Эшҡыуар
25 Сентября 2019, 07:30

Рух һәм намыҫ көслө итә ирҙәрҙең аҫылдарын

Күмертау ҡалаһында эшләп килгән “Юж-урал-Ойл” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Зиннур Исхаҡовтың үҙе менән яҡындан таныш булмағандар ҙа уның бихисап яҡшы эштәре хаҡында хәбәрҙар. Тыуған ауылында мәсет төҙөтһөнмө, ил азатлығы өсөн ҡорбан булғандар иҫтәлегенә обелисктар астырһынмы, урындағы ҡоролтайҙың изге башланғыстарын күтәреп алһынмы... 2012 йылда Зиннур Закир улының хәстәрлеге менән теүәл бер быуат элек ҡурайсылар бәйгеһе үткән урында иҫтәлекле стела ҡалҡып сыға. Мәғариф, мәҙәниәт тармаҡтарына ла, йәш спортсыларға ла, оло йәштәгеләргә лә эскерһеҙ ярҙам итә ул. Быларға өҫтәп, уның тыуған төйәгендә тотороҡло эшләгән предприятие булдырып, 200-гә яҡын яҡташын эшле итеүен дә билдәләргә кәрәк.

“Үҙең булып ҡалыу мөһим”, – ти абруйлы етәксе һәм танылған эшҡыуар.


Күмертау ҡалаһында эшләп килгән “Юж-урал-Ойл” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Зиннур Исхаҡовтың үҙе менән яҡындан таныш булмағандар ҙа уның бихисап яҡшы эштәре хаҡында хәбәрҙар. Тыуған ауылында мәсет төҙөтһөнмө, ил азатлығы өсөн ҡорбан булғандар иҫтәлегенә обелисктар астырһынмы, урындағы ҡоролтайҙың изге башланғыстарын күтәреп алһынмы... 2012 йылда Зиннур Закир улының хәстәрлеге менән теүәл бер быуат элек ҡурайсылар бәйгеһе үткән урында иҫтәлекле стела ҡалҡып сыға. Мәғариф, мәҙәниәт тармаҡтарына ла, йәш спортсыларға ла, оло йәштәгеләргә лә эскерһеҙ ярҙам итә ул. Быларға өҫтәп, уның тыуған төйәгендә тотороҡло эшләгән предприятие булдырып, 200-гә яҡын яҡташын эшле итеүен дә билдәләргә кәрәк.
Күркәм ғүмер байрамы уңайынан Зиннур Закир улы менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Был юлы һүҙ ул етәкселек иткән предприятиеның эшмәкәрлеге, күрһәткестәре тураһында түгел, ә Көйөргәҙенең лайыҡлы улының шәхсән үҙе, ғаиләһе, тормошҡа ҡараштары, уйланыу-борсолоуҙары һәм башҡалар хаҡында барҙы.


– Зиннур Закир улы, кешенең төп асылы һәм холҡо, донъяға ҡарашы ул тыуып үҫкән мөхиттә, атай-әсәй биргән тәрбиә нигеҙендә һалына. Һеҙ ниндәй ғаиләлә үҫтегеҙ? Атай-әсәйегеҙ ниндәйерәк кешеләр булды?

– Ҙур һәм татыу ғаиләлә тәрбиәләндем. Туғыҙ бала инек, икәүебеҙ бала саҡта уҡ мәрхүм булды. Мин гел ҡыҙҙар – һылыуҙарым араһында берҙән-бер ир бала булып буй еткерҙем. Әммә был иркәләнеп ултырырға сәбәп булманы, атайым менән әсәйем беҙҙе үҙ өлгөһөндә хеҙмәт тәрбиәһе биреп үҫтерҙе.
Атайым Закир Силәбелә ФЗО тамамлап, колхозда тракторсы, бригадир, идарасы булып эшләне. 75 йәшенә тиклем трактор менән бесән сапты. Эшкә лә, донъя көтөүгә лә әрһеҙ, эшһөйәр кеше булды. Мине, берҙән-бер улын, үҙе янында йөрөтөп эшкә өйрәтте, бәләкәйҙән техникаға ылыҡтырҙы.
Әсәйем Зөлхиә сығышы менән Яҡшымбәт ауылынан. Шул тиклем егәрле, төрлө һөнәрҙәргә оҫта, маһир булды. Уның ҡулы тейгән ер көлөп торор ине. Бер ваҡытта ла иҙән таҡтаһын буятманы, олоғайған көнөндә лә шуны һап-һары итеп ҡырып йыуып тотто. Шәп баҡсасы булды. Ул саҡта, әле ауыл халҡы баҡсасылыҡ менән артыҡ булышмаған осорҙа, йәшелсәнең бөтә төрҙәрен үҫтерҙек, ҙур алма баҡсабыҙҙа еләк-емеш ишелеп уңды. Әсәйем бешергән аштарҙың тәме әле булһа тел осомда һаҡлана кеүек.
Соланда ҙур мискә торор ине, шунда әсәйем ҡыяр, помидор, кәбеҫтә кеүек йәшелсәләрҙе бергә маринадлай, араһына алмаһын да ҡушып ебәрә. Үтеп барышлай шул мискәнән ҡулыма нимә эләгә – шуны алып ҡабам. Тәмлелеге! Ҡабаҡтың эсен алып, картуф, ит турап мейестә томалап бешерә. Өйгә таралған хуш еҫте әйтеп аңлатҡыһыҙ. Әле булһа шул саҡтарҙы һағынып иҫкә алам. Бәхетле бала саҡ бүләк иткәндәре, матур тәрбиә биргәндәре өсөн атай-әсәйемә мең рәхмәтлемен.


– Тимәк, атай-әсәйегеҙ бик бөтмөр, һәр йәһәттән маһир, алдынғы ҡарашлы кешеләр булған...

– Был, ысынлап та, шулай. Зат-ырыуыбыҙҙың 1724 йылдан башлап төҙөлгән шәжәрәһе бар. Ҡарт өләсәйем Гөльямал – данлыҡлы Кинйә абыҙ нәҫеленән. Күреүегеҙсә, эш бүлмәмдә шәжәрәбеҙҙе, ике яҡтан да олатай-өләсәйҙәремдең фотоһүрәттәрен эшләтеп ҡуйғанмын. Нәҫелебеҙҙә уҡымышлы кешеләр, сауҙагәрҙәр күп булған, һәр саҡ етеш тормошта йәшәргә ынтылғандар. Ошо сифатты атайым менән әсәйем беҙгә лә бирергә тырышты.
Һылыуҙарымдың барыһы ла белем һәм һөнәр алып, тормошта үҙ урындарын тапты. Кинйәабыҙҙағы атай нигеҙен дә етем итмәнек – бер туған һеңлем Зөлфирә ғаиләһе менән гөрләтеп донъя көтә.
Атай иҫән саҡта 80 йәшенә йыйылғайныҡ. Балалар, ейәндәр, йәғни үҙебеҙ генә барлығы 69 кеше булдыҡ. Бына шулай, ҙур, көслө күс булып, атай-әсәй васыятына тоғролоҡ һаҡлап, татыу йәшәйбеҙ.


– Мәктәптә ниндәй уҡыусы булдығыҙ? Хеҙмәт баҫҡыстары нисек башланды?

– Уҡыу малайҙарса булды. 6-7-се кластарға тиклем артыҡ иҫем китмәне, унан инде уҡыуҙың, һөнәр алыуҙың мөһимлеген аңлап, 8-се класс тирәһендә бер аҙ аҡыл инде (көлә – автор).
Күмертауҙа токарь һөнәренә уҡып, атай-әсәйгә, һылыуҙарыма тиҙерәк ярҙам итеү теләге менән вертолет заводында эш башланым. Артабан уҡыу теләге тау-механика техникумына алып килде. Унда алған һөнәрем – тау электромеханигы. Шул арала ике йыл Воркута яҡтарында хеҙмәт итеп, хәрби бурысымды үтәп ҡайтырға ла өлгөрҙөм. Икенсе курсҡа барған йылда ситтән тороп уҡыуға күсеп, “Башкируголь” йәмғиәтендә эш башланым.
Училищела уҡыған осорҙа ял һайын ауылға ҡайтам. Күрше инәйҙәрҙең береһе – боҙоҡ сепараторын, икенсеһе үтеген тотоп көтөп кенә тора. Әсәйем “балам ялға ҡайтҡанда ла тынғылыҡ юҡ” тип асыуланмай ғына һуҡрана. Ғөмүмән, алда әйткәнемсә, техникаға һөйөүем бала саҡтан килә. Будильникты һүтеп, эсендә нимәләр барлығын ҡарап, кире йыйып эшләтеп ебәреүем хәтерҙә ҡалған.
Пионер, комсомол булған ваҡыттарҙан спорт менән дуҫ булдым. 25 йәшкә тиклем спорт менән ныҡ әүҙем, көн дә тигәндәй шөғөлләндем. Марафон уҙыштарында ҡатнашып, еңеүҙәр яуланым. Спорт кешелә ныҡлыҡ, еңеүгә ынтылыш тәрбиәләй. Ә улар – тормошта бик кәрәкле сифаттар.
Партия мәктәбен дә үтергә тура килде. Ул да беҙҙең заман кешеләрендә эшкә яуаплы ҡараш, теүәллек, маҡсатҡа ынтылыш тәрбиәләне. 1978 – 1982 йылдарҙа ситтән тороп Силәбе юғары партия мәктәбен тамамланым.


– Хеҙмәт биографияғыҙҙан күренеүенсә, яҙмыш елдәре һеҙҙе алыҫ Себер тарафтарына ла илткән...

– Эйе, оҙаҡ ҡына йылдар Себерҙә, Когалым ҡалаһында йәшәргә һәм эшләргә насип булды. Участка начальнигынан предприятиеның генераль директоры урынбаҫары вазифаһына тиклем юл үттем. Бер ваҡытта ла эш менән генә сикләнмәнем, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашырға, үҙемде төрлө яҡлап үҫтерергә тырыштым. Когалымда йәшәгәндә ҡала һәм өлкә советтарына депутат итеп һайланылар. Әммә тыуған төйәк үҙенә тарта икән ул. “Әллә ҡайтырғамы икән...” тигән уй һәр саҡ башта йөрөнө.
1999 йылда күсеп ҡайтып, ике йылдан һуң ошо эшкә – “Южурал-Ойл” предприятиеһына нигеҙ һалдым. Заманында һигеҙ кешенән башланып киткән йәмғиәттә бөгөн 200-ҙән ашыу кеше хеҙмәт итә. Яҡташтарым өсөн тыуған төйәктә эш урындары булдыра алыуым менән ғорурланам. Был маҡтаныу түгел, кешеләр әллә ҡайҙа ятҡан Себер тарафтарына китмәй, үҙ ерендә, ғаиләһе янында эшле булып, яҡшы хеҙмәт хаҡы ала икән, ниңә ҡыуанмаҫҡа? Беҙ төбәктең, илдең иҡтисадын һәм халыҡтың йәшәү кимәлен күтәрергә теләйбеҙ икән, күберәк яңы производстволар асырға тейешбеҙ. Производство – ул эш урындары ғына түгел, ул һалымдар, шул иҫәпкә төҙөлгән юлдар, социаль объекттар һәм башҡалар...


– Предприятиеның эшмәкәрлегенә лә ентеклерәк туҡталһағыҙ ине...

– Беҙҙең йәмғиәт нефть һәм газ тармағы өсөн ҡорамалдар етештереү, ремонтлау һәм монтажлау буйынса махсуслаша. Белеүегеҙсә, юғары сифатлы ҡорамалдар һәм ышаныслы тәьминәт компаниялары булмай тороп, нефть һәм газ сығарыу, ятҡылыҡтарҙы уңышлы эшкәртеү мөмкин түгел. Предприятиебыҙ “Башнефть”, “Лукойл”, “Газпром”, “Роснефть”, “Татнефть” кеүек нефть тармағы гиганттары менән хеҙмәттәшлек итә. Белоруссия, Ҡаҙағстан предприятиелары менән дуҫлыҡҡа күпер һалынды. Һәр төрлө конкурстарҙа бизнес проекттарыбыҙ менән ҡатнашып, еңеүҙәр яулайбыҙ.
Коллектив юғары квалификациялы белгестәрҙән тупланған, һәр кем үҙ бурысын намыҫ менән башҡара. Үҙебеҙҙе заман талаптарына яуап биргән технологияларҙы етештереүгә әҙер профессиональ команда итеп танытыуға өлгәштек. Эшселәргә иң ҡатмарлы деталдәрҙе лә ышанып тапшырырға мөмкин.
Әлбиттә, эшләгән кеше хаҡында хәстәрлек күреү ҙә мөһим. Хеҙмәт хаҡы сағыштырмаса яҡшы, һәм ул ваҡытында түләнә, тип әйтеп үттем. Кадрҙарҙың ситкә китеү осрағы ла юҡ тиерлек – был да күп нәмә хаҡында һөйләй.
Эшселәр өсөн үҙебеҙҙең ашханала туҡланыу ойошторғанбыҙ. Бының өсөн символик хаҡ – айына 500 һум билдәләгәнбеҙ. Меню бай, экологик йәһәттән таҙа ризыҡтарға өҫтөнлөк бирәбеҙ. Хеҙмәткәрҙәрҙең юбилейҙары, тыуған көндәре бер ҡасан да иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Ниндәй вазифала эшләүеңә ҡарамаҫтан, ябай эшсеме ул, етәксеме, һәр береһенә йылы, ихлас мөнәсәбәт, иғтибар һәм хәстәр күрһәтергә тырышабыҙ.
Предприятиебыҙҙың девизы – “Бөгөн барыһын да ышаныслы һәм сифатлы итеп эшлә, ул саҡта иртәгәһе көн тағы ла ышаныслыраҡ һәм сифатлыраҡ буласаҡ”. Бына ошо саҡырыуға таянып хеҙмәт итәбеҙ, йәшәйбеҙ һәм яңы үрҙәргә ынтылабыҙ.
– Һеҙҙе предприятие етәксеһе тип кенә түгел, ә заманса ҡарашлы эшҡыуар тип тә беләләр. Үҙ шөғөлөңә тотоноу өсөн ниндәй сифаттарға эйә булырға кәрәк?

– Иң мөһиме – эске әҙерлек, үҙеңде яҡшы ниәткә көйләү. Шулай уҡ яуаплылыҡ тойғоһо көслө булырға тейеш, сөнки һин үҙең өсөн генә түгел, ҡанатың аҫтына алған кешеләр өсөн дә яуаплыһың. Өсөнсө мөһим шарт – көслө, берҙәм команда булдырыу. Әлеге эште башлап ебәргәндә дуҫтарымдың ярҙамын ныҡ тойҙом. Шулай уҡ Себер тарафтарында эшләп тәжрибә туплау, йәғни “Лукойл” мәктәбен үтеү ҙә бушҡа булманы.


– Төп эшегеҙ етештереү тармағы менән бәйле булһа ла, һеҙҙең рухи тормош эсендә лә ҡайнауығыҙҙы яҡшы беләбеҙ: мәғариф, мәҙәниәт өлкәләренә, урындағы башҡорт ҡоролтайына даими ярҙам күрһәтеүегеҙ һәм башҡа бихисап изге ғәмәлдәр башҡарыуығыҙ хаҡында хәбәрҙарбыҙ...

– Мөмкинлеккә ҡарап һәр кемгә ярҙам итергә тырышам. Мәктәптәргә, спортсыларға, милли матбуғатҡа, мәҙәниәт усаҡтарына даими ярҙам күрһәтеп киләбеҙ. Әгәр йәш быуын, спорт ярышында, бейеү йәки йыр конкурсында ҡатнашып, үҙен һынап ҡарарға, үҫергә теләй икән, ниңә аҙ ғына булышлыҡ итеп ебәрмәҫкә? Ҡоролтай эшендә әүҙем ҡатнашам. Был эштәрҙе мин халҡыма хеҙмәт итеү сараһы тип ҡабул итәм.
2007 йылда Яҡуп ауылында әсәйем хөрмәтенә “Зөлхиә” мәсетен төҙөттөм. Ул саҡта ҡәҙерле кешем иҫән ине әле, башта бер аҙ уңайһыҙланыу кисерҙе. Әммә был минең уға ҡарата рәхмәтемдең сағылышы булыуын аңлатҡас, ризалашты.

