Эшҡыуар
18 Февраля 2020, 09:16

Табиплыҡтан – малсылыҡҡа

Бөгөн фермерҙар һәр төбәктә уңышлы эшмәкәрлек алып бара. Улар йәшелсәһен дә, емеш-еләген дә үҫтерә, хужалығында күпләп һыйыр малы аҫрай, йылҡы тотоп, бейә бәйләп, ҡымы­ҙын һатыуға сығара. Үҫемлекселектә матур ғына эш алып барғандар ҙа етерлек, балыҡ үрсетеп, ҡош-ҡорт тәрбиәләүселәр ҙә байтаҡ. Әлбиттә, фермерлыҡ менән һәр кем шөғөлләнә алмай, бары тырыштар, таһылдар, уңғандар ғына был өлкәлә ҡаҙаныштарға өлгәшә ала. Минеңсә, теләк, эшкә дәрт тә булһа, юлда осраған кәртәләр ҙә ҡамасау түгел ҡайһы саҡ.

Бөгөн фермерҙар һәр төбәктә уңышлы эшмәкәрлек алып бара. Улар йәшелсәһен дә, емеш-еләген дә үҫтерә, хужалығында күпләп һыйыр малы аҫрай, йылҡы тотоп, бейә бәйләп, ҡымы­ҙын һатыуға сығара. Үҫемлекселектә матур ғына эш алып барғандар ҙа етерлек, балыҡ үрсетеп, ҡош-ҡорт тәрбиәләүселәр ҙә байтаҡ. Әлбиттә, фермерлыҡ менән һәр кем шөғөлләнә алмай, бары тырыштар, таһылдар, уңғандар ғына был өлкәлә ҡаҙаныштарға өлгәшә ала. Минеңсә, теләк, эшкә дәрт тә булһа, юлда осраған кәртәләр ҙә ҡамасау түгел ҡайһы саҡ.


Подлубово ауылынан шәх­си эшҡыуар, крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Эмзар Оджахвердиев – һө­нәре буйынса табип-педиатр. Силә­бе медицина институтын тамамлағас, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә эшләп ала. Тик илдә сауҙагәрлек сәс­кә ата башлағас, ул яҙмышын ҡырҡа үҙгәртеп, үҙен сауҙала һынап ҡарарға йөрьәт итә.


Аҙаҡ Эмзар күп уйлап тормай, ауыл хужалығы тарма­ғына тотона. Етмәһә, Ҡари­ҙел районының элекке бер етәксеһе уны районға эшкә саҡыра. 2008 йылдан алып ул малсылыҡта, ә 2015 йылда иһә крәҫтиән (фермер) хужа­лығы ойоштороп ебәрә. Бөгөн малсылыҡта ла, үҫем­лек­се­лек­тә лә ярайһы ғына уңыш­тарға өлгәшкән фермер хужа­лығына етәкселек итә. Эмзар Джалал-оғлы әле аяғында ныҡлы баҫып торған фермер­ҙар исемлегендә.


– Күп уйлап тормайынса, яҙмышымды ауыл хужалығы менән бәйләп, фермер ху­жалығы ойошторорға йөрьәт итеүемә үкенмәйем, мин бит ауыл малайы. Бала саҡтан мал араһында үҫкәс, был өлкә миңә ят түгел, – ти фермер.


Элекке совхоздан ҡалған бер нисә берәмек техника ме­нән үҙ хужалығын булдыра. Ҡуртымға алынған бина­ларҙы, келәттәрҙе рәткә кил­терә, һөтсөлөк фермаларына ремонт үткәреп, тирә-яғын кәр­тәләй, бер нисә кешене эш­ле итә. “Шөкөр, “нул”дән баш­лаған хужалығым әле уңышлы эшләй, әлбиттә, бында тырышлыҡтан башҡа, район етәкселегенең дә яҡлауы ҙур ярҙам булды”, – ти Эмзар.


Әле йәмғиәттең ере күп түгел, 300-ҙән ашыу гектар майҙанда үҫемлек­селек менән шөғөлләнә. Ауыл эш­сән­дәре тырышлығы менән бөгөн ҡураларҙа 400 баш һыйыр малы аҫрала. Көтөүҙе йыл һайын яңыртып торалар, ә ишле малды тәрбиәләү өсөн заманса фермалар булды­рылған. Бөгөн малсылар 160 баш һыйыр һауып, тоннаға яҡын продукцияны Өфө һөт заводына тапшыра.


Шуныһы ҡыуаныслы: фер­мер хужалығының эшмә­кәр­леген район хакимиәте лә һәр яҡлап баһалап, ярҙа­мынан өҙмәй, төрлө про­граммаларҙа ҡатнашырға саҡыра. 2018 йылда фермер хужалығы “Ғаилә һөтсөлөк фермаларын үҫтереү” про­граммаһында ҡат­нашып, биш миллион һум­ға яҡын грантҡа лайыҡ булған. Был аҡса фәҡәт һөтсөлөк фер­маларын ремонтлауға, яңы­ларын төҙөүгә тотонолған. Ҡеүәтле ауыл хужалығы тех­никаһы һатып алғандар. Заманса һауын залы бул­ды­рылған. Әле 600 мең һум аҡса иҫәптә ята, ул аҡса мал һанын арттырыуға ла бүленәсәк икән.


– Эшмәкәрлегебеҙҙе төр­лө яҡлап алып барабыҙ, яңы технологияларға таянып эш итәбеҙ, – ти хужалыҡ етәк­сеһе. – Хәҙер конкуренция осоро бит, баҙарҙа үҙ һатып алыусыңды бер тапҡыр юғалтһаң, аҙаҡ абруйыңды күтәреүе ауыр буласаҡ.

Әле ауыл эшсәндәре мал ҡышлатыуҙы уңышлы алып бара, бынан тыш яҙғы баҫыу эштәренә лә әҙерлек башлан­ған. Оҫтаханаларҙа техника әҙерлек һыҙығына ҡуйыла.


Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Читайте нас