтте һаҡлауға аңлы мөнәсәбәт, экологик мәҙәнилек тәрбиәләгән башланғыстар юл яра, слеттар, акциялар, конференциялар, конкурстар үткәрелә. Тирә-яҡтағы тәбиғәт ҡомартҡыларын, йылға-күлдәрен өйрәнеү, өмәләрҙә, проекттарҙа ҡатнашыу эҙһеҙ үтмәйәсәк, әлбиттә. Беҙҙең күптәребеҙ шифалы һыу һәм дауалаусы ләм артынан, йәй етһә, халыҡ мыжғып торған Тоҙло Илек тарафтарын ғына күҙ уңында тота. Әммә быуындарҙы дауалау, ял итеү өсөн тыуған мөхиттән айырылмайынса ла файҙалы, минераллы сығанаҡтар шифаһынан файҙаланырға, сәләмәтлекте нығытырға мөмкин. Ошондай тәбиғәт мөғжизәләренең бер нисәһен генә һанап үтәйек: Әбйәлил районындағы Тоҙлокүл, Дәүләкән районындағы балыҡҡа бай, диңгеҙҙәй йәйрәп ятҡан, республикабыҙҙағы иң ҙур Асылыкүл (яңыраҡ экосистеманы нығытыу өсөн ун мең ҡарағай ултыртылды), ҙурлығы буйынса унан аҙ ғына ҡалышҡан Ҡандракүл, минералдарға бай, гидрологик ҡомартҡы статусына эйә Красноусол һыу сығанағы, Салауат районындағы тәбиғәт ҡомартҡыһы статусын алған, республикабыҙҙағы иң йылы Күсәләр һыу сығанағы, Ҡырмыҫҡалы районындағы гидрологик тәбиғәт ҡомартҡыһы тип танылған Зәңгәр күл (һыу төбө зәңгәр балсыҡлы, ҡышын да туңмай), Мәләүез районындағы Нөгөш, Ҡариҙел, Благовещен һәм Нуриман райондары биләмәһендәге Павловка һыу һаҡлағыстары, Учалы районындағы Ҡалҡан, Бөрө ҡалаһы эргәһендәге Шәмсетдин күлдәре һәм башҡа үҙенсәлекле һыу сығанаҡтары дәүләт ҡурсалауын һәм иғтибарын даими талап итә.
Башҡортостан – Рәсәйҙә экология өлкәһендә уңышлы эшләгән төбәктәрҙең береһе. Ул тәбиғәтте һаҡлау акциялары һөҙөмтәһе буйынса тәүге биш төбәк иҫәбендә: “Рәсәй һыуы” Бөтә Рәсәй акцияһында 4-се урынды биләй (6,5 мең километр яр буйы таҙартылған) һәм ”Бумбатл” акцияһында 2-се урында (800 тоннанан ашыу макулатура йыйылған һәм эшкәртеүгә ебәрелгән). Был – власть органдарын, бизнесты һәм экология сараларында ҡатнашыусыларҙы берләштергән системалы, оло эш һөҙөмтәһе. Һыу объекттары менән эш хәүефһеҙ ҙә, уңайлы ла булырға тейеш. Әле Һамар һыу һаҡлағысында гидротехник ҡоролмаларҙы капиталь ремонтлау буйынса күләмле эш дауам итә, Йомағужа һыу һаҡлағысы гидроузелын ремонтлау эше башланған. Әй, Инйәр йылғалары ярҙарын нығытыу эштәре тамамланған. Быйыл Егән һәм Мәнәүез йылғалары үҙәндәрен таҙартыу һөҙөмтәһендә райондарҙа халыҡтың тормош сифаты, көнкүреше яҡшырасаҡ. Республикала һыу сығанаҡтарын һәм һыу объекттарын тәртиптә тотоу сараларына былтыр федераль бюджеттан 23,5 миллион һум субвенция йүнәлтелгән. Бүленгән средстволар иҫәбенә һыу һаҡлау зоналарын, Һаҡмар йылғаһы бассейны һәм Урал ҡушылдыҡтары яр буйы һаҡлау һыҙаттарын, яр линияларын билдәләү буйынса эштәр башҡарылған.
Халҡыбыҙҙың экология мәсьәләләренә йәлеп ителеүе, тәбиғәт байлыҡтарын һаҡлауға һиҙгерлеге – уңыштың нигеҙе. Егерме меңдән ашыу экология саралары дүрт миллиондан ашыу кешене берләштерҙе, “Экологик белем аҙнаһы” 272 мең уҡыусыны йәлеп итте. Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы мәғлүмәт әүҙемлеге буйынса республика ведомстволары араһында тәүге өс урындың береһен биләй. Тимәк, экологик мәҙәнилекте формалаштырыу республиканың тотороҡло үҫеш стратегияһының айырылғыһыҙ өлөшө, тип иҫәпләргә урын бар.
Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы:
“Беҙ биләмәләребеҙҙең потенциалын асырға тейешбеҙ. Әммә шуның менән бергә туристар тәбиғәткә һаҡсыл ҡараһын өсөн экологик мәҙәнилекте формалаштырырға тейешбеҙ”.
Альбина Сөләймәнова, экоблогер, “Водорослям крышка” төбәк-ара проект координаторы:
“Беҙ йылғаларҙы пластик әйберҙәрҙән таҙартыу буйынса проектҡа ҡушылдыҡ – шешә ҡапҡастарын йыйыуҙы һәм эшкәртеүгә тапшырыуҙы ойошторҙоҡ. 2,6 тонна пластик ҡапҡастар йыйып, уларҙы тапшырған аҡсаға май айында уҡбалыҡ селбәрәләрен һатып алып, Ағиҙелгә ебәрҙек. Өфө ҡалаһы, Иглин, Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Әлшәй һәм башҡа район уҡыусылары, балалар баҡсалары коллективтары әүҙем ҡатнашты. Был проект ике мөһим мәсьәләне хәл итә: ҡалдыҡтарҙы айырым йыйырға өйрәтә һәм йылғаларҙы тергеҙергә булыша”.
Динә Арыҫланова.
Фото:Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы сайтынан. Асылыкүлдә ял.