Эшҡыуар
28 Февраля 2020, 05:37

Үҙ эшен асҡан йүнселдәр әүҙемләшкән

Быға дәүләт ярҙамы булышлыҡ итә.

Инде 30 йылға яҡын баҙар шарттарында йәшәйбеҙ, тик 70 йылдан ашыу социализм рухында тәрбиәләнгән халыҡ яңы заман талаптарына күнегеп китә алмай. Шуғалыр ҙа инде сәселмәгән баҫыуҙар, буш торған аҙбарҙар әле лә бар, улар ерҙә, ауылда эшләрҙәй хужаны көтә. Бәхәс юҡ, булдырам тигән кеше ваҡытын да, сараһын да таба. Етмәһә, был маҡсатҡа ынтылышта ул яңғыҙ түгел – дәүләт тә бындай йүнселдәргә ярҙам ҡулы һуҙа, йәғни халыҡты эш менән тәьмин итеү, эшҡыуарлыҡты үҫтереү йүнәлешендә төрлө проекттар, программалар бойомға ашырыла.


Мәҫәлән, республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Римма Бойцова белдереүенсә, былтыр бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа 1,2 мил­лиард һумға торошло ярҙам күрһәтелгән. Был аҡса йүнсел­дәрҙең эшмәкәрлегенә уңайлы шарттар тыуҙырыу, яңы компанияларҙы, тармаҡтарҙы үҫтереүгә, төбәк предприятиеларына яңы баҙарҙарға сығыуға булышлыҡ итеүгә, экспортҡа тауар һатҡанда юл сығымдарын субсидиялауға йүнәлтелгән. Уның төп өлөшө эшҡыуарҙарға финанс, шул иҫәптән кредит һәм субсидия алыуға булышлыҡ итеүгә ҡайтып ҡала. Финанслау Башҡортостан микрокредит һәм төбәк лизинг компаниялары, Башҡортостандың Гарантия фонды һәм Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы ярҙамында коммерция банктары аша бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ташламалы кредит программаһы аша тәьмин ителә.
Былтыр үҙ эшен башларға теләгәндәргә ярҙам итеү маҡса­тында Өфөлә – ике, Нефтекамала бер “Минең бизнесым” үҙәге асылды, ә инде 2024 йылға тиклем төбәктең барлыҡ ҡала­ла­рында ла ошондай үҙәктәр эшләй башлаясаҡ, тип белдерә Эшҡыуарлыҡ буйынса комитет рәйесе.
Былтыр марттан бөтә муни­ципалитеттарҙа ла “Эшҡыуар­лыҡ сәғәте” даими уҙғарыла башланы, йәғни ошондай 1597 сарала 2965 эшҡыуар тәҡдим иткән 3267 проект ҡаралған. Тәҡдим ителгән инвестиция­ларҙың дөйөм күләме 323 миллиард һумға торошло булған.
Былтыр республикала бизнес-шерифтар институты формалашты. Хәҙер һәр муниципаль район хакимиәте башлы­ғының йүнселдәргә ярҙам итеү буйынса урынбаҫары барлыҡҡа килде. Уларҙың төп бурысы – эшҡыуарҙар менән хеҙмәт­тәшлек итеү һәм уларҙың мәнфә­ғәттәрен яҡлау. Римма Бойцова белдереүенсә, был вазифаға битараф булмаған һәм эшкә яуаплы ҡараған бизнес-шерифтар һайлап алынған.
Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Өфөлә “Сколково” төбәк операторы статусында IQ паркын асыу планы менән уртаҡлашты. Был проект үҙенсәлекле инновация майҙаны буласаҡ. Әле “Сколково”ның ҡеүәтле резиденттары документтар әҙерләй.
Бынан тыш, ведомство инно­вацияларҙы һәм креатив иҡти­садты үҫтереү өсөн заманса инфраструктура майҙансыҡ­тарын булдырыу буйынса эш алып бара. Полиграфия комбинаты һәм Ғилми тикшеренеү технология институты база­һында технопарктар булдырыу концеп­цияһы әҙерләнә. Мәскәү “Флакон”ы креатив кластерҙың идарасы компанияһы булырға ризалашҡан. Әле проекттың финанс моделе һәм бизнес-планы әҙерләнә. Республикала IT бел­гестәре өсөн 20 коворкинг ойош­торолған, өс бизнес-инкубатор эшләй, тағы ла оҫталар өсөн көнкүреш коворкингы һәм креатив кластер булдырыласаҡ.
– Уҙған сараларҙың һөҙөмтә­лелек күрһәткестәренең береһе – эшҡыуарлыҡ әүҙемлегенең үҫеше. Башҡортостан статистика хеҙмәте беренсе квартал йомғаҡтарын әҙерләп сыға­расаҡ, Бәләкәй һәм урта эш­ҡыуарлыҡ субъекттары реестры 10 авгусҡа тиклем төҙөләсәк. Ошо күрһәткестәрҙән сығып, эшҡыуарлыҡ буйынса әүҙем­лекте баһалап буласаҡ. Рәсәйҙә лә, Волга буйы федераль округында ла былтыр, 2018 йыл менән сағыш­тырғанда, яңы эшҡыуарлыҡ субъект­та­рының теркәлеү күрһәт­кесенең кәмеүе күҙә­телгән. Беҙҙә бәләкәй һәм урта эш­ҡыуарлыҡ субъекттары 468-гә артҡан. Шулай уҡ Мәскәү өлкәһендә ыңғай үҫеш, әммә унда Мәскәү ҡалаһында алдан теркәлгән бизнес ошо үҫешкә булыш­лыҡ итте, – ти Римма Бойцова.

Башҡортостан Башлы­ғының 2019 йылдың 23 сентябрендәге Указы буйынса, эшҡыуар­лыҡты әүҙем­ләш­тереү һәм тәҡдимдәргә ярҙам итеү өсөн шарттар булдырыу маҡсатында эшмәкәр­лек дауам итәсәк.
Читайте нас