“Үҙ шөғөлөм – үҙ көйөм”, – тип һөйөнә эшҡыуар.
Хәҙер ауылдарҙа халыҡтың ҙур итеп йорттар һалыуы, ҡаласа уңайлы шарттарҙа йәшәргә тырышыуы – маҡтауға лайыҡ күренеш. Заман һынауҙарына ҡарамай, үҙ шөғөлөн булдырып, ең һыҙғанып эшләп йөрөүселәр ҙә бихисап. Ғафури районының Красноусол ауылына килеп инеү менән иғтибарҙы бер тирмән йәлеп итә. Асылда ул ысын тирмән түгел, ә эшҡыуар Николай Фоминдың ижад емеше. “Фомин” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Николай менән әңгәмәбеҙҙең башы тап ошо тирмәнгә бәйле булды.
– Ни өсөн тирмәнде һынландырҙығыҙ? Бығаса елкән эшләп ҡуйылған урындарҙы күрергә тура килгәне бар ине.
– Минең эшмәкәрлегем кондитер-ҡалас ризыҡтары етештереүгә көйләнгән. Был эштең төп асылы ондоң сифатына бәйле. Тирмән ул халыҡҡа күрһәткән хеҙмәтебеҙҙең, икмәк бешереү эшенең изгелеген һынландырған символ кеүек.
Шөкөр, эшебеҙ ырамлы бара, икмәкте кәштәләргә теҙеп өлгөртөп булмай, һатып алыусылар күп. Уның үҙенә күрә ябай ғына сере бар: икмәк бешереүҙә тәбиғи ҡомалаҡты ҡулланабыҙ.
Был тирмәнде эшләгәндә ҡанаттарын бинаға беркетергәме-юҡмы тигән һорау күңелдә оҙаҡ йөрөнө. Бер ҡарарға килеп, беркетмәҫкә булдым. “Тирмән ҡанаттарының әйләнеүенә ҡарауы кинәнес” тигән фекерҙәрҙе ишетеп, дөрөҫ ҡарар ҡабул иткәнмен, тип уйлайым. Әлбиттә, “Уға аҡса түккәнсе, бүтән берәй нәмә төҙөр инең”, – тип кәңәш биреүселәр ҙә булды. Ә минең иһә ҡыуанысымдың сиге юҡ.
– Эшҡыуарлыҡҡа нисек тотондоғоҙ? Ауырмы бөгөн ауыл ерендә үҙ эшең менән булышыу?
– Бүтәндәрҙә нисектер, әммә минең күңелдә эшҡыуар булыу тойғоһо күптән бөрөләнде. Йәш алға тәгәрәгән һәм йылдар үткән һайын шуға нығыраҡ төшөнәм: күп осраҡта ниндәйҙер эшкә тотонорға йөрьәт итмәй яңылышабыҙ икән. Нимәлер ҡамасаулаған йәки тотҡарлаған кеүек. Ысынында иһә бер ниҙән дә ҡурҡырға ярамай. Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй, тиҙәрме әле? Хәҙер бына “Үҙ шөғөлөм – үҙ көйөм” тип һөйөнәм. Барлыҡ мәсьәләләрҙе үҙем хәстәрләйем, үҙем хәл итәм. Тырышһаң, маҡсатыңа ирешергә мөмкин.
– Бындай эштә ғаиләнең ярҙамы, берҙәмлеге лә бик мөһимдер...
– Ғаиләм – ҡәлғәм, таянысым, кәңәшсем, ярҙамсым. Бөтә уй-ниәтте уртаҡ һүҙле булып, бергәләшеп тормошҡа ашырабыҙ. Ҡатыным Светлана Ивановна – шулай уҡ эшҡыуар. Владислав, Дмитрий һәм Алексей исемле улдарыбыҙ әлегә белемдәрен арттыра. Әлбиттә, барлыҡ тырышлығыбыҙ – балаларыбыҙ, уларҙың яҡты киләсәге хаҡына.
– Әле ниндәй уй-ниәттәр менән янаһығыҙ? Нисә кешене эшле иттегеҙ?
– Пландар шул тиклем ҙур, маҡсаттар аныҡ. Илле кешене эш урыны менән тәьмин иткәнмен. Уларға ваҡытында эш хаҡы түләйем, төрлө дәртләндереү саралары уйлап табырға тырышам.
Район етәкселегенең ярҙамын тойоп эшләү киләсәккә ышанысты арттыра. “Бөгөн ауыл ерендә үҙ эшең менән булышыу ауырмы?” тигән һорауығыҙға яңынан әйләнеп ҡайтып, шулай тип әйткем килә: хәҙерге ваҡытта ауылда ең һыҙғанып эшләр өсөн шарттар етерлек, йыбанма ғына.