Экология
30 Август , 12:00

Ирәмәлдә ҡар яуған

Әҙер булығыҙ, алдағы төндә беҙҙе тағы ла һыуыҡтар көтә

Ирәмәлдә ҡар яуғанИрәмәлдә ҡар яуған
Ирәмәлдә ҡар яуған

Бөгөн Ирәмәлдә ҡар яуған. Ошо хаҡта Белорет районынан Илнур Байегетов хәбәр итте.

Илнур белдереүенсә,  һауа торошо тиҙ үҙгәрә - бер урында ҡояш балҡыһа, икенсе урында ҡар яуа.

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, бөгөн төндә урыны менән -3 градусҡа тиклем һыуытасаҡ. Шуға күрә лә баҡса үҫентеләрен һаҡлау сараһын күрегеҙ.

Халыҡ күҙәтеүҙәренә күҙ һалһаҡ, әгәр 14 октябргә тиклем ҡар яуһа, киләһе йылда йәй йылы булыр, тип әйтелә. 

Фото: скриншот.

 

 

Ирәмәлдә ҡар яуған
Ирәмәлдә ҡар яуған
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас