Экология
20 Августа , 13:45

Айыу ҡатынды палатканан һөйрәп сығарған...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул имен ҡала алмаған... Был ҡурҡыныс хәлдән һуң биш айыуҙы юҡ иткәндәр.

Айыу ҡатынды палатканан һөйрәп сығарған...Айыу ҡатынды палатканан һөйрәп сығарған...
Айыу ҡатынды палатканан һөйрәп сығарған...

Алтай Республикаһының Турочак районында биш айыуҙы юҡ иткәндәр. Унда йыртҡыс ҡатынды палатканан сығарып үлтергән, тип хәбәр иттеләр республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

“Уҙған тәүлектә Турочак районында һунарсылар биш айыуҙы юҡ итте. Алтай Республикаһының Тәбиғәт министрлығына йыртҡыс аулауға өҫтәмә лицензиялар бирҙе. Айыуҙар ауылдарға килә башланы, шуға күрә хайуандар иҫәбен көйләү – халыҡтың именлеге өсөн кәрәкле сара”, – тиелә хәбәрҙә.

Мәғлүм булыуынса, шишәмбенән шаршамбыға ҡарай төндә Алтай Республикаһының Артыбаш ҡасабаһы районында айыу Новосибирск өлкәһенән туристы палатканан сығарып үлтергән.

“Район биләмәһендә 20:00 сәғәттән 10:00 сәғәткә тиклем комендант сәғәте эшләй – урамда, урман һыҙаттарында һәм торлаҡ биналарҙан йыраҡта йөрөү тыйыла. Полиция хеҙмәткәрҙәренән һәм һунарсыларҙан мобиль патруль төркөмдәре төндә дежур итә. Ауыл биләмәләре башлыҡтары йорт алды инструктаждарын үткәрә һәм биләмәне көн һайын күҙәтә”, – тип билдәләйҙәр Хөкүмәттә.

Хөрмәтле дуҫтар, беҙҙең республика урмандары ла айыуға бай. Шуға күрә лә ошондай хәлгә тарымаҫ өсөн, урманға яңғыҙ-ярым сыҡмаҫҡа тырышығыҙ, сөнки көҙөн айыуҙар айырыуса әүҙемләшә.

Айыу күрһәгеҙ, 112 номерына шылтыратырға кәңәш ителә.

Фото: ecology.bashkortostan.ru

Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас