

Балаҡатай район-ара суды Мәсетле районының 58 йәшлек кешеһенә ҡарата енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарҙы.
Ул Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 260-сы статьяһы 3-сө өлөшө (айырыуса ҙур күләмдә законһыҙ ағас ҡырҡыу) буйынса ғәйепле тип танылды.
Судта асыҡланыуынса, 2025 йылдың ноябрендә ир кеше тейешле документтар рәсмиләштермәйенсә, бензбысҡы ярҙамында урман участкаһынан ситтә 52 ҡайын ағасын законһыҙ ҡырҡҡан. Үҙенең хоҡуҡҡа ҡаршы ғәмәлдәре менән ул урман фондына 320 мең һумдан ашыу зыян килтергән.
Суд уға 2 йыл 6 айға шартлы рәүештә ирекенән мәхрүм итеү язаһын тәғәйенләне (шул уҡ ваҡытҡа һынау мөҙҙәте менән) һәм бензобысҡыны конфискацияланы, шулай уҡ прокуратураның зыянды ҡаплау тураһындағы дәғүә талаптарын ҡәнәғәтләндерҙе.
Фото: нейроселтәрҙән.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ.