Экология
17 Сентябрь , 19:05

Сирень сәскә атты

Ни өсөн сирень миҙгелдәрҙе “бутай” һәм бының өсөн борсолорға кәрәкме?

Сирень сәскә аттыСирень сәскә атты
Сирень сәскә атты

Сентябрҙә сирень сәскә атыуын күргән ҡайһы бер кешеләр: “Был тигенгә түгел", – тип ҡурҡа. Ысынлап та, халыҡта көҙгө сәскә атыуға һаҡсыл ҡарайҙар, әммә был йәһәттән фәндә логик аңлатмалар бар. Ни өсөн сирень миҙгелдәрҙе “бутай” һәм бының өсөн борсолорға кәрәкме?

Ботаниктар сентябрҙә сирендең сәскә атыу күренешен икенсел сәскә атыу тип атай. Был мөғжизә лә, һәләкәттең алдан хәбәр итеүсеһе лә түгел, ә үҫемлектең биологик ритмдар боҙолоуға реакцияһы. Сирендең аныҡ программаһы бар: яҙын — сәскә атыу, йәйен — көс туплау, көҙөн — ҡышҡа әҙерлек. Әммә тышҡы шарттар ҡыуаҡты “алдаһа”, ул яңынан сәскә атырға ваҡыт еткән тип уйлай.

Быйыл сирендең көҙгө сәскә атыуы ысын мәғәнәһендә киң таралыу алған һәм бер нисә төбәктә күҙәтелгән. Башҡортостанда  Благовар, Балтас, Салауат, Белорет, Ҡырмыҫҡалы, Мәсетле райондарында.

Халыҡта иһә көҙгө сәскә атыуҙы йыш ҡына насар билдәләр менән бәйләйҙәр. Әммә фәнни яҡтан был быйылғы һауа торошоноң стандарт булмауының күрһәткесе генә. Ҡала халҡы өсөн был йәшеллектәрҙең торошона, ә баҡсасылар өсөн үҫемлектәрҙе ҡарауға иғтибар итергә сәбәп.

Әгәр һеҙ ҡыуаҡтың көҙгөһөн сәскә атҡанын күрһәгеҙ, сәскәлектәрҙе һаҡ ҡына алып ташлағыҙ: был үҫемлеккә көсөн бушҡа сарыф итмәҫкә ярҙам итер. Иң мөһиме – үҫентеләрҙе боҙмаҫ өсөн һаҡсыл булырға кәрәк. Азотлы ашламалар менән туҡландырмағыҙ: хәҙер сиренгә йәшел массаны арттырмаҫҡа, ә ҡышҡа әҙерләнергә кәрәк.

Калий‑фосфор составы ярай — улар тамыр системаһын нығыта һәм ҡышҡа сыҙамлылыҡты арттыра. Һыу һибеүҙе күҙәтегеҙ: ҡоро көҙҙә уртаса һыу һибеү үҫемлеккә дым тупларға ярҙам итә, әммә артыҡ тырышмағыҙ: һыуыҡтар алдынан артыҡ һыу ҙа зарарлы. Ҡоротҡостарҙы һәм ауырыуҙарҙы тикшерегеҙ. Әгәр зарарланыу билдәләре булһа, һыуыҡтар башланғансы үҫемлекте эшкәртеү яҡшыраҡ. Өфө ботаника баҡсаһы белгестәре шулай уҡ ҡышҡыһын йылыраҡ булһын өсөн ерҙе тамырҙар тирәләй бер аҙ ҡапларға кәңәш итә.

 

Фото: скриншот.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас