Кешенең яҙмышы маңлайына яҙылған, тип әйткәндәрен йыш ишетергә тура килә. Бәлки, был һүҙҙәрҙә лә хаҡлыҡ барҙыр, әммә Өфөләге “Ритайм” кафеһы хужабикәһе Рита Абдрахманова менән осрашҡандан һуң, барыһын да яҙмышҡа япһарып, ҡул ҡаушырып ултырырға ярамағанлығын, ә йүгереп йөрөп эшләргә кәрәклеккә тағы берҙе инанаһың.
Булыр бала биләүҙән, ти халыҡ мәҡәле. Рита Абдрахманова Учалы районының Мулдаш ауылында Лилиә Вәлиәхмәт ҡыҙы менән Иҙелбай Борхан улы Нафиҡовтарҙың тырыш, уңған ғаиләһендә тыуа.
– Әсәйем ауылдың фельдшер-акушерлыҡ пунктында 40 йылдан ашыу мөдир булды, 65 йәшенә тиклем ауылдаштарын дауаланы. Атайым алтын приискыһында эшләне, тик миңә туғыҙ йәш булғанда уны мәңгегә юғалттыҡ. Әсәйем яңғыҙы дүрт баланы аяҡҡа баҫтырҙы. Ул – намыҫлы, ғәҙел, талапсан, бөхтә ҡатын. Көнө эштә үтһә, өй мәшәҡәттәрен төндә эшләр ине, – ти Рита Иҙелбай ҡыҙы.
Лилиә Вәлиәхмәт ҡыҙы үҙ миҫалында: “Эшегеҙ миңә булһа, өйрәнеүегеҙ – үҙегеҙгә”, – тип балаларында хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләүгә өлгәшә.
Рита мәктәптә математика дәрестәрен ярата. Уҡытыусыһы ла ошо йүнәлештә уҡыуҙы дауам итергә өндәй, әммә ҡыҙ Башҡортостан дәүләт аграр университетын һайлай. Йәйҙәрен “Башаҡ” студенттар төҙөлөш отряды менән тыуған ауылындағы “Илсеғол” совхозында эшләй.
– Төҙөлөш отрядында өс йыл ашнаҡсы булдым, баҫыуҙар буйлап вагонда ашарға әҙерләп йөрөргә тура килде. Ҡайтмайынса көнө-төнө эшләнек. Шул саҡта үҙемдең рестораным, кафем йә ашханам булһа ине, тип хыялландым. Әйткәндәй, мәктәптә уҡыған саҡта ла совхоз эшенә йөрөгәндә мине усаҡ эргәһендә ҡалдыралар ине, ашты ғәҙел бүлергә яраттым, – ти Рита ханым.
Университетты тамамлаған йәш белгес хеҙмәт юлын “Яңы Байрамғол” совхозында башлай. “Илсеғол” совхозында машина хужалығы мөдире булып эшләгән Илдар Вассаф улы менән ғаилә ҡоралар. Рита Иҙелбай ҡыҙы совхозда иҡтисадсы, кадрҙар бүлеге мөдире йөгөн тарта. Үҙе һөнәре буйынса ветеринар булғас, иҡтисадсыға ла уҡып ала.
Әйткәндәй, ветеринар һөнәренең дә файҙаһы тейә: ике йыл Учалы ҡалаһында урынлашҡан төбәк ветеринар лабораторияһы табибы булып эшләргә тура килә. Унда профком рәйесе вазифаһын да уға ышанып тапшыралар. Һәр саҡ яңылыҡҡа, камиллыҡҡа ынтылған ҡатын шул саҡта хеҙмәткәрҙәргә бер төрлө кейем тектерә.
– Был предприятие хужабикәһе Рәсимә Асғар ҡыҙы Мусинаның ҡулы аҫтында Башҡортостан дәүләт аграр университетында ситтән тороп уҡыған бер туған ҡустым ярҙамсы булып эшләй ине. Рәсимә Асғар ҡыҙы ауылыбыҙға килгәндә, ғаиләбеҙҙе оҡшатып, мине лә үҙенә эшкә саҡырҙы. Ул шундай яҡын кешебеҙгә әйләнде. Ә эштә үҙебеҙҙең йөкләмәләргә яуаплы ҡараныҡ, – ти Рита ханым.
Шулай итеп, 2000 йылда, Өфөгә икенсе дипломын алырға килгәндә, Рита Иҙелбай ҡыҙын яңы ғына асылырға торған “Пышка” кулинар селтәренә эшкә “ҡоҙалайҙар”.
Кешенең киләсәгенә орлоҡ бала саҡтан һалына. Нафиҡовтар ғаиләһендә һәр кем эшкә өйрәнеп үҫә. Мәҫәлән, Рита бәләкәй сағынан бәйләй, сигә. Ул төн сыҡҡансы иптәш ҡыҙҙарына башлыҡ бәйләп бирер булған, тиҫтерҙәренең сәсен дә ҡырҡҡан. Әйткәндәй, “Пышка”ла эшләгәнендә ошо предприятиеға ҡараған “Дэлюкс” матурлыҡ салоны директоры вазифаһын атҡарыуы ла бала саҡта өйрәнгән эштәренең сағылышы булғандыр.
– “Юғалтҡан саҡта таба белергә лә кәрәк”, – тип өйрәтә ине Рәсимә Асғар ҡыҙы. Хәҙер мин дә, уҡыусы остазынан яҡшыраҡ булырға тейеш, тип тырышам. Уҡытыусымдан күп нәмәгә өйрәндем. Рәсимә Асғар ҡыҙына ҡарайым да: “Уның кеүек кешеләр 100 йылға бер тыуалыр”, – тип уйлап ҡуям. Үҫеп еткәс, бала ла әсә йортон ташлап китә. Рәсимә Мусинаның ҡанаты аҫтында эшләүе рәхәт булһа ла, мин үҙемде һынап ҡарарға батырсылыҡ иттем, – ти эшҡыуар.
Тәүәккәл, ғорур, үҙ һүҙле башҡорт ҡыҙы Учалы ҡалаһындағы фатирын һатып, кредит юллап, ҡуртымға бина яллап, 2016 йылда үҙ эшен аса: Өфөнөң Коммунистик урамында – “Ритайм” Гоголь урамында һәм Иҫке Шишмә юлы буйындағы “Колибри” заправкаһы бинаһында “Кафе-икмәкхана” кафеларын аса. Әйткәндәй, заправкалағы кафеһында ул икмәк бешереүҙе лә ойоштора. Бында эшләгән хеҙмәткәренең уңышын күргәс, Рита ханым әҙер, “Колибри” кафеһында юлға һалынған бизнесын уға һатырға ҡарар итә. Әле үҙе тәрбиәләгән эшҡыуар менән хеҙмәттәшлекте өҙмәй.
– Бала саҡ хыялымды тормошҡа ашырҙым. Әсәйемдең ҡунаҡсыл булыуы ла йоғонто яһағандыр, беҙҙән бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәне. Шул саҡта ҡәҙерлебеҙҙең тыуған көнөн ҙур ресторанда үткәреү тураһында хыялландым. Ул да тормошҡа ашты – ошо кафела иң тәүге ҡунағым әсәйем булды, ҡәҙерле кешебеҙҙең 80 йәшлек юбилейын уҙғарҙыҡ. Бала көйөнсә башыма шундай уйҙар килеүенә хәҙер үҙем дә аптырайым. Эшҡыуар булһам да, бер ваҡытта ла аҡсаны беренсе урынға ҡуймайым. Кеше менән бәйләнеш булдыра белһәң, улар һинең эшеңде күрә, шуға ла һәр бер кешене хөрмәт менән, оло ҡунаҡ итеп ҡаршылайым. Бәлки, шуғалыр ҙа бер килгән клиенттарым тағы ла мөрәжәғәт итә – ошондай юл менән заказдар йыябыҙ. Өс, хатта биш тапҡыр беҙҙең кафела ҙур тантана үткәреүселәр бар. Кеше үҙен иркен тотһон өсөн, өйҙәге кеүек мөхит тыуҙырырға тырышабыҙ, – ти эшҡыуар.
“Иремдән уңдым, Илдар Вассаф улының ҡулынан килмәгән эше юҡ. Һәр башланғыста минең терәгем ул. Әле лә бөтә ерҙә лә уның ярҙамына таянам”, – ти эшҡыуар. Улы Илнур Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған, егет әсәһенә ярҙам итеп, ныҡлап эшҡыуарлыҡ серҙәренә өйрәнә.
Рита Иҙелбай ҡыҙы бүлмәләрҙе биҙәү, дизайн эшенә лә оҫта. Уның проекты буйынса йыһазландырылған кафе уның зауыҡлы ҡатын булыуы хаҡында һөйләй.
Бөгөн клиентҡа ярауы ҡыйын, әммә сифатлы хеҙмәт күрһәткән йүнселдәр бер ваҡытта ла эшһеҙ ултырмай. Был өлкәлә ҙур тәжрибә туплаған Рита Иҙелбай ҡыҙы ла менюға айырыуса иғтибар бирә. Бында тәҡдим ителгән өйҙәгесә тәмле ризыҡтарҙан һәр ҡунаҡ ҡәнәғәт ҡала.
– Халыҡ йөрөй. “Ритайм” кафеһында 60-тан ашыу кешене ҡабул итә алабыҙ, ә “Кафе-икмәкхана” 12 ҡунаҡ өсөн уңайлы. Хаҡтар ҙа ҡиммәт түгел, туйҙар, юбилейҙар үткәреү өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған, – ти хужабикә.
Рита Иҙелбай ҡыҙы менән аралашҡан саҡта бер йәш пар килеп, никах мәжлесен уҙғарыуға килешеп, бик ҡәнәғәт булып сығып китте. Һеҙ ҙә Өфөлә мәжлес ойошторорға теләһәгеҙ, ҡала үҙәгендә урынлашҡан “Ритайм”ға килегеҙ. Һорауҙар тыуһа, Рита Иҙелбай ҡыҙы (8-917-431-50-24) үҙе яуап бирер.