

Вуз-ара студенттар кампусының резиденты булған Өфө дәүләт нефть техник университеты ғалимдары Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Өфө биология институтынан коллегалары менән берлектә Башҡортостан тупрағының төп үҙенсәлектәрен күрһәткән һанлы карталар әҙерләне.
Проект авторҙары әйтеүенсә, быға тиклем Башҡортостанда ғына түгел, тотош Рәсәйҙә лә төбәк мәғлүмәттәр массивы файҙаланылған бындай эш башҡарылмаған.
Ер өҫтө йәки айырым бер урындағы тупраҡ үҙенсәлектәрен күрһәткән традицион ике үлсәмле карталарҙан айырмалы рәүештә, яңы технология тупраҡты төрлө тәрәнлектә баһаларға, уның нисек бүленгәнен күрергә мөмкинлек бирә.
Бында тәү сиратта органик углерод миҡдары һәм тупраҡтың әселеге тураһында һүҙ бара. Был билдәләр ерҙең уңдырышлылығын, экология торошон һәм климат күренештәрен баһалау өсөн мөһим.
Бындай эштең республика өсөн әһәмиәте фәндең үҫеше генә түгел, ә уның ғәмәлдәге ҡулланылышы менән дә бәйле. Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская, тупраҡ тураһында аныҡ һанлы мәғлүмәттәрҙе идара итеү ҡарарҙарын ҡабул иткәндә файҙаланырға мөмкин, тип билдәләне.
Фәнни проект авторҙары әйтеүенсә, бөтә аҙыҡ-түлектең 90 проценты тупраҡтан алына. Шуға күрә мониторинг үткәреү һәм тупраҡтың торошон баһалау мөһим.
Компьютер моделдәрен файҙаланыу тупраҡтың үҙенсәлектәре менән уларҙың барлыҡҡа килеү факторҙары араһында статистик бәйләнештәрҙе табырға, артабан инде үлсәүҙәр үткәрелмәгән урындарҙың үҙенсәлектәрен дә күҙалларға мөмкинлек бирә.
Вуз-ара кампус ғалимдары тикшеренеүҙәрҙе 2020 йылда уҡ үткәрә башлаған. Улар һөҙөмтәләрҙе ауыл хужалығында, экологияны хәстәрләүҙә һәм климатты тикшереү эшендә ҡулланырға иҫәп тота. Яңы карталар бөтә республикала тупраҡ углероды запастарын һәм әселекте баһалауҙың аныҡлығын арттырырға тейеш.
Тикшеренеү дауам итә. Хәҙер Уралдың таулы райондарында мәғлүмәттәрҙе киңәйтеү өсөн өҫтәмә баҫыу эштәре алып барыла. Артабан команда һанлы моделдәрҙең заманса ысулдарын ҡулланырға ниәтләй.
Мәғлүмәт, фото: pravitelstvorb.ru/news/29461/