Һуңғы йылдарҙа ауыл ерендә йәшелсәселек тармағы киң үҫеш ала. Тәүҙәрәк пленка аҫтында ғына үҫтерелгән ҡыяр, борос, помидорҙар әле ҙур теплицаларҙа үҫә. Башта үҙҙәре үҫтергән йәшелсәне халыҡҡа тәҡдим итергә бер аҙ уңайһыҙланыу кисереп, шуға күрә үҙ тауарын арзан хаҡҡа тәҡдим итергә тартынған йәшелсә үҫтереүселәргә бөгөн бер ҡайҙа ла йөрөмәй, әҙер ҡыярҙарын түтәлдән өҙөп кенә өлгөртөргә кәрәк. Һәр хәлдә, Исҡужа ауылында йәшәүсе Хәҙисә Алсыноваға был йәһәттән борсолорға урын юҡ.
Сәскәләй биш матур ҡыҙға ғүмер бүләк иткән Хәҙисә менән Альфред Алсыновтарҙы районда электән йәшелсәселек менән уңышлы һәм табышлы эшләүсе ғаилә булараҡ яҡшы беләләр. 1998 йылда колхоз бөтөп эшһеҙ ҡалғас, ғаилә башлығы бәләкәй теплица эшләп, ҡыяр ултырта. Тәүге йылда уңыш ярайһы ғына була, табышлы кеүек тойола был кәсеп. Иш янына ҡуш тигәндәй, ауыл янында сәселгән картуф баҡсаһында уңыш емерелеп уңа: баҙарҙа ғына түгел, хатта өйҙән килеп алалар. Артабан йәшелсәселек буйынса махсуслашырға уйлай ғаилә һәм теплицаһын киңәйтеп, уны йылы, яҡты итеү ниәтендә ҡоролма эшләп ултырталар.
2001 йылдан крәҫтиән (фермер) хужалығы буйынса үҙ эшен асып, Хәҙисә Абдрахман ҡыҙы ҡыяр үҫтереүгә ныҡлап тотона.
– Бала саҡтан әсәйем йәшелсәселек менән шөғөлләнде. Баҡсабыҙҙа ниндәй генә төр йәшелсә үҫмәй торғайны, шуға күрә был шөғөл миңә үтә яҡын һәм ҡәҙерле. Ауыл ерендә тәбиғәт шарттары ҡырыҫ булыуға ҡарамаҫтан, йәшелсәселек тармағына тотоноуыбыҙ ҙа юҡҡа түгел. Әлбиттә, бер эштең дә еңеле юҡ. Һәр саҡ үҙеңә тырышырға кәрәк, көнө-төнө эшләгәндә генә табыш алырға мөмкин. Беҙҙә йәшелсәне пленка аҫтында ғына үҫтермәйенсә, уңыш алып булмай, – ти эшҡыуар.
2015 йылда Алсыновтар район буйынса 300 мең һум аҡсалата ярҙам алған. Был аҡсаға улар картуф күмеү һәм сәсеү өсөн махсус ҡоролма һатып алған. Тырыш ғаилә өс гектар майҙанда кәбеҫтә үҫтереү менән дә шөғөлләнә. Йылайыр һәм Юлдыбай баҙарында улар үҫтергән кәбеҫтәгә һорау һәр саҡ ҙур, хатта өйҙәренән килеп алып китеүселәр ҙә юҡ түгел.
Һәр эштең үҙ сере, нескәлектәре бар. Теплицала даими йылылыҡты тотоу өсөн Алсыновтарға һәр ике сәғәт һайын тимер мейескә утын өҫтәп торорға кәрәк, шуға күрә был эште улар бергәләшеп башҡара. Бөгөн Хәҙисә Абдрахман ҡыҙының уң ҡулы – ҡыҙы Әлфинә. Алдан әйтеп үтеүебеҙсә, уларҙың биш ҡыҙы ла ата-әсәһенә ярҙам итә: кемдер һыу ҡоя, икенселәре сүп-сар утай, өсөнсөләре әҙер уңышты йыйып алыу өсөн яуаплы. Шулай ҙа әле Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында ситтән тороп белем алған Әлфинәне йәшелсәселек сере нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра. Уның тәҡдиме менән ҡыяр орлоҡтары яңыртылған, даими емеш биреүсе еләк үҫентеләре ултыртылған, айырым урында (уныһы ла теплицала) виноград үҫтерелә.
– Йәшелсәселек тармағы менән шөғөлләнгәс, бөтә төр йәшелсә-емештәрҙе лә үҫтереү кәрәк, сөнки һәр береһенең үҙ ваҡыты һәм һатып алыусылары бар, шуға күрә еләк үҫтереүҙе лә яйға һалыу маҡсатында эш башланыҡ. Интернеттан һәр саҡ был тармаҡта үҙ эшен асыусыларҙың тәжрибәләрен күҙәтеп, өйрәнеп барам, үҙемә оҡшағандарын ҡулланырға тырышабыҙ. Киләсәктә теплицаны заман талаптарына яуап бирерлек итеп үҙгәртеп ҡорорға теләк ҙур, ул сағында уңыш алыуҙың күләме икеләтә артыр тигән теләктәмен, – ти буласаҡ эшҡыуар.
Бөгөн улар үҫтергән экологик яҡтан таҙа, сифатлы ҡыярҙарға һорау ҙур. Әйткәндәй, Алсыновтар ҡыяр үҫтереү менән көҙгә тиклем шөғөлләнә, табышлы тармаҡтан ярайһы уҡ килем дә ала.
– Һәр үҫемлектең тере йән икәнлеген иҫәпкә алғанда, уны ныҡлап тәрбиәләү талап ителә, – тип әңгәмәне дауам итте геройым. – Ҡышҡы селләлә төндә ике сәғәт һайын тороп, ҡарауыллап, ут яғыу еңелдән түгел. Әммә эшең барһын, ашың булһын тиһәң, барыһына түҙергә кәрәк. Хәҙер ҡыярҙарҙы яҡшылап ҡарап, уңышты мул алыу хәстәрлеге күрелә. Бының өсөн йылылыҡ температураһын тейешле кимәлдә тотоу, уларға һыу һибеү, ашлама индереү, кәрәкле витаминдар менән даими туҡландырып тороу мотлаҡ. Шул сағында ғына мул уңыш алырға мөмкин. Иң күңелле мәл – ҡыярҙарҙы йыйыу. Иртән бер өҙөп алаһың, кискә улар йәнә ҙурайып ултыра.
Тик йәшелсәселек менән генә шөғөлләнмәй Хәҙисә һәм Альфред Алсыновтар, улар күпләп йылҡы аҫрап, ҡымыҙ етештерә. Әле Исҡужа уңғандарының иң мәшәҡәтле, табышлы осоро. Иртә таңдан алып ҡояш байығансы бар ғаиләләре менән тир түгеп, үҙ эшен башҡара. Һәр шөғөлдөң нигеҙендә – ныҡышмалы хеҙмәт. Быны улар яҡшы белә.