Башҡарған эштәрҙе һанап китһәң, күп инде улар: 1812 йылғы Ватан һуғышы яугирҙәренә, 100 йыл элек ҡурайсылар бәйгеһе үткән иҫтәлекле урынға, 1937 йылғы золом ҡорбандарына арналған стелалар – тарихи хәтергә хөрмәт һәм ихтирам билдәһе. Улар йәш быуын өсөн әһәмиәтле.
Абдул ауылы мәсетенә, ауыл зыяратын кәртәләп алыуға, шулай уҡ эргә-тирәләге байтаҡ ауылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә арналған обелисктарҙы яңыртыуға ярҙам күрһәтелде. Әгәр халыҡ изге теләк менән ниндәйҙер яңы башланғысҡа тотона икән, дәртләндерергә, мөмкин булғанса ярҙам итергә кәрәк тигән ҡараштамын.


– Ғаиләгеҙ менән дә яҡындан таныш­тырһағыҙ ине.

– Тәүге никахта ҡатыным менән ике бала үҫтерҙек. Ҡыҙым Альбина Өфөлә төпләнде. Өфө дәүләт нефть техник университетын яҡшы билдәләргә тамамлап, үҙ эшен асты. Бөгөн кейәүем менән ике бала үҫтерә.
Үкенескә ҡаршы, тормош һәр ваҡыт беҙ теләгәнсә генә бармай: шатлығы ла, ҡайғыһы ла сиратлап килә тиҙәр бит. Улым Русландың ғүмере бик ҡыҫҡа булды. Өс улы ҡалды, ейәндәрем Артур, Тимур һәм Айҙарҙы ярҙамдан да, иғтибар-хәстәрҙән дә ташламайым.
Ғаиләбеҙгә балдыҙ менән бажаның етем ҡалған балаларын – Илдар менән Ленаны ла һыйындырҙыҡ. Уларҙы үҙ балаларыбыҙҙай күреп, атай-әсәй наҙын йәлләмәй биреп үҫтерҙек. Бөгөн икеһенең дә, тормошта үҙ урындарын табып, матур йәшәүенә, ғаилә ҡороп, балалар үҫтереүенә ҡарап ҡыуанам.
Әлеге ваҡытта хәләл ефетем Альбина менән ҡорған ғаиләбеҙҙә ике бала үҫә: Сафина – алтынсы класта, Адим икенселә уҡый. Улар – тормошобоҙҙоң йәме лә, мәғәнәһе лә. Альбина менән бергә эшләйбеҙ, ул – һәр йәһәттән терәгем дә, таянысым да. Ҙур ғаиләмде, йәғни балаларымды һәм ейәндәремде үҙенекеләй күреп ҡабул иткәне, туғандарыма ҡарата ихтирам-хөрмәт күрһәткәне өсөн уға ныҡ рәхмәтлемен.
Минең өсөн туғандар менән аралашып йәшәү, нәҫел ептәрен өҙмәү бик мөһим, шуға күрә Себерҙән тыуып үҫкән төйәгемә ҡайтыуыма ҡыуанам, ваҡытында дөрөҫ ҡарар ҡабул иткәнмен, тип уйлайым.


– Тормошта, кешеләр менән эшләгәндә, ниндәй принциптарға таянаһығыҙ?

– Минең өсөн иң төп төшөнсәләр – ғәҙеллек һәм тоғролоҡ. Етәксе кеше хеҙмәтен күрә белергә, ғәҙел баһаларға тейеш. Шулай уҡ һәр бурысты урын-еренә еткереп үтәү мөһим. “Эште башҡарғас, үҙең ҡарап ҡыуанырлыҡ булһын”, – ти торғайны атайым мәрхүм. Тағы ла уның “Үҙеңде үҙең маҡтама, һине халыҡ маҡтаһын. Башҡарған эшең менән таныл!” тигән һүҙҙәрен дә васыят итеп ҡабул иткәнмен.
Холҡомдағы сифаттарға килгәндә инде, ике йөҙлөлөктө йәнем һөймәй. Тура һүҙлемен. Ошо сифатым тормошта күп тапҡыр ҡамасаулағаны ла бар, әммә үҙемде үҙгәртә алмайым һәм үҙгәртергә теләмәйем дә.
Кеше булып тыуғанһың икән, кеше булып йәшәргә тырышырға кәрәк. “Үҙеңдән ҡасып китеп булмай”, тиҙәр бит, шуға күрә ниндәй вазифалар биләһәң дә, ниндәй үрҙәр яулаһаң да, үҙең булып ҡалыу мөһим.
– Йөкмәткеле әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Эшегеҙҙә лә, тормошоғоҙҙа ла тик уңыштар насип булһын!

Читайте нас