Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
19 Ноябрь 2019, 13:16

“Күләгә”нән нисек сығарырға?

Үҙ-үҙен эш менән тәьмин итеүселәргә ҡарата һалым тәжрибә-һынауы дауам итә.

Рәсми теркәлмәйсә эшләп йөрөгәндәрҙе хәҙер “үҙ-үҙен эш менән тәьмин итеүсе” тип йөрөтәләр. Былай әйткәндә, уларҙың баһаһы арта ла кеүек: дәүләткә халыҡты мәшғүллек менән тәьмин итеүҙә ярҙамлашалар, эш урыны талап итмәйҙәр, үҙҙәре сараһын күрә. Әммә барлыҡ учреждениелар, шул иҫәптән дауаханалар һәм мәктәптәр, халыҡтан йыйылған һалым иҫәбенә йәшәй, ә “фрилансерҙар” был хәстәрлектә ҡатнашмай (тимәк, бушлай файҙалана). Һуңғы осорҙа уларҙы һалым түләү эшенә ылыҡтырыу буйынса байтаҡ сара күрелде.

Һөҙөмтә нисек?


Мәсьәләнең тарихы


Рәсәй Президенты Владимир Путин 2016 йылда уҡ Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә эшҡыуарлыҡ алып барыу шарттарын яҡшыртыу кәрәклеген билдәләп, киләһе 2017 йылда үҙ-үҙен эш менән тәьмин иткән граждандарҙың статусын аныҡ билдәләргә лә тәҡдим итте.
Был өлкәләге тәжрибә һынауы барышында легаль булмаған хеҙмәтсәндәрҙе нисек “күләгәнән сығарыу” буйынса тәҡдимдәр күп булды. Мәҫәлән, BMS Law Firm юридик компанияһының һалым департаменты етәксеһе Давид Капианидзе “Регнум” мәғлүмәт агентлығына биргән аңлатмаларында, “һалым түләтер өсөн тәғәйен эшҡыуарға белдереү ебәреү менән генә сикләнергә, ә һалымдың үҙен был граждандың килеме йәшәү минимумынан артып киткән саҡта ғына алырға кәрәк”, тигәйне. Ҡайһы берәүҙәр “перәник” менән бергә “сыбыртҡы” ла ҡулланырға тәҡдим итте. 2017 йылдың майында Федерация Советының социаль сәйәсәт буйынса комитеты етәксеһе Валерий Рязанскийҙың легалләшмәгән эшһеҙҙәргә сит илгә сығыуҙы тыйыу һәм уларҙы пенсиянан мәхрүм итеү тураһындағы башланғысы билдәле булды. Әммә Дәүләт Думаһында был тәҡдимде кире ҡаҡтылар, бәғзе депутаттар һалым системаһын камиллаш­тырыу­ҙы улай уҡ бутамаҫҡа саҡырҙы.
2017 йылда бала ҡараусылар, йорт хеҙмәткәрҙәре һәм репетиторҙар өсөн һалым каникулы иғлан итеү ошо йүнә­лештәге тәүге һынау сараһы булды. Шул уҡ йылдың майында Федераль һалым системаһы уның уңышһыҙ тамамланыуын таныны: барлығы 40 граждан ғына иҫәпкә торған икән. Бынан алдараҡ индерелгән сара – һалым түләүҙең патент системаһын индереү – шулай уҡ киң тарала алманы.
2018 йылдың майында Федераль һалым хеҙмәте етәксеһе Михаил Мишус­тин Владимир Путин менән осрашыуында үҙмәшғүлле граждандарҙы теркәүҙең нисек барасағы тураһында һөйләгәйне. Бының өсөн махсус мобиль ҡушымта булдырыл­ған икән, ул һалым күләмен хеҙмәт­ләндереү үҙәктәренә бармай ғына теркәргә һәм һалым тураһында отчет бирмәҫкә ярҙам итә. Дәртләндереү сараһы булараҡ, Мишустин үҙмәшғүлдәргә 10-ар мең һум һалым капиталы таратырға тәҡдим итте.
Быйыл 1 ғинуарҙа һалым эксперименты Мәскәүҙә, Мәскәү һәм Калуга өлкәләрендә, Татарстанда башланды. Үҙмәшғүл граждандарға шәхси эшҡыуар статусы алмай ғына теркәлергә тәҡдим иттеләр. Закон проекты рәсми булмаған эшмәкәр­лек кимәлен кәметеүҙе, эш хаҡын “конвертта” алған халыҡтың бер өлөшөн генә булһа ла һалым түләүселәр сафына индереүҙе маҡсат итеп ҡуйғайны, сөнки 2017 йылда барлыҡ мәшғүл халыҡтың 20 проценты самаһы (14,2 миллион кеше) бер ҡайҙа теркәлмәй һәм һалым түләмәй эшләй ине.


