Ил тарихындағы үҙгәртеп ҡороу осоро күптәрҙең тормошона төҙәтмә индерҙе. Ауылда тыуып үҫкән һәм хеҙмәт юлын ауыл хужалығы менән бәйләргә теләгән Ришат Ғәлиевтең аграр университет тамамлаған сағына тура килә ул йылдар.
Колхоз-совхоздар тарала. Ауылда ең һыҙғанып эшләү дәрте менән янған Ришатҡа ҡалалағы бер предприятиеға урынлашырға тура килә. Унда бер ни тиклем эшләп ала ла армия хеҙмәтенә юллана. Ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, шаҡтай ваҡыт күңеленә ятҡан шөғөл эҙләй.
Үҙен сауҙа өлкәһендә лә һынап ҡарай. Сауҙа предприятиеларында менеджер булып эшләү киләсәге өсөн бик тә файҙалы була. Был даирәлә ярайһы ғына тәжрибә туплағас, Ришат Нәзим улы үҙен эшҡыуарлыҡта һынап ҡарарға була. Бер нисә сауҙа нөктәһе аса. Ҡатыны Гөлназ Йәүҙәт ҡыҙы төп кәңәшсеһе, ярҙамсыһы була. Әйткәндәй, ул һөнәре буйынса химик, юғары уҡыу йортон тамамлағас, байтаҡ йылдар заводта эшләй.
Ғәлиевтәр төрлө тауарҙар менән сауҙа итеп ҡарайҙар. Бары тик ислам дине тауарҙары һатыуҙы ойошторғас ҡына, эске бер ҡәнәғәтләнеү тойғоһо кисерәләр. Был, бәлки, шуның менән дә аңлатылалыр: Ришат та, Гөлназ да дини мөхиттә үҫкән. Ике яҡтан да нәҫелдәрендә элек-электән диндарҙар күп булған. Ата-әсәләре лә иманлы кешеләр. Әйткәндәй, Ришаттың бер ағаһы мәсеттә имам-хатиб булып эшләй. Ришат менән Гөлназ да үҙҙәренең рухи ихтыяжы буйынса дин тота башлай. Бөгөн дә улар үҙҙәренең булмышына тоғро.
Маҡсатҡа ынтылышлы, үҙ көсөнә ышанған кеше һис ҡасан өлгәшелгәндәр менән генә ҡәнәғәтләнеп ҡалмай. Был һүҙҙәр – Ғәлиевтәр хаҡында. Бер нисә йыл элек улар эшҡыуарлыҡ йүнәлешен үҙгәртергә ҡарар итә – перәник етештереүҙе үҙләштерәләр. Арендаға алған бинала ҙур булмаған цех йыһазлайҙар. Тәүҙә дүрт кеше менән эш башлайҙар. Тәүлегенә дүрт йөҙ килограмм самаһы продукция эшләп сығаралар. Әлбиттә, технология серҙәренә төшөнөп, эште тейешенсә яйға һалғансы ҙур тырышлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ кәрәк була.
Продукцияны башта үҙҙәре йәшәгән Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районындағы сауҙа нөктәләренә сығаралар. Ул сауҙа баҙарында тиҙ танылыу таба һәм ҙур һорау менән файҙалана, шуға производствоны киңәйтеү ихтыяжы тыуа. Ғәлиевтәр ошо маҡсатта бер бина һатып ала. Уны заманса предприятие итеп үҙгәртеп ҡороу өсөн ҙур тырышлыҡ һәм сығымдар кәрәк була. Был йәһәттән уларға ата-әсәләре, туғандары, ғаилә дуҫтары ярҙам итә.
300 квадрат метр майҙанды биләгән бинала уңайлы эш шарттары тыуҙырыла. Цехҡа заманса технологик йыһаздар урынлаштыралар. Яңы эш урындары барлыҡҡа килә. Етештереү күләмен күпкә арттырыу мөмкинлеге тыуа. Әммә улар күләм артынан ғына ҡыумай, продукция сифатын алғы планға ҡуя. Булдыҡлы эшҡыуарҙар тәүге көндән үк үҙҙәре етештергән перәникте экологик яҡтан таҙа, шул уҡ ваҡытта башҡа етештереүселәрҙекенән тәмлерәк итеү маҡсатын ҡуя.
Хәҙер был төр продукцияны етештереүселәр күп, конкурентлыҡ көслө. Сауҙала уның ниндәй генә сорттары юҡ! Әммә “ИП Ғәлиев Р.Н.” маркаһы менән етештерелгән тәмле, татлы, ҡабарып торған матур формалы перәниктәрҙе бер тапҡыр тәмләп ҡараған һатып алыусы артабан мотлаҡ уға өҫтөнлөк бирәсәк. Продукция үҙенең юғары сифаты менән алдыра. Әйтәйек, Ғәлиевтәр перәник етештереүҙә ондоң юғары сифатлыһын ғына ҡуллана, ҡамыр иҙеү өсөн һөттө фермер хужалыҡтарынан алалар. Тәбиғи сеймалдан әҙерләнгән ҡамырға һәр төрлө тәм көсәйткестәрҙе ҡушыуҙы кәрәк тапмайҙар. Ә тәбиғи тәм үҙгәрмәйенсә сифатын оҙаҡ һаҡлай.
Йәнә шуны әйтәйек, цехта ҡамыр эштәре ҡулдан башҡарыла. Коллективта кондитер ризыҡтары етештереүҙә тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр – үҙ эшенең ысын оҫталары тупланған. Арала технолог Нәүрүз Мирзаев, водитель-экспедитор Руслан Зөбәйеров кеүек производство ойошторолған көндән башлап эшләүселәр бар.
Йәнә шуны ныҡлы ышаныс менән әйтергә мөмкин: Ғәлиевтәр предприятиеһында етештерелгән продукцияның ҡулланыусылар баҙарында үҙ йөҙө, урыны бар. Әлеге ваҡытта “Молочный”, “Мятный”, “Шоколадный” сортлы перәниктәр етештерәләр. Продукция Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Нефтекама, Магнитогорск, Силәбе, Екатеринбург, Мейәс ҡалаларына оҙатыла һәм сауҙа кәштәләрендә оҙаҡ ятмай. 2016 йылдан башлап продукцияның “Башҡортостан продукты” билдәһе менән эшләп сығарылыуы айырыуса әһәмиәткә эйә. Ә “Молочный” сортлы перәник “Наш бренд” продукттар фестивалендә беренсе дәрәжә диплом менән бүләкләнгән. Был предприятиеның эшмәкәрлегенә республика кимәлендәге юғары баһа булып тора.
Гөлназ менән Ришат Ғәлиевтәр киләсәккә ҡарап йәшәй. Ассортиментты байытыу тураһында хәстәрлек күрелә. Етештереүҙе киңәйтеп, коржик бешереү өсөн әҙерлек эштәре бара. Уның технологияһы тулыһынса үҙләштерелгән.
Эшҡыуарҙар хеҙмәттә лә, ғаиләлә лә булдыҡлылыҡ өлгөһө күрһәтә. Тормоштары гөрләп тора, заманса матур итеп йорт һалып кергәндәр. Ғәлиевтәр ике бала тәрбиәләп үҫтерә. Балалары ата-әсә үрнәгендә тырыш, эшһөйәр булып үҫә. Ҡыҙҙары Азалия Ҡазанда университетта белем ала, табип буласаҡ. Улдары Дамир мәктәптә уҡый, сит телдәрҙе өйрәнеүҙә матур уңыштары бар.
Уңған, өлгөлө ғаилә үҙ хәстәрлектәре менән генә йәшәмәй. Мәсеттәргә, балалар йортона, балалар баҡсаларына хәйриә ярҙамы ла күрһәтә.
Әлбиттә, уңыштар еңел генә яуланмай. Бөгөнгө һатып алыусының талаптарына һәм ихтыяжына тура килгән продукция етештереп кенә юғары һөҙөмтәгә өлгәшеп була.
Эшҡыуар Ришат Ғәлиевтең эшмәкәрлеге быға миҫал булып тора. Ришат Нәзим улы өлгәшелгәндәрҙән ҡәнәғәтлек тойған бер ваҡытта, үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлек етештереүселәргә республикала “йәшел юл”ды киңерәк асырға кәрәк тигән теләктә ҡала. Эйе, Ғәлиевтәр етештергән кеүек юғары сифатлы продукция бигерәк тә бөгөн – сит ил тауарҙарын Ватаныбыҙҙа етештерелгәненә алмаштырыу осоронда супермаркеттарҙа лайыҡлы урын алып торорға тейеш.