Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
30 Июль 2019, 18:30

Үҙ шөғөлө, үҙ көйө

Яҡташтарым – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Шәрип Шәһимәрҙән улы һәм мәғариф ветераны Азат Шәрип улы Юлтимеровтар менән яҡындан танышмын. Затлы нәҫелде дауам итеүсе Рөстәм исемле эшҡыуарҙы ошо көндәрҙә осраттым.

Заман менән бергә атлайҙар.
Яҡташтарым – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Шәрип Шәһимәрҙән улы һәм мәғариф ветераны Азат Шәрип улы Юлтимеровтар менән яҡындан танышмын. Затлы нәҫелде дауам итеүсе Рөстәм исемле эшҡыуарҙы ошо көндәрҙә осраттым.
– Кеше был тормошта үҙенән һуң бүтәндәргә мираҫ ҡалдырырға тейешлеген аңлайым, – тип һөйләй “Управляющая компания” Группа капитал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Рөстәм Юлтимеров. – Шул уҡ ваҡытта һәр кемдең күңел һөйгән шөғөлө лә бар. Сер тигән төшөнсәне лә онотмайыҡ. Алдан ҡысҡырып йөрөүҙе өнәмәйем, барыһын да асып һалырға ла ярамайҙыр. Сауҙа бит!
Йәмғиәт, беренсенән, төҙөлөп ятҡан биналарға йылытыу торбалары һуҙыу, электр сымдары һәм сантехника үткәреү менән шөғөлләнә, ремонтты ла үҙҙәренең эш планына индергәндәр. Икенсенән, ҡаланы йәшелләндереү ише яуаплы, бурысты ла башҡаралар. Өсөнсөнән, клининг компания­һының эшен дә йәйелдергәндәр.
Шәхси эшҡыуарҙан киләсәккә уй-ниәттәре тураһында төпсөндөм. Рөстәм Азат улы билдәләүенсә, эшмәкәрлеген киңәйтеү, ғөмү­мән, үҫеш хаҡында уйлана, һатып алыусының талабын иң беренсе урынға ҡуя һәм шуға ярашлы план төҙөй. Әйтәйек, уҙған айҙа йәки кварталда ниндәй етешһеҙлектәр менән осрашҡандар йәки еңеүҙәргә өлгәшкәндәрме?
– Бүтәндәрҙә нисектер, әммә минең күңелдә эшҡыуар булыу тойғоһо күптән бөрөләнде. Күпмелер ваҡыттан һуң ошо татлы ниәтем тормошҡа ашты, бөгөн сикһеҙ бәхетлемен, – тип шатлығы менән уртаҡлашты әңгәмәсем. – Үҙ шөғөлөм, үҙ көйөм тигәндәй, хәҙер бөтә мәсьәләне лә нәҡ үҙем хәстәрләргә һәм хәл итергә тейешмен. “Ятҡан таш мүкләнә, йөрөгән таш шымара” тигән мәҡәлде һәр саҡ иҫтә тотоп эш итәм. Шулай булмай ни! Кем тырыша, заман менән бергә атларға теләй, ул эшен дә алып бара, көрсөктән сығыу юлдарын да таба, эҙләнә, бер һүҙ менән әйткәндә, юғалып ҡалмай. Әммә беҙҙә закондарҙы камил­лаштырырға кәрәк. Үҙемдән генә сығып әйтәм, абыныр, төртөлөр урындар шул тиклем күп. Йәштәр яҙмышы тураһында даими уйланам. Бер генә миҫал. Әрме хеҙмәтенән ҡайтҡан егет үҙ эшен асырға ниәт итте, ти. Ә банк уға кредит биреүҙән баш тарта. Ҡулынан килмәҫтәй булһа, ул эшҡыуарлыҡты һайламаҫ ине бит инде. Күп таныштарым ошо арҡала шәхси эшен аса алмай ыҙа сигә.
Эшҡыуарҙы йыш ҡына йөк аты менән сағыштыралар, ошоға ҡарата ла фекерен белешәм. Йөк атының да ниндәйе бит әле: берәүҙе ураған һайын сыбыртҡылайҙар, бүтәнгә иһә дилбегәне еңелсә генә елпеп алыу ҙа етә. Был юлды һайлағанһың икән, тай кеүек гел хәрәкәттә, көслө, сыҙамлы булырға мәжбүрһең. Туғандары йүнәлеш биреп торғас, эше уңа, ырамлы бара. Ошо һүҙҙәр менән килешмәү мөмкин түгел.
Салауат ҡалаһы.
Читайте нас: