Көйөргәҙе районы Советы депутаттары ултырышы тәүге тапҡыр башҡорт телендә үтте.
Уның 4-се саҡырылыш эшендә, депутаттарҙан тыш, район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Нәүгәт Хисмәтуллин, ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты.
Көн тәртибенә ярашлы, Нәүгәт Кәлимулла улы районда кесе эшҡыуарлыҡтың һәм ауыл кооперацияһының үҫеше хаҡында сығыш яһаны. Яҡшембәт ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Юнир Сынбулатов ауыл биләмәһенең социаль-иҡтисади хәле һәм уны артабан үҫтереү саралары хаҡында телмәр тотто.
Фото: Көйөргәҙе районы хакимиәте сайтынан.