Эшҡыуар
21 Января 2020, 12:00

Был эшҡыуар үҙен тағы ла танытыр әле

Ауылда бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә бюджеттан бер миллиард һум самаһы аҡса бүленгән

Былтыр Башҡортостанда милли проекттарҙы бойомға ашырыу, грант һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программалары буйынса ауылда бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә бюджеттан бер миллиард һум самаһы аҡса бүленгән. Шул иҫәптән, Килемде арттырыу проекты ярҙамында ауыл хужалығы кооперативтарын булдырыуға республика бюджетынан 300 миллион һум тотонолған.
Килемде арттырыу проекты һөҙөмтәһендә былтыр төбәктә 108 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы эш башланы. Грант отоусыларҙың береһе Дыуан районында йәшәй. Владимир Петунин “Дары солнца” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативын етәкләй. Ойошманың составында 21 пайсы тора. Владимир Андреевич дәүләттән алған 3,3 миллион һум күләмендәге грантты ҡош-ҡортҡа, сусҡаға һәм эре мөгөҙлө малға мал аҙығы етештерергә йыйына. Әле ул ошо маҡсатта “ВИС-2349” бәләкәй йөк автомобиле һатып алған. Тиҙҙән экструдер, тирмән, йөк тейәгес, боҫ үҙгәрткес кеүек ҡорамалдар килтереләсәк.
Владимир Андреевич белдереүенсә, махсус технология менән етештерелгән ҡатнаш аҙыҡтың өҫтөнлөктәре күп. Мәҫәлән, улар 95 процентҡа тиклем үҙләштерелә, мал аҙығы аша төрлө сирҙәр таралыуға юл ҡуймай, оҙаҡ һаҡлау мөмкинлеге бар. Кооператив етәксеһе быйыл яҙ әҙер продукцияны һатыуға сығарырға йыйына.
Был ғәмәлдәр ил Президенты Владимир Путин ҡуйған маҡсаттарҙын сығып ҡабул ителгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ тәҡдименә ярҙам” милли проектын бойомға ашырыу йүнәлешендәге тағы бер ыңғай ынтылыш.
Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан.
Читайте нас