Атты ла ҡулға эйәләтә, тимерҙе лә бөгә ул.
Бер генә түгел, ә ике-өс йүнәлештә эшмәкәрлекте йәйелдереү һәр йәһәттән дә отошло. Өмөтлө эшҡыуар Алмас Баймырҙин тураһында хәбәрҙар инем, әммә ошоға хәтлем осрашырға насип булманы. Ейәнсура районы хакимиәтенең Мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Илгиз Хөснөтдиновҡа был турала әйткәс, ниәтте тиҙ генә бойомға ашырып та ҡуйҙы.
– Кафе асыу тураһында күптән хыяллана инем, әммә ҡайҙа булырға тейеш ул: ауылдамы йәки юл буйындамы – быныһы хәл ителмәгән мәсьәлә ине, – тип башланы һүҙен “Алтын дуға” ауыл хужалығы предприятиеһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Алмас Баймырҙин. – Ғаилә советында кәңәшләшкәндән һуң, туҡланыу урынын юл сатында урынлаштырырға ҡарар иттек. “Усмантау” кафеһы Иҫәнғолдоң осонда, Йылайыр тарафтарына киткән оло трассала урынлашҡан. Әйткәндәй, Мораҡтан (Күгәрсен районы үҙәге) Йылайыр ауылына тиклем йөҙ километр арала ун кафе бар. Әлбиттә, конкурентлыҡ көслө. Бында иҫерткес эсемлектәр бөтөнләй һатылмай, милли аш-һыуға ғына өҫтөнлөк бирелә.
Гәзит уҡыусы кафеның аталышына иғтибар иткәндер. “Ни өсөн?” тип һорауы ла ихтимал. Таҙлар менән Үрген ауылдары араһына тура һыҙыҡ һыҙһаң, тап шунда түңкәрелгән кәмәгә оҡшаған оҙон тау һуҙылып ята. Рәсми телдә – Усмантау, ә халыҡ Кәмәтау тип йөрөтә. Оҙаҡ уйланмағандар, яҡында булғас, исем һайлағанда ошо тауҙа туҡталғандар.
Алмас Азамат улы билдәләүенсә, айырыуса хәҙер халыҡ донъяһын ныҡлы һәм бөхтә итеп төҙөй, матур йәшәүҙе берәү ҙә тыймай бит. Үҫәргән уҙаманының тимер эшенә лә тотоноуы юҡтан килеп сыҡмаған. Беҙгә уның “бер тапҡыр көс һалған ергә бүтән килеп урамаҫҡа” тигән һүҙҙәре оҡшаны. Ысынлап та, ағас урынына тимер бағана ултыртыу оҙаҡҡа етә, баҫҡыстар ҙа, ишек-ҡапҡалар ҙа ыҡсым килеп сыға. Ҡыҫҡаһы, эшҡыуар кемгәлер кәрәкмәгән һәм ҡотһоҙ һаналған тимергә йән өрөү тылсымына эйә. Үҙебеҙ шаһит булдыҡ, Иҫәнғолда төпләнеүсе йәш ғаилә балалар майҙансығы өсөн әҙер әйберҙәрҙе йөк машинаһына тейәп алып ҡайтып китте.
Егеттең ат йәнле булыуына ла ғәжәпләнәһе түгел, ҡайһы башҡорт мал яратмай!
– Агро- һәм этнотуризмды үҫтерергә ине, ә бының өсөн беҙҙә уңайлы шарттар етерлек, – тип киләсәккә хыялдары менән уртаҡлаша әңгәмәсем. – Майҙансыҡта бер нисә өй буласаҡ, иң мөһиме – йыл әйләнәһенә эшләүҙе яйға һаласаҡбыҙ. Тирмә инде түрҙә булыр тип күҙаллана. Һүҙ ҙә юҡ, халыҡ ялын файҙалы үткәрергә тейеш. Быны һис кенә лә онотоға ярамай.
Алдан ҡысҡырғандың башы ауырта, тибеҙ. Һәр кемдең сере булырға тейеш, йорттоң ҡайҙа урынлашыуын әлегә Алмас үҙе генә белә.
Уның ҡарауы, был йәһәттән “боҙ ҡуҙғалған” да инде. Башланған эш – бөткән эш, тип тә өҫтәйек. Бөгөн эшҡыуарҙың илле аты тибендә йөрөй, әммә был сик түгел, йылҡының һанын бер нисә тапҡырға арттырыуҙы үҙенә маҡсат итеп алған. Ҙур булмаған “хайуандар донъяһы” булдырырға итә. Мышы, болан, дөйә, ишәк һәм башҡа ҡырағай йәнлектәр аҫрамаҡсы.
Алмас Баймырҙиндың тағы бер сифаты оҡшаны – ул бары үҙенең көсө менән бар уй-ниәтен тормошҡа ашыра. Әлбиттә, яңы ғына эш башлаған эшҡыуар булараҡ, ике йөҙ мең һумлыҡ ярҙам алған. Уның ҡарауы, әле ипотека, кредит тигән төшөнсәләрҙән йыраҡ тора.
Алмас Азамат улы һөйөклө кәләше Олеся Рәфҡәт ҡыҙы менән Азат, Азамат һәм Азалия исемле балалар тәрбиәләй. Улар ҙа эшкә өйрәнеп үҫер, моғайын.