Халыҡ телендә “Кеше эше менән матур” тигән әйтем бар. Хаҡ һүҙҙәр. Шөғөлөңдө күңел һалып башҡарғанда, бар көсөңдө, белемеңде сарыф иткәндә генә, әлбиттә, уңышҡа ирешергә мөмкин.
Учалыла йәшәгән Фирүзә Мәхмүтова – тап шундай эшлекле ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе. Үҙенең ныҡышмалылығы, тырыш хеҙмәте менән йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендә танылыу яулаған эшҡыуар ул.
Фирүзә Ғәйнулла ҡыҙы Баҙарғол ауылында күп балалы Ибәтуллиндар ғаиләһендә тыуып үҫә. Атаһы – һуғыш ветераны Ғәйнулла Ғибәҙулла улы оҙаҡ йылдар Уральск ауыл советы хакимиәтендә эштәр идарасыһы була. Әсәһе Гөльямал Мөхәмәт ҡыҙы бар ғүмерен балаларын тәрбиәләүгә арнай, ғаилә башлығы көн оҙоно эштән бушамағас, донъяуи мәшәҡәттәр уның иңенә төшә. Балалары ла үҙҙәренә оҡшап тырыш, эшкә тилбер булып буй еткерә Ибәтуллиндарҙың.
Ауылда башланғыс мәктәп кенә булғас, башҡа балалар менән бергә, Фирүзә лә V кластан күрше Рәсүл ауылына йөрөп уҡый. Һигеҙенсене уңышлы тамамлағас, Магнитогорск ҡалаһына бухгалтерҙар әҙерләү курсына уҡырға инә, әммә был һөнәр күңеленә ятмай ҡыҙҙың, ҡайтып, Уральск ҡасабаһы ашханаһына эшкә урынлаша.
Ул ваҡытта “Байрамғол” совхозының гөрләп торған сағы. Йәштәрҙе йәмәғәт тормошона, мәҙәниәткә ылыҡтырыу, уларҙың тормошон йәнләндереү маҡсатында күп эшләнелә. Тап шул йылдарҙа данлыҡлы “Ләйсән” бейеү ансамбленә нигеҙ һалына. Ҡупшы буй-һынлы, сибәр башҡорт ҡыҙын шунда уҡ төркөм составына алалар. Көндөҙ ашханала эшләһә, кистәрен мәҙәниәт йортондағы репетицияларҙан, концерттарҙан бушамай. Бына шулай башлана Фирүзә Ғәйнулла ҡыҙының хеҙмәт юлы.
– Белмәйем, ашхана коллективы берҙәм, татыу булғанғамылыр, эшемде бик яратып, теләп башҡарҙым. Олораҡ апайҙар кәңәштәре менән ныҡ ярҙам итте, тәжрибә уртаҡлашты. Бер-ике ай эшләгәс тә, үҙемде ошо һөнәргә бағышлаясағымды аңланым, – тип йәш сағын иҫкә төшөрә мәҡәлә геройы.
1974 йылда совхоз етәкселеге ике йыл эшләп, үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәткән уңған хеҙмәткәргә Стәрлетамаҡ ҡалаһына уҡыуға йүнәлтмә бирә. Фирүзә үҙе лә был өлкәлә белемен камиллаштырыу кәрәклеген аңлай һәм риза була. Курсты уңышлы тамамлап, һайлаған һөнәренең бар нескәлектәренә төшөнөп, дүртенсе разрядлы ашнаҡсы булып ҡайта ул.
Күп тә үтмәй ҡыҙ кейәүгә сыға. Тормош иптәшенең Ҡаҙағстанда йәшәгән туғандары саҡырғас, йәштәр шунда барып төпләнә. Ғаиләгә йәм өҫтәп, ҡыҙҙары Гүзәл донъяға килә. Өс йылдан Мәхмүтовтар Себер тарафтарына юллана. Фирүзә Ғәйнулла ҡыҙы үҙ һөнәре буйынса эшкә урынлаша, бер аҙҙан уны ашхана мөдире итеп үрләтәләр.
– Ашхана бик ҙур ине, бер юлы меңәрләгән эшсене хеҙмәтләндерҙек, ғаиләләрен аҫрау өсөн тыуған йорттарынан айырылып, ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында хеҙмәт иткән ир-егеттәрҙең туҡланыуы сифатлы булһын өсөн ныҡ тырыштыҡ. Башҡортостандан, Татарстандан эшкә килгәндәр күп ине, шуға күрә менюға милли аштарҙы ла индерҙек, – тип иҫләй унда эшләгән осорон әңгәмәсем.
Тиҫтә йылдан ашыу Себерҙә йәшәп, Мәхмүтовтар ғаиләһе Учалыға ҡайта. Етәксе булараҡ та ярайһы тәжрибә туплаған Фирүзә Ғәйнулла ҡыҙын ҡалалағы балалар кафеһына мөдир итеп тәғәйенләйҙәр.
2003 йылда эшлекле ханым үҙ эшен асырға батырсылыҡ итә – иң тәүҙә тау техникумы бинаһында, һуңғараҡ баҙар биләмәһендә бәләкәй генә тәғәмханалар булдыра.
– Стәрлетамаҡта уҡыған саҡта, поезда Учалыға ҡайтып барғанда, бер туҡталышта төшөп, ваҡ бәлештәр һатып алғаным иҫемдә. Ауыҙҙа иреп торған ошо ризыҡты мотлаҡ бешерергә өйрәнеп, кешеләрҙе һыйлаясаҡмын, тип үҙемә һүҙ биргәйнем шул ваҡытта. Үҙ эшемде асып, хыялымды тормошҡа ашырҙым, – ти Фирүзә Мәхмүтова.
Ысынлап та, хужабикәнең туҡланыу нөктәләре бер ҡасан да буш тормай, бигерәк тә ҡалаға йомош менән килгән ауыл халҡы вокзалға яҡын ғына урынлашҡан, хаҡтары ла тешләшмәгән тәғәмхананы үҙ итә.
Шулай һәүетемсә генә эшләп йөрөгән ваҡытта бәлә килә. Баҙар бинаһы янып, уның эсендә урынлашҡан сауҙа, туҡланыу нөктәләре көл-күмергә әйләнә. Кемдер күңеле төшөп, бар нәмәгә ҡул һелтәр ине, әммә Фирүзә Мәхмүтова түгел. Башлаған эшен дауам итергә ҡарар итә ныҡышмалы ханым. Әмәлгә ярағандай, баҙар етәкселеге зыян күргән эшҡыуарҙарҙан ярты йыл ҡуртым хаҡын алмау шарты менән башҡа урындарҙан майҙансыҡтар бүлә. Уға “Сәйхана” бинаһы эләгә.
Тәүәккәлдәргә генә уңыш йылмая, тип дөрөҫ әйтәләр. Фирүзә Ғәйнулла ҡыҙы элекке “Һөт кухняһы” бинаһын һатып алып, эшен йәйелдерергә батырсылыҡ итә. Банктан кредит алып, унда кафе асып ебәрә, биш кешегә эш урыны булдыра.
Әлбиттә, тәүге йылдарҙа еңел булмай, уның үҙенә етәксе генә түгел, ашнаҡсы ролен дә үтәргә тура килә, йәш саҡта бер аҙ уҡып алған бухгалтер һөнәре лә кәрәк булып сыға.
Ҡаланың үҙәк урамдарының береһендә ыҡсым ғына бинала урынлашҡан “Алтын балыҡ” учалыларҙың яратҡан туҡланыу нөктәһенә әйләнә. Бына инде тиҫтә йыл унан кеше өҙөлмәй.
– Беҙгә килгән һәр кем үҙен өйөндәге кеүек хис итһен тип тырышабыҙ. Милли кухняға өҫтөнлөк бирәбеҙ. Һурпалы аш, бишбармаҡ, ҡамыр ризыҡтары – беҙҙең халыҡтың иң яратҡан аҙыҡтары һәм, әлбиттә, беҙҙең бәлеште ауыҙ иткәндәр һуңынан да уны һорап килә, – ти хужабикә.
Ысынлап та, зауыҡ менән биҙәлгән кафела йылы мөхит тойола, исеме есеменә тап килтерелеп, аквариумдарҙа балыҡтар йөҙөп йөрөй, бина яҡты, хаҡтар ҙа тешләшмәй. Аҙыҡ-түлектең тәбиғи, саф булыуы ла маҡсат итеп ҡуйылған – итте, картуфты, башҡа йәшелсә-емеште ауыл халҡынан һатып алалар. Әйткәндәй, бында бер ҡасан да спиртлы эсемлектәр һатылмай. Кафе киске сәғәт 5-кә тиклем генә эшләгәс, шау-шыулы саралар уҙғарылмай, балаларҙың тыуған көндәре, аяттар ғына ойошторола.
Татыу, берҙәм коллектив һөнәр нескәлектәрен камиллаштырыу өлкәһендә даими тырыша, һабантуй, күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Етәксенең тырыш хеҙмәте төрлө кимәлдәге Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән билдәләнгән, ул – хеҙмәт ветераны ла. Кешеләргә ҡарата иғтибарлы, ихлас күңелле Фирүзә Ғәйнулла ҡыҙы ҡалала урынлашҡан коррекция мәктәп-интернатына ярҙам итә, ауылдаштарын да хәстәренән айырмай.
Эшлекле ханым – өйөндә лә уңған хужабикә, бәхетле ҡатын, әсәй, өләсәй. Тормош иптәше – йортта ла, эштә лә уның иң ҙур таянысы. Ҡыҙы Гүзәл Өфөлә республика буйынса ЮХХДИ идаралығының төбәк мәғлүмәт бүлексәһендә уңышлы эшләп йөрөй, Арыҫлан ейәне быйыл мәктәпкә барған, тик яҡшы билдәләре менән шатландыра.
Яратҡан эшеңдең һөҙөмтәһен күреү, яҡындарыңдың терәген тойоу – ҡатын-ҡыҙ өсөн шунан да ҙурыраҡ бәхет бармы икән донъяла?