Ә һөҙөмтә бармы?


Рәсәйҙә, Федераль һалым системаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 250 мең граждан яңы статуста теркәлгән дә инде. Быйыл “Минең бизнесым” эшҡыуарлыҡ форумында сығыш яһап, Иҡтисади үҫеш министрлығының инвестиция сәйәсәте һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү департаменты директоры Милена Арыҫланова былай тине: “Тәжрибәлә ҡатнашыу – бизнес эшмәкәрлегендә үҙ көсөңдө һынап ҡарау өсөн яҡшы форсат ул”. Икенсе төрлө әйткәндә, тәүҙә үҙмәшғүл булып ҡарарға, хәлеңдән килә икәнен төшөнгәс, шәхси эшҡыуар итеп теркәлергә йәки яуаплы­лығы сикләнгән ширҡәт асырға мөмкин.
Пилот проектында ҡатнашыусылар йыллыҡ табышы 2,4 миллион һумдан артмаған һәм ялланған эшселәре булма­ған осраҡта берҙәм һалым түләй: айырым кешеләр менән эшләгәндә – дүрт, ойошмалар һәм шәхси эшҡыуарҙар менән хеҙмәттәшлек иткәндә алтышар процент. Үҙмәшғүлдәргә декларация тапшырыу кәрәкмәй, сөнки килем “Минең һалымым” исемле махсус мобиль ҡушымтала күренеп тора. Шулай уҡ уларҙан пенсия һәм медицина страховкалауына иғәнәләр талап ителмәй, 10 мең һумлыҡ һалым ташламаһы бирелә.


Татарстан өлгө күрһәтерме?


Был республикалағы “пилотник” ыҙғыштан башланып китте: сауҙа селтәрҙәре етәкселәренең береһе ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙың социаль селтәр аша торт һатыуын фашларға маташты. Теге­ләре лә яуапһыҙ ҡалманы – ғаиләне туйындырырға кәрәк бит. Әлбиттә, был хәл республика властарына үҙмәшғүлдәр менән тәжрибә үткәреүгә әүҙем ҡушылып китергә ҡамасауламаны. Бизнес-омбуд­смен хәбәр итеүенсә, һорау алыуҙа ҡатнашҡандарҙың 80 проценты легал­ләшеү кәрәклеген әйткән.
– Беҙҙең контроль күрһәткес тә бар: быйылғы йыл аҙағына республикалағы үҙмәшғүлдәрҙең 20 проценты самаһын рәсми теркәтергә тейешбеҙ, – тине республиканың иҡтисад министры Фәрит Әбделғәниев.
Татарстанда үҙмәшғүлдәрҙе 300 мең кеше тип иҫәпләгәндәр. Быйылғы октябрь аҙағына шуларҙың 39,7 меңе рәсми теркәлгәйне, был ошо ҡатлам хеҙмәт­сәндәрҙең 13 процентын ғына тәшкил итә. Ҡалғандары ашыҡмай.


