Эшҡыуар
10 Января 2020, 06:50

Башланған эш – бөткән эш, тиһәләр ҙә...

Үҙ кәсебеңде асырға бер ҡасан да һуң түгел.

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам итеү” милли проекты үҙ эшен башлағандарға финанс ярҙамы күрһәтеүҙе лә, консультация һәм мәғлүмәт биреүҙе лә, эшҡыуарҙың ыңғай образын тыуҙырыуҙы һәм башҡа сараларҙы ла күҙ уңында тота. Һалым инспекцияһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Рәсәйҙә йыл башында 3,4 миллион, Башҡортостанда 95 мең эшҡыуар теркәлгәйне. Шәхси эшен асырға теләгән йәштәр ҙә күп. Тик үҙ шөғөлөңдө нисек һәм нимәнән башларға? Ошо һорауҙы беҙ бер нисә йәш эшҡыуарға бирҙек.


Динар ЗАРИПОВ,

“Бөрйән” турист базаһы директоры:

– Нисек һәм нимәнән башлар­ғамы? Был бик ябай – идея кәрәк! Артабан ошо башланғы­сыңды тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләй­һе генә ҡала. Һәм, әлбиттә, эшмә­кәрлегең уңышлы барһын өсөн дәүләт менән дуҫ булырға кәрәк – мин төрлө кредиттар, эшҡыуарлыҡ өсөн тәғәйенләнгән субсидиялар алыуҙы күҙ уңында тотам.


Дөрөҫ, идеяңдың баҙар иҡти­садында һорау менән файҙа­ланы­лыуы зарур. Беҙҙең база Бөрйән районында иҫ киткес гүзәл тәбиғәт мөйөшөндә урынлашҡан, унда ял урындары, эҫе мунса, катерҙа йөрөү һәм башҡа уңайлыҡтар бар. Ошонан Ағиҙел буйлап һалда ағып китергә мөмкин. Ҡыш көнө лә ту­рис­тарға ҡытлыҡ кисермәйбеҙ: квад­роциклда, ҡаргиҙәрҙә йөрөргә теләүселәр байтаҡ, боҙ аҫтынан ба­лыҡ тоторға теләгәндәргә лә ошо яратҡан шөғөлдәре өсөн шарттар бар.


Руслан БӘШИРОВ,

“RB sport” йәмғиәте директоры:

– Эшҡыуарлыҡҡа ваҡиғалар­ҙың билдәле бер ағышы ла илтәлер тип уйлайым. Үҙ эшеңде асыу тура­һында ҡарар ҡабул иткәндә, ҡы­йыулыҡ та һәм хатта күпмелер дәрәжәлә аҡылһыҙлыҡ та кәрәк. Аҡылһыҙлыҡ тигәнем – тәүәккәл­лек күрһәтеү, оҙаҡ һәм күп уйлап, туҡтауһыҙ арҡырыһын-буйын үлсәп тормау тигәнде аңлата. Һәр нәмәне алдан иҫәпләп йәки күреп һәм һиҙемләп бөтөү мөмкин түгел.


Минең миҫалыма килгәндә, тәүҙә бер нисә кешегә вәғәҙә бирҙем. Һүҙ спорт ойошмаларын тейешле йыһаздар менән тәьмин итеү, спорт командаларына экипировка тураһында бара. Артабан был вәғәҙәне нисек булһа ла үтәү зарурлығы килеп тыуҙы. Мин буласаҡ табыш йәки үҙемә киләсәк зыян тураһында бөтөнләй уйламаным, ҡайһылай итеп булһа ла биргән вәғәҙәне үтәргә ине. Был хәл 2015 йылда булды. Артабан инде эш яйға һалынды, бөгөн беҙҙең фирма үҙ юҫығында уңышлы эшләй.

Бизнес ул тауарҙы йәки хеҙмәтте оҫта һата белеүгә генә ҡайтып ҡалмай, бында кешеләр менән аралашырға, күп уҡырға һәм көн һайын мәғлүмәт туплай барыр­ға кәрәк. Һәм, әлбиттә, эшҡыуарлыҡ мутлашыуҙы яратмай.


Һеҙ һайлаған шөғөлдөң башы – бизнес-план төҙөү. План­лашты­рыуһыҙ бер нәмә лә килеп сыҡмай тип әйтәбеҙ икән, бизнесҡа ул тәүге сиратта ҡағыла. Планһыҙ эшләү – диңгеҙҙә компасһыҙ йөҙөп китеү кеүек ул. Бизнес-план эштең теоретик өлөшө булһа, артабан практик аҙымдар яһала башлаясаҡ.


Рушан ВӘЛИЕВ,

“Милләт байлығы” акцио­нер­ҙар йәмғиәтенең генераль директоры:

– Иң башта үҙеңдең планың булырға тейеш. Тәүҙә ул, әлбиттә, башта тыуа һәм йөрөй. Артабан бизнес-план булып ҡағыҙға күсә. Ҡануниәт талап иткән төрлө документтар юллау һәм тултырыу өсөн дә ваҡыт табырға һәм мәғлүмәтле булырға тейешһең. Эшкә тотонғас та, бик күп ваҡ-төйәк мәсьәләләрҙе хәл итергә, ҡаршылыҡтарҙы еңергә тура килә. Ҡаршылыҡ тип, улар беҙгә әлегә бизнес алып барыуҙы аңлап етмәгәнгә генә шулай тойолалыр.


Беҙҙең ойошма милли ювелир биҙәүестәре етештереүгә махсус­лашҡан. Нигеҙҙә, улар кө­мөштән эшләнә. Был тауарға ихтыяж бик ҙур тип әйтеп булмай, шулай ҙа үҙ продук­циябыҙҙы һатыуҙа ҡыйын­лыҡ кисергәнебеҙ юҡ. Ихтыяж күләмен дә арттырырға­, төрлө күргәҙмәләрҙә даими ҡатна­шабыҙ, социаль селтәрҙә әүҙем­лек күрһәтәбеҙ. “Бәйләнештә” селтә­рендә, мәҫәлән, беҙҙең төркөм ҙурая бара. Һатып алыусыларҙың үтенесе буйынса тауарҙы почта аша ебәрергә лә тура килгеләй.


Яуаплылығы сикләнгән йәм­ғиәт асыуҙың да үҙенсәлектәре бар, әлбиттә. Ул – устав капиталы ойошмалар һәм айырым кешелер араһында бүленгән хужалыҡ итеү формаһы. Уларҙың суммаһы төрлөсә була ала. Тимәк, һәр кем йәки һәр ойошма, зыянлы эш итә ҡалғанда, үҙ суммаһын ғына хәүеф аҫтына ҡуя. Үҙ эшен асырға йыйынғандар йыш ҡына шәхси предприятие булды­рырғамы, әллә беҙҙеке һымаҡ яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт төҙөргәме тигән һорау алдында ҡала. Ғәжәп тә түгел: был ике ойоштороу форма­һының уртаҡ яҡтары күп. Беҙҙеке һымаҡ була ҡалғанда, беренсенән, теркәү үтеү еңелерәк, икен­сенән, идара итеү системаһы ябай, өсөнсөнән, асыҡ йәки ябыҡ акционерҙар йәмғиәттәре һымаҡ акциялар сығарыу зарурлығы тыу­май, дүртен­сенән, һәр кем идара итеүҙә тиң ҡатнашырға хоҡуҡлы, йәғни устав капиталында нисә процент тотоп тороуы иғтибарға алын­маясаҡ.


Таһир НУРИӘХМӘТОВ,

“Лига-М” юридик фирмаһы етәксеһе:

– Эшҡыуар булып китер өсөн үҙеңдә тәүге аҙымды яһарлыҡ көс таба алыу мотлаҡ. Ундай көс табырға таһыллығығыҙ юҡ икән, тимәк, эшҡыуар ҙа була алмай­һығыҙ. Эшегеҙ уңышлы барырмы-юҡмы – уны эшләй башлағас ҡына беләсәкһегеҙ. Йөҙөргә өйрәнеү өсөн башта һыуға инергә кәрәк, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр бит.


Тәбиғи, ниндәй ҙә булһа эшкә тотонор алдынан был һөнәрҙең үҙенсәлектәрен, тауар йәки хеҙмәтләндереү баҙарында тотҡан урынын аңларға кәрәк. Күпмелер ваҡыт үткәндән һуң эштең уңмаҫы билдәле була башлай икән, тимәк, был һеҙҙең шөғөл түгел. Тик төшөнкөлөккә бирелергә ярамай, икенсе һөнәр йәки даирәгә күсеү генә талап ителә.


Дамир ДИНӘЕВ,

“АРL” халыҡ-ара ғилми-етештереү компанияһының генераль директоры:

– Беҙ был компанияны алты йыл элек астыҡ һәм мин уның әллә ни ҡыйынлығын күр­мәнем. Фәҡәт документтарҙы теркәтеү буйынса ғына аҙмы-күпме мәшәҡәт булып алды. Һаулыҡ һаҡлау йүнәлешендә – аллергиянан, быуындар һыҙла­уынан дауалау, ҡандағы шәкәрҙе тейешле хәлдә тотоу, паразит­тарҙан ҡотолдороу, ашҡаҙан һәм йөрәк сирҙәрен булдырмау һәм башҡалар буйынса эш алып барабыҙ.


Ғәзиз хәләл ефетем мәрхүмә булып ҡалғас тотондом был эшкә. Хәҙер миңә 66 йәш, яңы ғаилә ҡорорға тура килде, дүрт йәшлек ҡыҙым үҫеп килә. Тимәк, үҙ эшеңде асырға бер ҡасан да һуң түгел! Беҙ­ҙең селтәрле маркетинг продук­цияһы донъяның 58 иленә тарала.


Зилә ӘХМӘТОВА, шәхси эшҡыуар:

– Үҙ эшемде асҡаныма ете йыл инде. Документтарымды шәхси эшҡыуар итеп теркәтеү әллә ни мә­шәҡәт тыуҙырманы, уларҙы һа­лым хеҙмәтенә тапшырғандан алып ошо статусҡа эйә булғанға саҡлы өс аҙна ғына үтте. Төп шөғө­лөм – алдан заказ буйынса балалар өсөн кейем-һалым килтереп биреү һәм һатыу. Ошо тауарға халыҡта ихтыяж ҙур булғанын аңлап тотондом был эшкә.


Йыл ярым эшләгәс кенә табыш ала башланыҡ. Халыҡта ҙур һорау менән файҙаланған тауарҙы сауҙаға сығарғанда көнәркәшлек иҫ киткес көслө була, сөнки башҡа компаниялар ҙа баҙарҙағы өлөшөн бирмәҫкә ынтыла. Бөгөн беҙҙең һатып алыусыларҙың күпселек өлөшө – килеме уртаса булған һәм бала тәрбиәләгән кешеләр. Дәүләттән ярҙам менән файҙалан­майбыҙ, сөнки әлегә кәрәкмәй. Шулай ҙа күреп торабыҙ: үҙ эшен асырға теләгәндәргә хәҙер һиҙелерлек ярҙам күрһәтәләр. Был беҙҙә лә өмөт уятмай ҡалмай.


Тимәк, старт капиталына эйә булғас, теләк һәм тырышлыҡ ҡына кәрәк. Һәм, әлбиттә, продук­цияңдың дөрөҫ “хәрәкәт итеүен” белеү талап ителә. Бизнесын яңы башлаған эшҡы­уарҙарға кәңәш: буласаҡ һатып алыусыларығыҙҙың теләктәрен һәм зауығын өйрәнергә, тауарҙың сифатын төшөнөргә һәм аңлата белергә, баҙарҙағы көнәркәшлекте көн һайын күреп-һиҙемләп торорға.


Шәхси предприятиеңды асыу – юридик ойошма булдырмай ғына шәхси эшҡыуар булып теркәлеү ул. Уның яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттән тағы бер айырмаһы – устав капиталының кәрәкмәүе. Үҙ эшен легаль нигеҙгә күсерергә теләгәндәр барыһы ла ошо юлды үтә. Бөгөн шәхси предприятиеңды асыу еңелләшә төштө. Был турала “Юридик ойошмаларҙы һәм шәхси эшҡыуарлыҡты дәүләт теркәүе тураһында”ғы 129-сы Федераль законда ентекләп уҡырға мөмкин.


* * *


“Бәләкәй һәм урта эш­ҡыуарлыҡ һәм шәхси эш­ҡыуарлыҡ башлан­ғысына ярҙам итеү” милли проектының тәүге йылы ниндәй һөҙөмтә бирҙе? Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, илдә эшҡыуарлыҡ менән ҡыҙыҡһыныу тотороҡло. Был һығымтаны министрлыҡ былтырғы июль-августа үткәр­гән һорау алыу нигеҙендә яһай. Яуап биргәндәрҙең 43 проценты “Эшҡыуарлыҡ тура­һындағы мәғлүмәт минең өсөн ҡыҙыҡлы” тип белдергән.


Бөгөн бәләкәй һәм урта эшҡы­уарлыҡ субъекттарында эшләгәндәр һаны бөтә мәшғүл халыҡтың – 27 процентына, ә ошондай предприя­тиеларҙың тулайым эске продукттағы өлөшө 21 процентҡа етте. Рәсәй Президенты Владимир Путин­дың яңы йыл алдынан ғына үткәргән Ҙур мат­буғат кон­ференцияһында ла бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙа­мының йоғонтолораҡ һәм камилы­раҡ буласағы тураһында әйтелде.
Читайте нас