Хатта Өфөнән килеп алалар.
Ҡышлауйылға ауылында матур донъя көткән, күптәргә өлгө булырҙай йәш ғаиләләр бихисап. Ғәлиевтәрҙе тап шундайҙар иҫәбенә индерергә мөмкин. Ауыл хакимиәтендә уларҙың үҙ ихатаһында күпләп бүҙәнә үрсетеүе тураһында ла әйткәс, ҡыҙыҡһынып, уларҙың был кәсебе тураһында һөйләшергә булдыҡ.
Бүҙәнә үрсетеү менән ғаилә күптән шөғөлләнә икән. Йорт хужабикәһе Эльза ауыл мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй, ә Илмир иһә газ хеҙмәтендә тырыша. “Икегеҙ ҙә эшләйһегеҙ, ә бүҙәнә үрсетеүгә нисек тотоноп киттегеҙ?” тигән һорауға: “Бер аҙ ғаилә бюджетын тулыландырыу маҡсатында инде. Буш ваҡытыбыҙ бөтөнләй юҡ, әммә интернет селтәре аша бүҙәнә үрсетеү тураһында мәғлүмәт эҙләп таптыҡ та ошо кәсепте юлға һалырға булдыҡ”, – тине Ғәлиевтәр.
Тәүҙә Эльза менән Илмир ҡоштар, уларҙы тәрбиәләү юлдарын ныҡлап өйрәнә, төрлө файҙалы мәғлүмәт туплай, күптәрҙең тәжрибәһенә ҡолаҡ һала. Аҙаҡ ныҡлап эшмәкәрлектәрен башлап ебәрәләр. Артабан бүҙәнә йомортҡаларын һатып алып, себеш баҫтырыуға тотоналар.
Эшкә бөтмөр, уңған һәм алтын ҡуллы Илмир ихатаһында ҡоштар өсөн блоктарҙан махсус һарай төҙөп ултырта, унда тәҙрәләр ҡаралмаған, һалҡынса температура хөкөм һөрә. Асыҡланыуынса, бүҙәнә ҡараңғылыҡты ярата икән, яҡтыла иһә ҡоштар ныҡ тынысһыҙлана, саҡ ҡына тауышты ла үҙ итмәйҙәр. Ошо шарттар үтәлмәһә, хатта йомортҡа һалмай башлайҙар. Урындары иркен булмаҫҡа тейеш, юҡһа ата ҡоштар һуғыша икән. Бүҙәнәләр башҡа ҡош-ҡорт кеүек ерҙә тибенергә яратмай, улар тик ситлектә тотола.
Илмир һыуытҡыстан инкубатор ҙа эшләп ҡуйған, ишеген уйып, тәҙрә ҡуйған, температураны иһә датчик күрһәтә. Ут һүнеп, йомортҡалар әрәм булмаһын өсөн генератор һатып алған. Әйткәндәй, ул Мәскәү иҡтисад, статистика һәм информатика университетын тамамлаған.
– Бүҙәнәнең себештәре тәүге көндән үк әрһеҙ булып үҫә, йомортҡанан әрселгәндә уларҙың ауырлығы ни бары 10 грамм тәшкил итә. Бер нисә айҙан һуң үҙҙәре лә йомортҡа һала башлай, – ти Илмир.
Бөгөн Ғәлиевтәр “техас” һәм “эстон” тоҡомло 350 баш бүҙәнә тәрбиәләй. Был ҡоштар талымһыҙ булһа ла, уларҙы махсус аҙыҡ менән генә туҡландыралар. Әҙер продукцияға ихтыяж бар, күрше райондарҙан, хатта Өфөнән килеп һатып алалар.
Эльза менән Илмир Ғәлиевтәр ике бала тәрбиәләй. Ҡыҙҙары Азалия, улдары Айҙар – уларҙың төп йыуаныстары, йорттары йәме. “Ауылда ла хәҙер мул тормошта йәшәргә мөмкинлектәр етерлек, тик тырышлыҡ кәрәк, ә уңғандарға юлдар һәр саҡ асыҡ”, – ти йәш ғаилә.