Эшҡыуар
20 Декабря 2019, 07:10

“Күпме кәрәк, шунса яңынан башларға”

Йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, ҙур уңыштарға өлгәшкән алдынғы ҡарашлы, егәрле милләттәштәребеҙҙең араһында Динар Шаһиев та бар. Уның тураһында йәштәштәре генә түгел, оло быуын вәкилдәре лә яҡшы хәбәрҙар.

Динар Шаһиев бер ҡасан да бирешмәҫкә өндәй.


Йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, ҙур уңыштарға өлгәшкән алдынғы ҡарашлы, егәрле милләттәштәребеҙҙең араһында Динар Шаһиев та бар. Уның тураһында йәштәштәре генә түгел, оло быуын вәкилдәре лә яҡшы хәбәрҙар.


Буласаҡ эшҡыуар Әбйәлил районының Ишҡол ауылында тыуып үҫә. Бизнеста тәүге аҙымдарын бынан өс йыл элек район үҙәге Асҡарҙа башлай: “Мастер Зрения” оптика үҙәге аса. Бер йыл эсендә Учалы ҡалаһында ла нөктәләре барлыҡҡа килә.

Һәр юлдың башы, ҙур йылғаның инеше була. Динар үҙенең эшҡы­уар­лыҡ менән шөғөлләнә башлауын түбәндәгесә һүрәтләй. “Күҙҙәр – кешенең иң мөһим ағзаларының береһе. Был төрҙәге эшҡыуарлыҡ менән күптән ҡыҙыҡ­һына инем: йәйге каникулдарҙа, төрлө байрамдарҙа күҙлектәр һаттым, Мәскәүҙә уҡығанда йыш ҡына оптика салондарына инеп, хаҡтарын белешә торғайным.
2016 йылдың сентябрендә атай-әсәйем янына ҡунаҡҡа ҡайттым. Улар менән аралашыу барышында оптика үҙәгенә ҡытлыҡ булыуы, күптәрҙең сифатлы күҙлектәр һәм линзалар һатып алыу өсөн яҡын­дағы ҡалаға тиклем барып етеүҙәре асыҡланды. Район үҙәгендә салон асып ебәрҙем, конкуренттар бөтөн­ләй булманы. Һатып алыусылар һирәк булыр тип ҡурҡҡайным, әммә шиктәрем юҡҡа булған.
Бөгөн “Мастер Зрения” оптикалар селтәре бар Башҡортостан буйлап киң ҡанат йәйгән, тиһәк тә хата булмаҫ. Улар, Әбйәлилдең үҙенән тыш, Учалы, Баймаҡ, Сибай, Дәүләкән ҡалаларында, Архангел, Благовар, Шишмә, Белорет, Туймазы райондарында, күрше Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡала­һында һәм Өфө ҡалаһында уңышлы эшләп килә.
Динар Шаһиев командаһының эшмәкәрлеге бар заман талаптарына ла яуап бирә: һәр теләгән кеше оптика селтәре хаҡында интернетта үҙен ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәтте табып ҡына ҡалмай, төрлө файҙалы кәңәштәргә лә юлыға. Мәҫәлән, “Мастер Зрения” оптикаһының “Инстаграм” социаль селтәрендәге сәхифәһен генә алайыҡ. Күҙлек-линзаларҙың төрҙә­ренән башҡа бында балаларға нисек дөрөҫ күҙлек һайларға, ЗD фильмдарҙың күҙҙәргә зыяны, линза кейеү тәртибе һәм башҡалар хаҡында уҡырға була. Һатып алыусыларын төрлө бүләктәр менән ҡыуандырырға ла онотмайҙар. Әйткәндәй, Динар Шаһиевтың командаһы тарафынан Башҡорт­остан райондарында “Русский Фейерверк” продукцияһын һатыу буйынса 35 сауҙа нөктәһе үҙ эшен башланы.
– Миңә бизнес менән шөғөл­ләнеүҙә яңы алымдар ҡулланыу, уларҙы ғәмәлгә ашырыу, уңышлы эшҡыуарҙар менән аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу, клиенттарымды өйрәнеү оҡшай, – ти Динар. – Илебеҙҙә, республикабыҙҙа мөм­кинлектәрҙең ҙурлығы, тауар­ҙа­рыбыҙҙың, хеҙмәтлән­дереүебеҙҙең сифатын маҡтаған, рәхмәт әйткән һатып алыусыларыбыҙ бөткөһөҙ илһам сығанағы булып тора. Тирә-яҡтағы тормошто яҡшыға үҙгәр­теүемде, кешеләргә ярҙам итә алыуымды аңлау ҡанатландыра.
Быларҙан тыш, Динарҙың тормошонда башҡаларға ла ҡанат ҡуйырлыҡ, уларҙы күңел төшөн­көлөгөнә бирелмәй, уңыш тауының үрен иңләрлек тарихтар етерлек. Шуларҙың береһе егеттең тәүге машинаһы менән бәйле.
Машина һатып алыу өсөн Динар дүрт ай дауамында аҡса йыя. Маҡ­сатына өлгәшә, әммә бер ай үтмәй, аварияға осрай – бойомға ашҡан хыялдан металл өйөмө генә ҡала.
– Был ваҡиғанан һуң ике юл бар ине: беренсеһе – хаталанған өсөн үҙ-үҙемде ҡат-ҡат тиргәү, икен­сеһе – тағы ла тырышыбыраҡ эшләргә көс табыу. Бар ихтыярымды тупланым да үҙемә ике ай эсендә аҡса эшләп яңы машина һатып алам тигән маҡсат ҡуйҙым. Дөрөҫ һатыу итеү серҙәренә өйрә­неү ярҙамында оптикала килем­дәрҙе арттырҙыҡ һәм маҡсатыма ирешергә насип булды, – ти йүнсел был хаҡта.
“Мастер Зрения” оптика сел­тә­ренең өс йыл эшмәкәрлеге дауамында яуланған уңыштары етәр­лек. Үткән айҙа Динар донъя буйынса күҙлектәргә быяла етеш­тергән һәм инновациялы технологиялар өлкәһендә алдын­ғы­ларҙан һаналған “HOYA” ком­па­ния­һы менән хеҙмәттәшлек итеүе тураһында белдереп кенә ҡал­маны, уларҙың саҡырыуы буйынса Венгрияла эш сәфәре менән дә бу­лып ҡайтты. “HOYA” заводына экскурсия, тәжрибә уртаҡлашыу, яңы алымдар өйрәнеү – быларҙың барыһы ла Динарҙың алдағы яулар уңыштарына этәргес булып тора­саҡ.
Ныҡлы тыл булғанда ғына ба­тырлыҡтар ҡылыу мөмкиндер. Уңышлы эшҡыуар булыуҙан тыш, Динар – өлгөлө ғаилә башлығы ла. Әйткәндәй, ул күптән түгел ҡатыны Зөләйха менән ата-әсәлек бәхетен татыны: ҡыҙҙары Эмма донъяға килде, яңы еңеүҙәргә, яңы ынтылыштарға айырым мәғәнә, тылсым, илһам өҫтәлде.
– Хаталаныу – ғәҙәти күренеш. Уларҙы күрә белмәү генә уңыш­һыҙлыҡҡа килтерергә мөмкин. Күпме кәрәк, шунса яңынан баш­ларға ҡурҡмағыҙ. Бер ҡасан да бирешмәгеҙ! – ти Динар Шаһиев.
Һәм уны өлгө итеп алып, илһам­ланып эшләгән һәм йәшәгән йәш­тәребеҙҙең күп булыуы ҡыуандыра.

Читайте нас