Эшҡыуарҙар форсаттан оҫта файҙалана


Рәсәйҙең “Опоры России” йәмғиәтенең беренсе вице-президенты Павел Сигал үҙмәшғүлдәр һанының яһалма рәүештә артыуының тағы бер төрөн фашланы. Уның раҫлауынса, ошо ҡануниәт сығымдарҙы кәметергә теләгән эшҡыуар­ҙар өсөн уңайлы ышыҡ урынға әүерелгән.
– Шундай осраҡтар ҙа асыҡланды: коммерция фирмалары хеҙмәткәрҙәренең бер өлөшөн үҙмәшғүл итеп күсерә башлаған, бындай эшләүселәр предприя­тиеға күпкә арзаныраҡҡа төшә, – ти беренсе вице-президент.
Уның раҫлауынса, бығаса түләнеп килгән һалым суммаһын кәметеү маҡсатында үҙмәшғүлдәр төрөнә күскән эшҡыуарҙар һаны ла арта төшкән. Федераль һалым хеҙмәте был “тишек”кә ҡарата сара күрә һәм үҙмәшғүлдәр хеҙмәтен файҙаланған фирмаларҙан һалымды тулыһынса түләттерә.
Рәсәйҙең финанс министры Антон Силуанов быйыл октябрҙә Дәүләт Думаһында сығыш яһағанда һалым инспекцияла­рының штаттағы хеҙмәткәрҙәр урынына үҙмәшғүлдәрҙе ялларға тырышҡан барлыҡ фирмаларҙы ла күреп тороуы хаҡында белдергәйне. Әммә быйыл уларға ҡарата махсус тикшереүҙәр үткәрелмәйәсәк һәм яуаплылыҡҡа тарттырыу сараһы күрел­мәйәсәк икән. Ә бына киләһе йылдан ошо сикләү юҡҡа сығарыла һәм әгәр үҙмәшғүл бер генә предприятиены хеҙмәтләндерһә, Федераль һалым хеҙмәте ошо пред­приятиенан страховкалау иғәнәһен һәм килемгә һалымды тулыһынса түләттерәсәк.
Шулай ҙа һорау асыҡ килеш ҡала: һаман да “күләгәлә” булған үҙмәшғүлдәрҙе һалым түләүселәр рәтенә сығарыу өсөн нисек дәртләндерәсәктәр һуң? “Регнум” мәғлүмәт агентлығына биргән аңлат­маһында Санкт-Петербург бәләкәй эшҡыуарлыҡ ассоциацияһы етәксеһе Алексей Третьяков әйтеүенсә, “ниндәй эшҡыуарҙарҙы был хәрәкәт ылыҡтыра алыр – әлегә билдәһеҙ”.
– Әгәр ҙә улар нимәнелер бирә икән, тимәк, нимәлер алыуҙы ла иҫәптә тоторға тейеш. Һалым түләй башлағанда улар ниндәй отошҡа өмөт итә ала? – ти эшҡыуар. – Һәйбәт пенсияғамы? Легаль хәлгә күсеү үҙе үк өҫтөнлөк бирә тип раҫлауҙары ысынға тап килмәй. Ул легаль шартта эшләй башлағас та, уға тикшереүселәр һәм башҡалар киләсәк, әлегә иһә килергә урын да юҡ.


Бонустар хужаһын көтә


Үҙмәшғүлдәргә бөгөн ниндәй “бонус”тар вәғәҙә ителә? Рәсәйҙең Үҙәк банкы һәм Финанс министрлығы пенсия тупланмалары булдырыуҙың яңы системаһын эшләне. Был “гарантияланған пенсия планы”на үҙмәшғүлдәр ҙә индерелә. Бынан тыш, уларға дәүләт компаниялары һатып алыуында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән бер тиң ҡатнашыу мөмкинлеге биргән закон проекты ла әҙерләнә. Әйткәндәй, Татарстанда үҙмәшғүлдәргә республиканың Дәүләт заказдары буйынса агентлығының электрон биржа майҙанына сығыу мөмкинлеге тыуҙырылған. Бында тағы бер ярҙам сараһы әҙерләнә: урындағы етештереүселәргә ике иң ҙур онлайн-майҙансыҡта сауҙа иткән өсөн түләү хаҡы компенсацияланасаҡ.
– Күптәр өсөн үҙмәшғүллек статусы – һәйбәт башланғыс ул, был шулай уҡ ҡануниәт майҙансығына сығыу, легаль килем алыу һәм яҡшы кредит тарихына эйә булыу форсаты ла бирә, – тине республика Президенты Рөстәм Миңлеханов. – Тимәк, киңәйтелгән мәғлүмәт кампания­һын дауам итеү һәм үҙмәшғүлдәргә ярҙам сараларын камиллаштырыу зарур.

Быйыл октябрь аҙағында “пилот” төбәктәрендәге тәжрибә уңышлы тип табылды, һәм уны тағы ла 19 төбәктә индермәкселәр. Был субъекттар араһында Башҡортостан да бар.
Читайте нас