Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
24 Май 2019, 12:10

Кисә – иҡтисадсы, бөгөн – завод хужаһы

Иркен бинала һәр кем үҙ эше менән мәшғүл. Кемдер иретеп йәбештерә, берәү теплица хәстәрләй. Былар барыһы ла Рәүис Камаловтың Борай механика заводында етештерелә.

Иркен бинала һәр кем үҙ эше менән мәшғүл. Кемдер иретеп йәбештерә, берәү теплица хәстәрләй. Былар барыһы ла Рәүис Камаловтың Борай механика заводында етештерелә.


Рәүис Рауил улы иҡтисад белгесе икән. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, һөнәре буйынса ауыл хужалығында эшләй, сельпо директоры ла була.


Көндәрҙең береһендә уҙаман үҙ кәсебен асырға тәүәккәлләй. Тәүҙә Ижевск ҡалаһынан төрлө йыһаз ташый. Фабрикала тауар көтөп йөрөгән мәлдәрҙә ул егеттәрҙең шөғөлө менән ҡыҙыҡһына һәм үҙендә сәм уяна. “Бындай әйбер­ҙәрҙе мин дә эшләй алам бит”, – тип уйлай ҙа Борайҙа дивандар етештерергә тотона. Ул заманда магазиндарҙа әлеге кеүек кәрәк-яраҡ тулып ятмай. Улар эшләгән йыһазды халыҡ теләп ала. Ҡапыл тимерҙән әйберҙәр яһай башлауын Рәүис ағай былай тип аңлатты:

– Йыһазды башлыса ҡатын-ҡыҙ һайлай. Улар менән аралашып арығанға ла ошо эшкә күсергә булдым. Мәҫәлән, берәү бер ай үткәс, дивандың төҫө фатирҙағы обойға тап килмәй, өҫтәүенә саң йыя, алмаштырам, тип аптыратты. Ә ирҙәр менән был юҫыҡта рәхәтерәк. Улар сәғәттәр буйы тауар һайлап, ваҡыт әрәм итеп йөрөмәй. Нимә кәрәген алдан белеп киләләр.


Бөгөн был заводта нимә генә етеш­терелмәй! Мунса мейестәре, теплицалар, бесән йыйғыстар, тырмалар, сүп кон­тейнерҙары. Бөтәһе 50-нән ашыу төр тауар етештерелә. Һәр эшен йөрәген һа­лып эшләгән оҫталарҙың әйберҙәрен юл­лап яҡын-тирә райондарҙан да киләләр.


Заводта ете кеше мәшғүл. Бығаса мәк­тәптә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыт­ҡан Лида ханым да бөгөн иптәше етәк­селек иткән ойошмала эшләй. Иҡтисад эштәрен ул алып бара, халыҡтың ихтыяжын өйрәнә, заказдар ҡабул итә.


– Эшҡыуарлыҡ та уҡытыусы һөнәре кеүек, – тип ихлас йылмая ул. – Мәк­тәптәге тәжрибә, балалар менән аралашыу оҫталығы бында ла ярҙам итә, сөнки клиенттар менән матур мөғә­мәлә итеү, уларҙың нимә теләгәнен аңлау – йүнселгә лә бик кәрәк сифаттар.


Заводта эш ҡайнай. Хатта күптән бөтә ерҙә йөрөй алған трактор ҙа йыйып ҡуйғандар.


“Быны алыусы булырмы икән?” тип ҡыҙыҡһыныуыма Рәүис Рауил улы:

– Бар, әлбиттә! – тине. – Күптән заказ биреп ҡуйғайнылар. Әле эшләп бөтөүҙе түҙемһеҙләнеп көтәләр.


Борай уңғандарының эше ыңғай бара. Йылдан-йыл теге йәки был әйбергә заказ биреүселәр арта. “Йыбанмаған кешегә эш бөтәһе түгел. Бары ялҡауланмаҫҡа, тырышырға кәрәк”, – ти эшҡыуар.


Борай районы.
Читайте нас: