Үҙ эшен асырға теләгән һәр кем, шул иҫәптән хаҡлы ялдағылар һәм сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр, йәғни белем биреү ойошмаларында уҡыу рөхсәт ителгән һәр кем бушлай үткәреләсәк курсҡа яҙыла ала.
Был сараның маҡсаты - яңы эш башларға теләгәндәргә үҙеңде эшҡыуарлыҡта табырға ярҙам итеү. Сараны Өфөнөң мәшғүллек үҙәге һәм Өфө ҡала бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү фонды ойоштора.
Дәрестәр 18 - 29 ноябрҙә Өфөләге Ибраһимов бульвары урамындағы 47/17се йортта, Өфө мәшғүллек үҙәгендә үткәрелә. Курс тыңлаусыһы булғығыҙ килһә, (347) 251-14-83 телефоны буйынса яҙылығыҙ.