Үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлеккә етмәй!
Шәхси эшҡыуар Виктор Дреминдың Ҡарлыхан ауылында урынлашҡан ағас күмере етештереү буйынса предприятиеһы тотороҡло һәм уңышлыларҙан һанала. Был эш менән Виктор Александрович 2010 йылдың майынан шөғөлләнә.
Тәүҙә ул тыуған төйәгендә аҙыҡ-түлек магазины асып, ауылдаштарын сифатлы һәм арзан продукция менән тәьмин итә. Бынан тыш, төрлө көнкүреш тауарҙары, кейем-һалым һата. Уңған йүнсел 2002 йылда икмәк бешереү цехы ла аса, уның ризығын, Ҡарлыхан ауылынан тыш, район үҙәге халҡы ла яратып һатып ала.
Күмер етештергән предприятиела дүрт мейес урынлаштырылған, уларҙың һәр береһе айына 150 тонна продукция сығарыу мөмкинлегенә эйә. Бөгөн ойошма айына бер мең тоннаны “РусАл” асыҡ акционерҙар йәмғиәте заводтарына оҙата.
Йәмғиәт күмер етештереү өсөн ағасты фәҡәт Балаҡатай районынан ғына ала, үҙҙәренең диләнкәләре бар, был ерҙәр 49 йылға ҡуртымға бирелгән. Тағы ла төрлө аукциондар аша ағас һатып алырға тырышалар. Шуныһы ла мөһим: эштә кәрәкле барлыҡ техника менән тәьмин ителгәндәр, уны йыл һайын яңыртып торалар.
— Беҙҙең продукцияға халыҡтың ихтыяжы ҙур, айырыуса йәй һорау арта, шуға ла ҡыҙыу миҙгелдә уны күпләп етештерергә тырышабыҙ, — ти эшҡыуарҙың улы Дмитрий. — Күмәртәләп һатып алыусылар менән уңайлы килешеүҙәр төҙөлгән. Шөкөр, келәттәр тулы ятмай, көнөндә үк һатып алып бөтәләр.
Аталы-уллы Дреминдар ошо уҡ ауылда теплица ла төҙөп ултыртҡан. Бында йыл әйләнәһенә ҡыяр, помидор, борос, кәбеҫтә, төрлө салаттар үҫтерәләр. Әҙер һәм сифатлы продукцияны район ауылдары магазиндары теләп һатып ала, хаҡы ла әллә ни ҡиммәт түгел. Бынан тыш, йәшелсәләрҙе үҙҙәренең “Раздолье” кафеһында ла тәмләргә була.
Киләсәктә ер майҙанын арттырып, яңы теплицалар төҙөү, маҡсаты менән йәшәй Дреминдар. Бөгөн улар, 52 ауылдашын хеҙмәт урыны менән тәьмин итеп, уңышлы эшмәкәрлек алып бара.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.