Эшҡыуар
18 Февраля 2020, 09:15

Күмерҙең файҙаһын күреп...

Шәхси эшҡыуар Алина Хәмәтшинаның Абыҙ ауылында урынлашҡан күмер етештереү заводында, ҡыш булыуға ҡарамаҫтан, эш бер минутҡа ла туҡтамай. Хеҙмәткәрҙәр әле Рәсәйҙең ҙур ғына бер күмәртәләп һатыу-сауҙа ойошмаһына күмер хәстәрләй. Бынан тыш, республика райондарынан да эшҡыуарҙар әҙер продукцияны күмәртәләп һатып ала. “Урамда ҡыш булһа ла, ит ҡыҙҙырып ашаусылар һаны кәмемәй, хәҙер халыҡ мәҙәни ялды хуп күрә бит. Шуға ла беҙҙең продукцияға ихтыяж бар, булды һәм артабан да шулай буласаҡ”, – ти директор вазифаһын башҡарыусы Александр Хәмәтшин.

Шәхси эшҡыуар Алина Хәмәтшинаның Абыҙ ауылында урынлашҡан күмер етештереү заводында, ҡыш булыуға ҡарамаҫтан, эш бер минутҡа ла туҡтамай. Хеҙмәткәрҙәр әле Рәсәйҙең ҙур ғына бер күмәртәләп һатыу-сауҙа ойошмаһына күмер хәстәрләй. Бынан тыш, республика райондарынан да эшҡыуарҙар әҙер продукцияны күмәртәләп һатып ала. “Урамда ҡыш булһа ла, ит ҡыҙҙырып ашаусылар һаны кәмемәй, хәҙер халыҡ мәҙәни ялды хуп күрә бит. Шуға ла беҙҙең продукцияға ихтыяж бар, булды һәм артабан да шулай буласаҡ”, – ти директор вазифаһын башҡарыусы Александр Хәмәтшин.


Алина Альберт ҡыҙы менән Александр Олегович Хәмәтшин­дар районда күмер етештереүгә бынан бер нисә йыл элек кенә тотона. Алинаның атаһы Абыҙ ауылындағы заводты 2016 йылда һатып ала, бер аҙ үҙе етәкселек итә. Әммә аҙаҡ ҡыҙы-кейәүе менән кәңәшләшеп: “Һеҙ йәштәр, әйҙәгеҙ, үҙегеҙ тыры­шығыҙ. Эште дауам итеү өсөн бөтә мөмкинлектәр етерлек, кәрәк булһа, тел ярҙамы күрһә­термен”, – тип эшмәкәрлеген йәштәр ҡулына тапшыра. Әл­биттә, уларға тәүге осорҙа был кәсеп ауыр кеүек тойолһа ла, тора-бара күмер етештереү нескәлегенә, халыҡ менән эш­ләргә тиҙ арала өйрәнәләр.


Тиҙҙән Хәмәтшиндарҙы Баш­ҡортостан Республикаһы буйынса Ҡариҙел урман етеште­реү­селәр берлегенә инергә саҡы­ралар. Улар был тәҡдимдән баш тартмай, ҙур ихласлыҡ менән берлеккә инеп, матур ғына эшләп алып китәләр.


Бөгөн бында һигеҙ кеше эш урыны тапҡан, хеҙмәт шарттары яҡшы ойошторолғанғамы, эш хаҡы юғары булғанғамы, хатта күрше ауылдарҙан да эш һорап килеүселәр бар икән. Предприятие Ҡариҙел районында ҡуртым­ға биш диләнкә алып, әле шунда күмер өсөн ағас етештерә. Урманды ҡырҡыу, ташыу, сығарыу өсөн ҡеүәтле йөк машиналары, тракторҙар һәм башҡа заманса ҡоролмалар һатып алғандар.


– Эшмәкәрлегебеҙҙе алып барыу өсөн уңайлы шарттар бар. Шөкөр, бынан тыш күмер етеш­тереү нескәлектәрен яҡшы аңла­ған оҫталар беҙҙә йыйылған, – ти Александр Хәмәтшин. – Эштән китеүселәр юҡ, күптәрҙе хеҙмәт хаҡы тота, мәҫәлән, әле 20–25 мең һум тәшкил итә, ҡыҙыу мәлдә иһә 30 меңдән аша.


Әҙер продукцияны һатыу бында яҡшы ойошторолған, күмәр­тәләп һатып алыусылар менән уңайлы килешеүҙәр төҙөлгән. Бөгөн Хәмәтшиндарҙың күмерен, Өфө, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Октябрьский ҡалаларынан тыш, күрше райондар ҙа яратып һатып ала. Мәскәүҙәр ҙә эшҡыуарҙар­ҙың күмеренә өҫтөнлөк биреп, йыш ҡына күпләп заказ ебәрәләр.


Ҡариҙел төбәгендә етеште­рел­гән күмерҙе, нигеҙҙә, ресторан-кафелар, гриль-барҙар, шашлыҡ бешереүселәр ҙур теләк менән ала.


– Беҙҙең продукция сифаты менән яҡшы, ҡайһы бер етештереүселәр, аҡса артынан ҡыуып, сифатына иғтибар итмәй. Ҡулланыусылар йыш ҡына онталып, тиҙ янып бармағанлығын билдәләйҙәр ундай намыҫһыҙ эшҡыуарҙарҙың продукцияһын, – ти Александр Олегович. – Беҙ бөгөн күмер етештереүҙә заманса ҡорамалдар ҡулланып, яңы алымдар менән эш итәбеҙ. Һаман да, баҙарҙы өйрәнеп, халыҡтың ихтыяжын иҫәпкә алып эшләргә тырышабыҙ.


Күмер өсөн ҡайын ағасын ғына ҡулланалар. Етәкселек тиҙҙән күмер тултырылған ҡапсыҡ эсенә туҙ һалып та һатыуға сығармаҡсы. “Был, әлбиттә, отошло булмаҡсы, сөнки магазиндарҙа һатылған ут яндырғыстар күпкә хәүефле бит. Ана, күпме кеше шул яндырғыстар арҡаһында зыян күрә, хатта күҙһеҙ ҡала”, – ти алдынғы ҡарашлы эшҡыуарҙар.


Хәмәтшиндарҙың эшмәкәрле­ге бөгөн күптәргә өлгө булырлыҡ, уларҙың эш тәжрибәһен өйрә­нергә тип хатта сит өлкәләрҙән дә киләләр. “Хәлебеҙҙән кил­гәнсә ярҙам итергә тырышабыҙ. Беҙгә лә ваҡытында ошо өлкәлә эшмәкәрлек алып барыусылар ҙур ярҙам итте бит”, – ти улар. Йәштәрҙең тырышлығы бушҡа китмәҫ, моғайын, сөнки уларҙың эшкә дәрте ташып тора.


Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Читайте нас