Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
24 Июль 2019, 16:02

“Әсә порошогы”н һәр кем ярата...

Эшҡыуарлыҡ – аҡыл һәм күңел көсөргәнешлеге талап иткән шөғөл, шуға ла эшҡыуар йүнсел, уңған, тәүәккәл, ҡыйыу ғына түгел, көслө рухлы ла булырға тейеш, минеңсә. Шөкөр, бөгөн йәштәр араһында ла үҙ эшен асып, матур ғына эшмәкәрлек алып барғандар етерлек – шуныһы һөйөндөрә.

Эшҡыуарлыҡ – аҡыл һәм күңел көсөргәнешлеге талап иткән шөғөл, шуға ла эшҡыуар йүнсел, уңған, тәүәккәл, ҡыйыу ғына түгел, көслө рухлы ла булырға тейеш, минеңсә. Шөкөр, бөгөн йәштәр араһында ла үҙ эшен асып, матур ғына эшмәкәрлек алып барғандар етерлек – шуныһы һөйөндөрә.


Малаяҙ ауылынан бер туған Әлиә менән Айгөл Закировалар быға тиклем районда бер кем дә шөғөлләнмәгән йүнәлеште һайлап, “Әсә порошогы” (“Мамин порошок”) етештерә башлаған. Ҡыҙҙар әлегә ошо йүнәлеште һайлауҙарына һис кенә лә үкенмәй, эшмәкәрлектәрен алға әйҙәй.


Уңған ҡыҙҙарҙың береһе иҡтисадсы булһа, икенсеһе юрист һөнәренә уҡып сыҡҡан.


– Кейәүгә сығып, әсә булыу бәхетен татығас, бәпестең әйберҙәрен, төргәктәрен магазиндарҙа һатылған төрлө порошок, хуш еҫле һабындар менән йыуырға тура килде, – ти Айгөл. – Әммә таҙартҡыстарҙың барыһы ла тиерлек баланың тәненә насар йоғонто яһап, аллергия йонсотто. Шуға ла күп уҡырға, эҙләнергә, төрлө тәжрибәләр үткәрергә тура килде.


Юғары белемгә эйә апалы-һеңлеле Закировалар ҡабаттан химия менән ныҡлы мауығып, төптән ошо фәндең нескәлектәрен өйрәнеп, үҙенсәлекле составлы кер порошогы уйлап сығара. Шуныһы ҡыуаныслы: экологик яҡтан таҙа, составында кеше организмына, айырыуса балаға зыян килтергән хлор, фосфат һәм ароматизаторҙар булмаған порошок кескәйҙәрҙең генә түгел, ә ололарҙың кейемдәрен йыуырға ла ҡулайлы. Аҡ, төҫлө, төрлө туҡымалы кейемдәрҙә булған таптар менән был порошок бик яҡшы көрәшә. Кер порошогы яр­ҙамында яңы тыуған сабыйҙарҙың да әйберҙәрен ҡурҡмайынса йыуырға мөмкин. Водород перекисы һәм кальцийландырылған соданан эшләнгән порошок организмға зыянһыҙ булыуҙан тыш, файҙаланғандан һуң ул, сода, кислород һәм һыу булып тарҡалып, тирә-яҡ мөхитте лә бысратмай.


Һау-сәләмәт тормошто үҙ иткән маҡсатлы йәштәргә, хыялдарын тормошҡа ашырғансы, төрлө ауырлыҡ-ҡыйынлыҡтарҙы үтергә тура килә. Порошоктың химик составын уйлап сығарыу, уны төрлө тест аша һынау, дәүләт лицензияһын һәм сертификатын алыу, уны төрөү, йәғни упаковкаһын уйлау, фасовкалау ҡоролмаларын һатып алып, уны дөрөҫ урынлаштырыу һәм башҡа мәшәҡәтле этаптар аша үтеп, бөгөн Закировалар уйлап тапҡан порошок район магазиндарында ғына түгел, республика сауҙа нөктәләренә лә һатыуға сығарыла. Бынан тыш, “Әсә порошогы”н интернет аша ла һатып алырға мөмкин. Төҫлө, заманса матур төргәктә сығарылған порошокты сайт аша һатып алыу мөмкинлеге лә ҡаралған.


– Ҡурҡып ҡына башлаған эшмәкәрлегебеҙ, шөкөр, үҙ емештәрен бирә башланы кеүек, әммә өлгәшелгәндәр менән генә сикләнергә иртәрәк, – ти ҡыҙҙар. – Баҙарҙа үҙ һатып алыусыларыбыҙ күберәк булһын өсөн тағы ла тырышырға кәрәк, бөгөн бит, белеүегеҙсә, ҡулланыусы хаҡына ҡарамай, ә сифатына өҫтөнлөк бирә.


Төбәк баҙарында тапалмаған тармаҡты үҙ итеп, конкуренциянан ҡурҡмай эшмәкәрлеген алып барған уңған, тәүәккәл ҡыҙҙарға уңыштар теләйһе генә ҡала. Ә “Әсә порошогы”, һис шикһеҙ, баҙарҙа үҙ һатып алыусыларын табыр, уның магазин кәштә­ләрендә туҙанланып ятмауына тамсы ла шик юк.


Салауат районы.
Читайте нас: