Ауылда бындай тауарҙарға ла ихтыяж бар.
Бөгөн берәй реклама баннеры эшләтеү, саҡырыу ҡағыҙҙары, футболкаларға яҙыу, һүрәт баҫтырыу йә булмаһа төрлө юбилей, туй открыткаларына һәм башҡа әйберҙәргә заказ биреү өсөн район кешеһенә ҙур ҡалаларға барыу мотлаҡ түгел. Асҡарҙа ун йыл элек асылған “Инфинити” реклама агентлығы, бөгөн иһә яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, ошо хеҙмәттәрҙе заказ буйынса башҡара.
Эшҡыуар Фәниә Сөләймәнова, эшмәкәрлеген башлап ебәргәнгә тиклем, күрше Магнитогорск ҡалаһында полиграфия предприятиеһында аппликатор, менеджер-ойоштороусы булып эшләп, тәжрибә туплай. Шуға ла кире Асҡарға ҡайтҡас, ниндәй эшкә тотонорға икән тип ҡаңғырып йөрөмәй, реклама агентлығы ойоштора.
– Әлбиттә, эште башлап ебәреүгә тәжрибә генә етмәүе көн кеүек асыҡ ине. Шуға ла ҡуртымға бина алып, ҡеүәтле полиграфия ҡорамалдары һатып алырға тура килде. Бынан тыш, тырыш, үҙ эшен намыҫлы башҡарған, ошо тармаҡты аңлаған хеҙмәткәрҙәр туплауға ла күп кенә ваҡыт үтте, – ти йәмғиәт директоры Фәниә Фәрит ҡыҙы. – Шөкөр, әле ныҡлы коллектив туплауға, баҙарҙа үҙ юлымды табыуға өлгәштем.
Миҙхәт Хәкимов, Гөлирә Нафиҡова, Зинира Иҫәнаманова, Гөлнара Ишмырҙина менән бына ун йылдан ашыу инде иңгә-иң терәшеп, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, уңышлы эшмәкәрлек алып бара Фәниә Сөләймәнова. Бөгөн йәмғиәттең Асҡарҙа ғына түгел, күрше Магнитогорск, Белорет ҡалаларында ла полиграфия продукцияһы етештергән бүлексәләре уңышлы эшләй.
Эшҡыуарға заказдар күп килә, айырым кешеләр ҙә, коллектив-ойошмалар ҙа фәҡәт Фәниәгә мөрәжәғәт итә. Предприятие тотороҡло эшләһен өсөн ул йыл һайын тиерлек яңы заманса полиграфия ҡорамалдары һатып ала. Халыҡ та сифатлы, шул уҡ ваҡытта арзан да продукцияға өҫтөнлөк бирә. Ә ҡеүәтле ҡорамалдары булғас, хеҙмәткәрҙәр заказдарҙы ваҡытында башҡарып сығыу мөмкинлегенә эйә.
”Инфинити” йәмғиәте әле ҡуртымға иркен бинаны алған, бында полиграфия продукцияһын етештереү өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырылған, киң форматлы баҫыу, ырыу станоктары ярҙамында халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә.
Халыҡ араһында йәмғиәттең абруйы көслө, көн һайын заказдар килеп тора. Әҙер продукцияны илтеп ҡуйыу өсөн “ГАЗель” машинаһы һатып алғандар.
Алға ҡарап йәшәгән һәм эшләгән эшҡыуар “Кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм яҡлау” маҡсатлы программаһына документтарын тапшырған. Конкурс йомғаҡтары ыңғай хәл ителһә, Фәниә Фәрит ҡыҙы эшмәкәрлеген тағы ла киңәйтеп, халыҡты сифатлы, арзан тауары менән тәьмин итер ине.
– Бөгөнгө баҙар шарттарында тырышып эшләргә генә ҡала, ә инде халыҡ тик һиңә генә мөрәжәғәт итһен өсөн сифатлы продукция тәҡдим итергә кәрәк, – ти ул. – Ҡулланыусыларҙы юғалтыуға юл ҡуймаясаҡбыҙ, бының өсөн миндә тырыш, эшһөйәр хеҙмәткәрҙәр эшләй.